RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Елғыуар»ға өмөт ҙур!

23.10.2010 «Елғыуар»ға өмөт ҙур!

«Елғыуар»ға өмөт ҙур!Кино сәнғәтен һөйөүсе тамашасыларҙы һөйөндөрөп, кинотеатрҙар экранына башҡорт ерлегендә төшөрөлгән нәфис фильм сығыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Талантлы режиссер Айсыуаҡ Йомағолов ижад иткән «Елғыуар» картинаһын ҡараған һәр кемдә: «Беҙҙә лә төшөрә беләләр!» – тигән һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары уяна. Ысынлап та, үҙебеҙҙә төшөрөлгән фильмды кинотеатр экранында күреү – үҙе бер кинәнес. Сөнки барыбыҙ өсөн дә күптән өмөтләнеп, көтөп алған танһыҡ картина ул. Ошо уңайҙан бөгөнгө башҡорт кино сәнғәтендә иң ҙур проект булған «Елғыуар» фильмын төшөрөүҙә ҡатнашҡан ҡайһы бер ижадсыларҙы, ойоштороусылар­ҙы һәм унда ҡатнашыусылар­ҙы «түңәрәк өҫтәл» артында һөйләшеүгә йыйҙыҡ. Улар: «Башҡортостан» киностудияһы директоры Айбулат Юнысов, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаҡов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира ҡыуатова, фильмда төп ролдәрҙе башҡарыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәм Илнур Ғәниев менән Эльмира Рысаева. Тик әлеге ваҡытта сит ҡалала сираттағы мөһим проект өҫтөндә эшләүсе режиссерҙың үҙен осрашыуға саҡыра алманыҡ. Күрешербеҙ әле, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Айбулат Юнысов:
– Иң элек кино һөйөүселәрҙе, картинаны төшөрөүҙә ҡатнашҡан ижади коллективты ҡотлап, йылы теләктәремде еткерәм. Был – беҙҙең иң ҙур бюджетлы кино. Ул Рәсәй кимәлендә әҙ бюджетлы тип һаналһа ла, беҙҙә, әйтеп үтеүебеҙсә, иң ҙур проект. Әйтәйек, Рәсәйҙә сыҡҡан фильмдар 2 – 2,5 млн доллар торһа, «Елғыуар» ни бары 26 миллион һумға барып баҫты. Әлбиттә, эштең күренгәненән күренмәгәне етерлек. Мәҫәлән, район, ҡала етәкселәре ныҡ ҡына ярҙам итте. Мөмкинлектән файҙаланып, уларға ла рәхмәт белдергем килә.
«Елғыуар»ға өмөт ҙур!Ысынлап та, был – беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы проект. Үҙебеҙҙең ерлектә, матур тәбиғәт күренештәрен һүрәтләп төшөрөлгән, тәрбиәүи әһәмиәте көслө булған фильм. «Елғыуар» – ул бөтә быуын вәкилдәре өсөн дә йылы ҡабул ителә торған ғаилә киноһы.
Премьераға күренекле кинорежиссер, Рәсәй Кинематографистар союзы рәйесе урынбаҫары Клим Анатольевич Лаврентьев килгәйне. Премьеранан һуң, ихлас шатланыуын белдереп, Рәсәйҙә Айсыуаҡ Йомағолов исемле һәләтле режиссер «тыуыуын» билдәләне.
Р. К. Әйткәндәй, фильм уңыштар ҙа ҡаҙанып өлгөргән шикелле?
Айбулат Юнысов:
– Фильм ҡаҙанда мосолман киноһы фестивалендә күрһәтелде. Шул тиклем ныҡ тулҡынланғайныҡ, һуңынан көслө итеп ҡул сабыу­ҙарын күргәс, күңелгә йылы йүгер­ҙе. Фестиваль барышында картиналар күп тәҡдим ителде. Тик беҙҙең фильмды ғына шулай матур ҡабул иттеләр тип әйтһәк, һис арттырыу булмаҫ.
