RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дүрт йөрәк, дүрт яҙмыш – бер маҡсат

13.11.2010 Дүрт йөрәк, дүрт яҙмыш – бер маҡсат

Дүрт йөрәк, дүрт яҙмыш – бер маҡсат Йәштәр өсөн өр-яңы тамаша буласағы хаҡында яҙғайныҡ инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк сара «Реалити-шоу: дүрт йөрәк» тип атала. Әлеге ваҡытта уға әҙерлек бара.
– Тамашасыны хайран итмәксебеҙ, – ти шоуҙың режиссеры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Зөлфәр Әхмәтов. – Быға тиклем әле беҙ әҙерләп ятҡанға оҡшаған тамаша булғаны юҡ.
Реалити-шоуҙың төп геройҙарына ла театрҙың йәш актерҙары Илгиз Таһиров, Роберт Йылҡыбаев, Салауат Юлдашбаев, Шәһит Хамматов «йән өрә», Илмир Иҙрисов – алып барыусы. Егеттәр әйтеүенсә, улар тыуҙырған образдар бик үҙенсәлекле. Тормошта төп маҡсатығыҙ нимә? Ошо һорауға яуап эҙләй улар. Мәҫәлән, Салауат Юлдашбаевтың «музыкант егете» иркә генә үҫкән, бөтә нәмә уның алдына килеп торған. Тик былар уны ялҡытҡан. Илгиз Таһиров урам малайын уйнай. Был образ хаҡында оҙаҡ сурытырға ла кәрәк түгел – урам балаларының ниндәйерәк булыуын күҙ алдына килтереү ҙә етә. Шәһит Хамматов донъяның әсеһен-сөсөһөн татыған, балалар йортонда үҫкән егет ролендә. Ә Роберт Йылҡыбаев иһә: «Мин тыуҙырған образ да башҡаларынан айырыла, әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙе ниҙер берләштерә лә», – тине, серле генә йылмайып. Ысынлап та, Заһир, Азамат, Ғәзиз һәм Әмирҙең ниндәй уртаҡлыҡтары бар һуң? Улар нисек реалити-шоуға килеп эләккән? Был һорауға яуапты 20 ноябрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үтәсәк тамашала мотлаҡ табырһығыҙ.
Әйткәндәй, унда эстрадабыҙҙың билдәле йәш «йондоҙ»ҙары ла сығыш яһаясаҡ, яңы исемдәр ҙә асыласаҡ. Рэп стилендә өр-яңы тауыш менән яңғыраған үҙәкте өтөрлөк йыр ҙа башҡарыласаҡ. Уны тыңламай ҡалыу мөмкин түгел. Килегеҙ, йәштәр, һеҙҙе ҡыҙыҡлы шоу көтә!

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!