RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт яңылыҡтары

18.10.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

Ырымбурҙа – башҡорт мәҙәниәте байрамы
Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы саралары дауам итә. Ойоштороусылары – өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады методик үҙәге, БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
“Түңәрәк өҫтәл”дәр, оҫталыҡ дәрестәренән торған семинар халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған. Ә йәштәр өсөн 19 октябрҙә Красногвардейск райо­нының мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ “Йәшлек-шоу”ҙа Гөлсөм Бикбулатова, Рәдиф Зарипов, Иҙел Аралбаев, Юнир Һағынбаев кеүек Башҡортостан артис­тары ла сығыш яһаясаҡ.

Назар Нәжми тураһында китап
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 95 йыл тулыуға арнап, «Китап» нәшриәтендә «Назар Нәжми. Тормошо һәм ижады» тигән китап-фотоальбом донъя күрҙе. Төҙөүселәр — Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ирек Кинйәбулатов менән Ҡәҙим Аралбай.
Ярайһы уҡ ҡатмарлы тормош юлы үткән һәм үҙ халҡына ҡабатланмаҫлыҡ рухи мираҫ ҡалдырған философ, драматург тураһындағы китапта замандаштарының, туғандарының иҫтәлектәре, журналистарҙың мәҡәләләре, библиографик мәғлүмәттәр, шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр килтерелә.
– Был уникаль китап-альбом туған телен, мәҙәниәтен һәм илһамлы шиғриәтте яратҡан һәм уның баһаһын белгән бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ, – ти И. Кинйәбулатов.

«Рудольф Нуриев. Тынғыһыҙ иблис»
Бөйөк яҡташыбыҙ Рудольф Нуриев хаҡындағы фильм прокатҡа сыҡты. Ул тик илебеҙҙең өс ҡалаһында – Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Өфөлә генә күрһәтеләсәк.
Бөгөн йәш быуын данлыҡлы яҡташыбыҙ хаҡында белеп бөтмәй. Әммә уның 1961 йылда «иреклеккә табан һикереүен», йәғни Парижда үткән гастролдән һуң Советтар Союзына ҡайтыуҙан баш тартыуын бер ни тиклем ишетеп беләләр. Шуны ла әйтергә кәрәк, картинала был фактҡа баҫым яһарға тырышмайҙар, ә төп иғтибар уның шәхесенә, тормош төпкөлөнән донъя кимәленә күтәрелеүе хаҡында. Ысынлап та, бөйөк Кеше, ҡыҙыҡлы, ә бәлки, аяуһыҙ яҙмыш...
Фильмды 18, 23, 25 октябрҙә «Искра» кинотеатрында ҡарарға була. Киске сәғәт 7-лә башлана.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»