Лаврентьев фильмда төп ролдә уйнаған Мәүлетбай Ғәйнетдинов­тың ролде еренә еткереп башҡарыуын билдәләне. Ысынлап та, Мәүлетбай ағай, профессиональ актер булмаһа ла, режиссерҙың өмөтөн аҡланы, тип әйтергә мөмкин. Тәбиғи уйнауы менән алдыр­ҙы, яһалмалыҡ юҡ. Шулай, Мәүлетбай ағай, кино ҡасан экран­ға сыға инде, тип көтә инең, әле бына, Аллаға шөкөр, кино­театр­ҙарҙа аншлаг. Үҙең көн дә тиерлек берәй ергә осрашыуға йөрөйһөң...
Р. К. Илнур һине хәҙер урамда ла танып беләләрҙер инде?
Илнур Ғәниев:
– Ул тиклем үк танылыу яуланым тип әйтмәҫ инем.
Р. К. Фильмға кастинг үткәнеңде хәтерләйһеңме?
Илнур Ғәниев:
– Әсәйем Лина Ғәниева Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй. Коллегаларынан берәү, киноға төшөргә малай эҙләйҙәр, кемегеҙҙең улы бар, кастингҡа алып барып ҡарағыҙ, тип кәңәш биргән. Әсәйем фотомды күрһәткәс, килергә ҡушҡандар. Барҙым. Оҡшаттылар.
Р. К. Был ролгә малай эҙләүе оҙаҡ булдымы икән?
Илнур Ғәниев:
– Дөрөҫмө, юҡмы, уныһын белмәйем, әммә миңә тиклем, Өфөнөң бөтә мәктәптәренә йөрөп, минең йәштәге малайҙарҙы ҡарап сыҡҡандар, имеш...
Рияз Исхаҡов:
– Кастинг – режиссер иркендә. Айсыуаҡтың актерға һиҙгерлеге шул тиклем юғары. Уның быға тиклемге картиналарындағы персонаждары ла шул яғы менән отошло: актерҙары картина геройҙарының характерҙары, булмыштары менән тап килеп тора. Илнурҙа туҡталыу­ҙың да сере ошолор.
Р. К. Ролде ҡыуанып ҡабул иттеңме?
Илнур Ғәниев:
– Мин шул саҡта уҡ актер булыр­ға тип хыяллана торғайным. Әлбиттә, шатландым. Әсәйем бар яҡлап та ярҙам итте. Был мәлдә ҡурҡыу, тулҡынланыу тигән нәмә булманы ла.
Эльмира Рысаева:
– Мин «Премьера» исемле модель агентлығына йөрөй инем. Шунда килеп эҙләп таптылар. Башҡорт йөҙлө булыуыма өҫтөнлөк биргәндәрҙер, моғайын.
Р. К. Мәүлетбай ағай, һеҙ үҙегеҙҙең ролегеҙҙе яратаһығыҙмы?
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Яратам, әлбиттә. Йәшермәйем, русса бигүк белмәйем. Айсыуаҡ саҡырғас та, русса белмәйем, тип ҡаушап ҡалдым. Нисауа, беҙгә нәҡ шундай бабай кәрәк, өйрәтербеҙ, ти. Барҙым. Көл, тиһәләр, көлөп күрһәткән булам. Һуғыша беләһеңме, тип һорайҙар. Бер кемгә лә ҡаршы көс ҡулланғаным юҡ, тим. Режиссер һуғышырға ла, көр кәйефле булып йөрөргә лә, барыһына ла өйрәтте. Рәхмәт инде уға. Минең менән бик күп эшләне, интекте. Әммә... түҙҙе. Хас айыуҙы бейергә өйрәткән кеүек инде был.
Фильм экранға сыҡҡас, ҡартай­ғанымды һиҙҙем. Киноға төшкән саҡта миңә алтмыш алты йәш ине, йүгереп тауға менәм, йүгереп тауҙан төшәм, аяҡтар ҙа ауыртмай. Әйтерһең дә, йәш саҡ. Әле етмеш өс йәште ҡыуам, ҡартлыҡ үҙенекен итә икән барыбер, тимәксемен.
Р. К. Иң ауыры нимә булды?
– Урыҫса һөйләүе. Мин бит ауыл малайы. Үҙемсә бик ныҡ тырышыр­ға тура килде.
Илнур Ғәниев:
– Мин бер ҡыйынлыҡ та тоймағандай булдым, бөтә нәмә еңел бирелде кеүек. Шулай ҙа, еңмешләнеп, банк бинаһының ҡыйығында ултыр­ған мәлдә бер аҙ шөрләгәнем иҫтә ҡалған. Ни тиһәң дә, ун беренсе ҡат бит.
Эльмира Рысаева:
– Беҙгә, ҡыҙыҡһыныусан бала­лар­ға, ул ҡыҙыҡ ҡына булғандыр инде. Киноға төшәм, тип уйлауы ғына ни тора!
Әлмира ҡыуатова:
– Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө. «Социнвестбанк»ҡа массовканы килтергәндәр. Араларында йөҙгә матур ғына апай бар. Мәүлетбай ағай шул тиклем мәрәкәсел кеше бит инде. Уға ҡарап: «Тә-әк, ирендәреңде ныҡ буяма, беҙ һинең менән хәҙер любовь уйнайбыҙ», – ти. Теге апайҙың ҡобараһы осҡан. «Нисек, нисек... миңә улай тимәнеләр, ошонда касса эргәһендә баҫып тораһың, тип кенә әйттеләр», – тигән була. Мәүлетбай ағай: «Өндәшмәҫтәр инде, әммә сценарий буйынса мин һинең иренеңдән һурып үбергә тейеш булам», – ти етди ҡиәфәттә. Беҙ һыныбыҙ ҡатып көләбеҙ. Икенсе көндө теге апай, әллә ысынлап ҡурҡты ла ҡуйҙы инде, килмәне.
Айбулат Юнысов:
– Сценарий өҫтөндә эшләгән ваҡытта юмор индереү отошло булды. Көлөрлөк тә, йөрәккә барып етерлек тә кадрҙар бар фильмда. Беҙгә Рәсәй кимәленә алып сығыу өсөн ошондай кино төшөрөүҙә дәүләт ярҙамы кәрәк. Кино – ул оло пропаганда. Заманында В. Ленин да бюджеттың өстән бер өлөшөн бушҡа ғына кино сәнғәтен үҫтереүгә йүнәлтмәгәндер... Кино аша пропаганда, тәрбиә кешегә ныҡ тәьҫир итә шул.
Р. К. Илнур, күптәр һинең Марат Бәшәров менән йөҙгә оҡшаш булыуыңды билдәләй. Үҙеңә шулай тип әйткәндәре бармы?
Илнур Ғәниев:
– Шул оҡшашлыҡҡа ҡарап һайлап алғандарҙыр ҙа инде. Бәшәров миңә телефонын да биргәйне. Бик тығыҙ график буйынса эшләгәс, уны тотоуы еңелдән түгел. Үҙе премьераға килергә лә тейеш ине. Белоруссияла киноға төшөп йөрөй, тип әйттеләр.
Р. К. Популяр актер менән бергә киноға төшөү һиңә нимәһе менән иҫтәлекле булды?
Илнур Ғәниев:
– Күңелдә гел матур һәм ыңғай тойғолар ҡалды. Беренсенән, мин актер оҫталығы буйынса күп нәмәгә өйрәндем. Актер менән танышҡандан, яҡындан аралашҡандан һуң был һөнәргә икенсе күҙлектән ҡараған кеүекмен...
Р. К. Икенсе күҙлектән?..
Илнур Ғәниев:
– Эйе, айырым бер хөрмәт менән, тип әйтәйем. Марат Бәшәров – шул тиклем ябай, күңелле кеше. Уның менән аралашыуы еңел, рәхәт.
Айбулат Юнысов:
– Бер мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп китәйем: Марат Бәшәров, премьераны 19 октябргә күсерә алһағыҙ, килә алам, тигәйне. Тик сара планлаштырылған, фильм кинотеатрҙарҙың графигына ингән. Шуға күсерә алманыҡ.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Марат Әрмәнстанда ла киноға төшкән. Минең күңелде күтәрәм тиҙер инде, Әхмәт бабай, һин әрмәндәрҙең иң күренекле актерына ҡарағанда ла яҡшыраҡ уйнай­һың, тип маҡтап ебәргән була (көлә). Татарса һөйләшмәһәм дә, аңлайым. Тик мин татар түгел, мишәр, тип милләтен таныуын да белдерҙе. Баҡтиһәң, революциянан һуң мишәрҙәр татар тип яҙыл­ған икән. Ашап бөткәс, беҙҙең ише, битен һыпырып ҡуя. Бер өшөгәндә, мә, Әхмәт бабай, йылынып ал, тип, Әрмәнстандан күстәнәскә алып килгән коньягын да һалып бирҙе. Күңеле матур, эре түгел егет.
Айбулат Юнысов:
– Бәшәров гел бина эсендә төштө. Нигеҙҙә, Мараттың графигы аҙаҡҡы съемкалар барышы менән тура килмәне. Шуға дублер ҙа төшкөләне. Нимә әйтергә теләйем: Мараттың ролен Мәүлетбай ағай­ҙың персонажы ҡаплай, йота. Бәшәровтың хатта Рәсәй киноһы «йондоҙо» икәне лә һиҙелмәй. Экранда таныш йөҙ пәйҙә булһа ла, бар иғтибарҙы Әхмәт бабай йәлеп итә лә ҡуя.
Беҙ октябрь аҙағында фильм менән Грозный ҡалаһында үтәсәк «Алтын мөнбәр» фестиваленә барырға тейеш инек, әле уны ноябргә күсерҙеләр. Сараны ойоштороусылар әле үк Мәүлетбай ағай­ҙың роленә ҡарата һоҡланыу белдерә. Тимәк, яҡшыға өмөтләнәйек.
Р. К. Һеҙ фильмда үҙегеҙҙең персонаж аша ғаилә ҡиммәттәрен аңларға өйрәтәһегеҙ...
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Кино геройҙарының үҙ-ара мөнәсәбәте, һүрәтләнгән ваҡиғалар шул тиклем көнүҙәк. Ысынлап та, әҙәм балаһы тормошта бер-береһен аңлап, ҡәҙерен белеп, ваҡытын бүлеп йәшәһен ине. Үкенестәр булмаһын. Ғаилә, туғандар мөнәсәбәте – мәңгелек ҡиммәт. Уларҙы аҡсаға һатып алып булмай. Хатта бай булһаң да...
Р. К. Киноға төшкән актерҙар күпме гонорар алды икән?
Айбулат Юнысов:
– Гонорар әҙ, күп түгел. Бәлки, ул эш хаҡы күләмендә генә, тип әйтһәк тә, дөрөҫ булыр.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
«Елғыуар»ға өмөт ҙур!– Еңгәгеҙ менән ҡырҡ биш йыл торабыҙ. Ул бер ваҡытта ла Мәүлетбай тип исемемде тултырып әйтмәне. Мәүли, ти ҙә ҡуя. Артистарҙан берәү уны: «Ирең Марат Бәшәров менән бергә киноға төшкәс, вәт, исмаһам, түләйәсәктәр», – тип шаяртҡан. Ни ғәләмәт, бер заман был, Мәүлетбай ҙа, Мәүлетбай, тип өҙгөләнә. Нимә булды тиһәм... «Әйтмәҫмен тигәйнем, әйтәйем, бер әртис шулай тип әйтте. Һинең быға тиклем кассала аҡсаң да, машинаң да булманы, мин һине нисек бай тип әйтәйем. Хәҙер исмаһам, Мәүлетбай тиһәм дә, яҙыҡ түгел», – тигән була (көлә).
Айбулат Юнысов:
– Кинематографистар союзындағы фондтан актерҙарҙың пенсияһына өҫтәмә түләйҙәр. Әле Мәүлетбай ағайға шул турала документ әҙерләйбеҙ.
Р. К. Илнур, әле һин музыка училищеһының хор-дирижер бүлегендә белем алаһың. Үҙен бәләкәй генә көйөнсә кинола һынап ҡараған үҫмерҙә актерлыҡҡа уҡыу теләге булманымы?
Илнур Ғәниев:
– Булды. Хыял әле лә һүнмәгән. Тик Өфөлә музыка училищеһында актерлыҡ оҫталығы буйынса белгестәр әҙерләүсе бүлек юҡ. Ни өсөн хор-дирижер бүлеген һайлауыма килгәндә, уҡыу йортонда яҡшы белем бирәләр. Өҫтәүенә, миңә музыка ла, актерлыҡ һөнәре кеүек үк, берҙәй яҡын. Пианинола, гитарала, баянда, флейтала уйнайым.
Эльмира Рысаева:
– Мин үҙемде киләсәктә журналист итеп күрәм.
Р. К. Киноға төшөргә тәҡдим булһа, ризалашыр инегеҙме?
Илнур менән Эльмира икеһе бер тауыштан:
– Уйлап та тормаҫ инек...
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Мин киноны экрандан ҡарағас, хатта илап алдым. Һуғыш ваҡытында аслыҡтан интеккәнде хәтерләп, йөрәк һыҙланы. ҡар яуғансы ялан аяҡ йөрөлә торғайны.
Берәй заман киноға төшөрмөн тип уйламағайным да. Ныҡ ҡурҡтым. Килеп кенә сыҡһа ярар ине тип, төндәрен йоҡлай алмай, уйланып ята торғайным.
Р. К. Күптәр билдәле актер Марат Бәшәровты, башҡорт киноһын Рәсәй кимәленә сығарасаҡ паровоз буласаҡ, тип өмөтләнгәйне. Был йәһәттән ниндәйҙер эш алып барыламы?
Айбулат Юнысов:
– Белеүегеҙсә, әле фильм киң прокатҡа сығарылып, Өфө кинотеатр­ҙарында, шулай уҡ Башҡор­тостандың байтаҡ ҡалаһында күрһәтелә. Бынан тыш, «Елғыуар»ҙы Ырымбур, Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Та­тарстанда күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр бара. Әммә, әлеге лә баяғы аҡсаға бәйле, фильмдың күсермәләре әҙ. Ғәҙәттә, ошондай форматтағы кино төшөргән ваҡытта 200 – 300-ләп күсермә эшләнә. Яйлап Мәскәү, Санкт-Петербургҡа тәҡдим итеү тураһында ла уй юҡ түгел.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Их, шул беҙҙә аҡса юҡлығы! Рәсәй сит илдән, миллиард доллар­ҙар түгеп, фильмдар һатып ала, ә үҙебеҙҙә кино төшөрөүгә аҡса йәлләй.
Р. К.Тимәк, беҙҙә бындай форматтағы ҙур фильмдар төшөрөрлөк мөмкинлектәр бар?
Айбулат Юнысов:
– Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул мәлдә техник мөмкинлектәр самалы ине, әммә егеттәр бар оҫталыҡтарын һалды. Хәҙер яңы форматҡа күстек, крандар алдыҡ. Бөгөн теләһә ниндәй кино төшөрөрлөк техник мөмкинлеккә эйәбеҙ, тип әйтергә мөмкин.
Р. К. Илнур, һин Әхмәт бабай менән тиҙ уртаҡ тел таптыңмы?
Илнур Ғәниев:
– Эйе (көлә), гел тәмәке ташығаным хәтерҙә ҡалған.
Мәүлетбай Ғәйнетдинов:
– Көлмә, сценарий буйынса бит ул. Тартыуҙы ташлағаныма ике йыл. Кинола, иғтибар итһәгеҙ, гел арзан тәмәке көйрәтәм.
Р. К. Ижад кешеһе ниндәйҙер эште башҡарғандан күңеленә рәхәтлек ала. Һеҙ ниндәй кинәнес кисерҙегеҙ?
Рияз Исхаҡов:
– Айсыуаҡтың талабы бик көслө, ул – теүәллек, тәртип яратҡан режиссер. Шуға ла эштәре башҡаларҙан юғары һөҙөмтәһе менән айырылып тора. Фильм шуныһы менән яҡын: беҙ уны үҙебеҙҙә төшөрҙөк һәм ысын мәғәнәлә ижад менән шөғөлләндек. Әгәр республиканан ситтә эшләһәк, фильм, бәлки, икенсе төрлөрәк тә килеп сығыр ине. Эш процесында үҙ-ара мөнәсәбәт шул тиклем матур ҡоролғайны. Бер әрләшеү булманы. Был шул тиклем мөһим. Уйлап ҡараһаң, эш процесы үҙе кинәнес. Фильм экранға сыҡҡас, мин уны төшөрөүҙә ҡатнашыусы кеүек түгел, ә ябай тамашасы кеүек ҡараным.
Әлмира ҡыуатова:
«Елғыуар»ға өмөт ҙур!– Картинаның директоры – Айсыуаҡ Йомағоловтың ҡатыны Лилиә Хәниф ҡыҙы проект өсөн күп көс һалған кеше. Мин уның урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Фильмды ҡараған саҡта тамашасы күҙлеген «кейә» алманым. Мин бит инде, Айсыуаҡ, Рияз кеүек, профессионал түгел. Фильмдағы был тәжрибә лә тәүгеһе генә. Мәсеттәге кадрҙар, аҙан тауышы, ауыл тормошон һүрәтләгән инәй­ҙәр, көтөү ҡайтыуы кеүек кадрҙар инмәгән. Бәлки, ике сериялы итеп эшләргә кәрәк булғандыр?
Рияз Исхаҡов:
– Режиссерҙар, кинематогра­фис­­тар ошоғаса тамашасы киноһын эшләүгә өлгәшә алманы. Был эш беҙгә һауа һымаҡ кәрәк ине. Тамашасы киностудия ойошторол­ғандан алып, егерме йыл буйы ошондай фильм көттө. Ә был картина өмөттө аҡланы, үҙ бурысын үтәне.
Әлмира ҡыуатова:
– Бының сәбәбе, әлеге лә баяғы, финанс мәсьәләһенә барып тоташалыр инде?
Рияз Исхаҡов:
– Сөнки... (Уйлана). Әлбиттә, һорау артынан һорау тыуа. Әммә ҡасан да бынан арынырға кәрәк бит. Был йәһәттән Айсыуаҡ барыбыҙға ла өлгө күрһәтте.
Әлмира ҡыуатова:
– Ижади төркөмдә энтузиазм тойғоһо көслө булды. Беҙҙә фильм төшөрөр өсөн шарттар бар. Учреждениелар, уйын клубтары, айырым кешеләрҙең теләп ярҙам итеүе һөйөнөслө.
Р. К. Фильм Ейәнсура районының Юлдаш ауылында төшөрөлгән. Урындың һайланыуы кемдеңдер тәҡдимеме, әллә?...
Әлмира ҡыуатова:
– Беҙҙең танышып китеү шулай булды. 2004 йылда «Салауат йыйыны»н үткәреп, ауылға ҡайтып ҡына тороуым. Ашығып еҙнәй килеп инде, сәй ҡуйығыҙ, Өфөнән кешеләр килгән, ти. Баҡтиһәң, Лилиә менән Айсыуаҡтың, кино төшөрөр өсөн ауыл эҙләп, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил яҡтарын иңләп ҡайтып барыуҙары икән. Юлда осраған берәү, Ейәнсура районында Юлдаш тигән ауылды ҡарамаһағыҙ, тигәс, арыһалар ҙа, аптыраған көндән һуғылырға булғандар. Режиссер ауылды оҡшата.
Рияз Исхаҡов:
– О-о, беҙ ауыл һайлап, республика райондарын ғына түгел, Ырымбур, Силәбе яҡтарының да арҡырыһын буйға гиҙҙек.
Р. К. Рияз, һин һөйләшеү башында, арабыҙҙа сит кеше булманы, тинең. Ә фильмда сит кеше бар, ул – Марат Бәшәров...
Рияз Исхаҡов:
– Марат Бәшәров беҙҙең өсөн сит кеше түгел. Уны «үҙ кеше» тип әйтергә мөмкин. Өҫтәүенә, шул тиклем тәжрибәле һәм талантлы актер. Режиссерҙы, операторҙы һүҙһеҙ аңлай, тотош команда менән оҫта итеп эшләй, башҡалар­ҙы үҙенә көйләй белә. ҡыҫҡаһы, яҡшы партнер. Беҙгә бер үк кадрҙы ҡайта-ҡайта төшөрөргә тура килмәне. Быға ул бик ныҡ ярҙам итте. Ундай актерҙар күп түгел. Профессиональ актер ике дублдән артыҡ төшмәй. Беренсеһе кадр өсөн төшөрөлһә, икенсеһе – запас­ҡа. Ә Марат нәҡ шундай актер.
Әлмира ҡыуатова:
– Марат Өфөгә бер нисә тапҡыр килде. Ижади төркөм менән, йөҙ йыл белгән кеүек, үҙ күреп аралаша, һөйләшкәндә татарса һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырып ебәргеләй. Ә ябайлығы һуң?! Грим өсөн айырым бүлмә әҙерләнгәйне, ләкин ул барыһы менән бер бүлмәлә ҡайнауҙы хуп күрҙе. Һауаланыу, мин «йондоҙ» тип маһайыу ғәҙәте лә юҡ. Фанаттары фотоға төшөргә саҡыр­һа, ваҡыты булһа, фотоһына ла төшә, автографтар ҙа бирә. Беҙ Лилиә Хәнифовна менән Марат Бәшәровтың коттеджында ҡунаҡта ла булдыҡ. Әсәһе бик һәйбәт кеше. Өйҙә татарса һөйләшәләр.
Р. К. Ә беҙҙә кино төшөрөү өсөн белгестәр етәме һуң?
Рияз Исхаҡов:
– Грим белгестәренә ҡытлыҡ. Беҙҙә генә түгел, Мәскәүҙә лә етмәй был һөнәр эйәләре. Улар менән алдан һөйләшергә кәрәк. Яҡтыртыусылар, икенсе режиссер­ҙар юҡ. Белгестәр етмәүе күп ваҡытты ала. Һөҙөмтәлә барыһына ла үҙең йүгерергә мәжбүрһең.
Р. К. Тимәк, беҙҙә лә Голливуд системаһына күсеү талап ителә?
– Был киноның бюджетынан тора. Әгәр проект әҙ бюджетлы икән, әлбиттә, әллә ҡайҙан белгестәр йәлеп итә алмайһың. Үҙең йүгерәһең, тейәйһең, бушатаһың һ.б. Әгәр ҙә инде аҡса бүленгән икән – икенсе мәсьәлә. Ә режиссерҙан кадр өсөн генә эшләү талап ителә, ул актер менән эшләй. Ул тик фильм тураһында ғына уйларға тейеш. Режиссер барлыҡ ваҡ мәшәҡәттәрҙән азат ителә. Сөнки ул һөҙөмтә өсөн эшләргә тейеш.
Әлмира ҡыуатова:
– Команда әҙерәк ял итеп, ҡапҡылап алғанда ла Айсыуаҡ менән Рияз ашамай тигәндәй эшләне. Әйтәһең, әйтәһең, аҙаҡ, тип ҡул һелтәй ҙә ҡуялар. Өлгөрмәйҙәр, оноталар. Мәшә­ҡәтле эш икән кино төшөрөүе, аба-ау! Монтаж ваҡытында күп нәмә төшөп ҡалған икән, тип ҡарап ултырыуы ғына күңелле ул.

«Түңәрәк өҫтәл»де
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА ойошторҙо.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы