RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... Бейеүсе тигән даны бар

23.10.2010 Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ... Бейеүсе тигән даны бар

ҡышҡы оҙон кистәрҙә, йыйылышып, шәл, ойоҡ-бейәләй, селтәр бәйләргә күнеккән ауыл инәйҙәре Сания Борхан ҡыҙына килһә, өс йәшлек кенә ҡурсаҡ ҡыҙ Гүзәлде таҡмаҡ әйтеп бейетмәйенсә ҡайтармай ине. Ололарҙың маҡтап хуплауы ла бала күңеленә дауа булғандыр, арып, хәле бөткәнсе бейегәне әле лә иҫендә Гүзәлдең. Хатта таҡмаҡтарын да ятлап ала ине.
Бейеүсенең итәгенә
Алма биҙәге төшкән.
Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ,
Яңы бейергә төшкән.
Сания апай ҡыҙына алма төшкән балитәкле күлдәк тә һатып алғас, ҡыҙҙың шатланғанын күрһәгеҙ! ҡайһылай ҙа оҫта инәйҙәре! Бәйләмен дә бәйләй, ауыҙ гармунында ла уйнап, күңелдәрен асалар, хатта бәләкәй ҡыҙ баланың күңелен дә күрәләр.
Биш бала әсәһе Сания апай ғүмере буйы бейеүсе булырға хыяллана. Заманында ауылының иң шәп бейеүселәренән һаналған ул. Әммә тормош наҡыҫлығы, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар хыялын тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай. Таң атҡансы ағас клуб тәҙрәләрен дыңғырлатып, танһыҡ ҡанғансы бейеүҙәрен һағынып һөйләр ине... Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, ҡыҙыл Йондоҙ орденлы фронтовик Йәүҙәт Зыятдин улы ҡорманов та ҡатынының бейеүгә оҫта булыуына һоҡланып йәшәне. Әммә ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Дүрт йәштә генә атайһыҙ ҡалған ҡыҙы Гүзәл бейеү менән күңелен йыуата ине. Йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ, мәктәпкә уҡырға төшкәс тә, Зизинур Ишдәүләт ҡыҙы Әһелова етәкселегендәге бейеү түңәрәгенә яҙыла. ҡыҙын бейеүсе итергә теләгән әсә шатлығынан тәҙрә ҡорғандарынан кейем тегеп бирә, сәсен һигеҙҙән үреп, түңәрәккә оҙата.
Ул заманда, нишләптер рус һәм башҡа милләт халҡы бейеүҙәренә иғтибар ныҡ ине, әммә әсәһе үҙе ете йәшлек ҡыҙын ихлас тыпырлатып башҡортса бейергә өйрәтә. Унынсыны бөткәс, әсәһе, апаһы Нәзиләгә эйәртеп, ҡыҙын Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына уҡырға ебәрә.
– Тәүге йылдарҙа уҡыу талаптарына күнегеп китеү ауыр булды. Кеше уянмаҫ элек, иртәнге сәғәт алтыла бейеү залына төшөп, хәрәкәттәрҙе ҡабатлай инем. Сөнки ауылда ғына алған күнекмәләр етмәй, төркөмдәштәрҙе ҡыуып етеү өсөн өҫтәмә күнекмәләр, тырышлыҡ бик тә кәрәк ине, – тип хәтерләй студент йылдарын Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы. Сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ еңә – 2-се курста «Техникум ғорурлығы» стендына уның да фотоһы эленә. Ә уҡырға инергә килгән саҡтары – үҙе бер хәтирә. ҡабул итеү талаптарын белмәгәс, имтиханға бейеүһеҙ килә. Шул ваҡытта Әбйәлил ҡыҙы Ләлә Азаматова ҡыҙға «Күбәләк» бейеүен өйрәтә, Гүзәл баһалама ағзаларынан юғары балл ала. Уҡыу йортон 1989 йылда уңышлы тамамлап, йәш белгес Белорет районының Туҡан мәҙәниәт йортона эшкә ҡайта.
– Талапҡа ярашлы бейеү залының булмауы ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы, – ти әңгәмәсем. «КамАЗ», «БелАЗ» машиналарының көҙгөләрен табып, көҙгөлө зал булдырҙым. Классик бейеү менән бер рәттән, халыҡ бейеүҙәренә, бигерәк тә башҡорт бейеүенә иғтибар бирҙем. «Ләйсән» исемле ансамбль менән ҡала ярыштарында гел беренсе урынды яуланыҡ. Милләтсе, тип ҡараусылар ҙа булды, әммә яратҡан шөғөлөмә милли рух ҡушып, эшемде яратып башҡарҙым.
Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы бейей белмәгән ирен дә ансамблгә йөрөтә, яйлап-яйлап бейеү серҙәренә төшөндөрә.
Тынғыһыҙ, өмөтлө бейеүсе-хореограф­ҡа Туҡан ауыл хакимиәте фатир бүләк итә.
Ғаилә ҡото булып улдары Артур, ә аҙаҡ Лиана тыуа. 1999 йылда, рудник ябылыу сәбәпле, йәш ғаилә Сибай ҡалаһына күсә. Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы музыка мәктәбенең хореография бүлеге етәксеһе булып эш башлай. Ҙур мәҙәни үҙәк һанал­ған ҡалала эшләү үҙе бер бәхет була. Бер нисә йылдан ижадын камиллаштырыу маҡсатында иптәш ҡыҙҙарының кәңәше менән Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына эшкә килә. Бер нисә урында төрлө коллектив туплап, ихлас эш башлай. Татарстан Республикаһында алған Маҡтау ҡағыҙҙары, диплом, рәхмәт хаттары онотолғоһоҙ иҫтәлек, яҡшы хәтирәләр булып ғаилә альбомында һаҡлана Гүзәлдең.
Эйе, йәшәлгән йылдар, үтелгән юлдар, яуланған уңыштар – барыһы ҡәҙерле Гүзәл ҡотлогилдинаға. ҡайҙа ғына, кемдәр менән генә эшләмәһен, һәр ваҡыт асыҡ күңел менән йылы хистәр, матур тәьҫораттар өләшеп йәшәргә, эшләргә, ижад итергә күнеккән! Таҙа, яҡты хисле кешеләр күңелендә генә емешле ижад тыуалыр ул. Ана, бөтә күңелен һалып тыуҙырған «Һылыуҡай», «Кукарелла», «Һыу буйында», француз һәм һинд ҡыҙҙары бейеүҙәрен нисек яратып бейей тәрбиәләнеүселәре!
Балалары ла үҫеп етеп, әсәһенә оло терәк-таяныс булырға тырыша. Улы Артур – Өфө нефть дәүләт университеты студенты, ә Лиана Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбенең 10-сы синыфында белем ала, әсәһе кеүек бейеүсе булыу хыялы менән янып йәшәй. Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы үҙ ҡошсоҡтарының сәхнә йәмләп, бейеү донъяһын иңләп йәшәй белеүҙәренә ҡыуана. Бөгөн Белорет ҡалаһының 21, 24-се мәктәптәрендә ойошторған «Йәйғор», «Импульс» бейеү коллективтарында 150-нән ашыу бала ихлас шөғөлләнә. Республикабыҙға даны таралған был коллективтарҙың уңышында бейеүсе-хореограф Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙы ҡотлогилдинаның тырыш хеҙмәте, бейеүгә тоғролоғо, тормошто һөйөүе ихлас сағыла. Бейеүгә ғашиҡ кешеләр барҙа, халыҡ концерт-кисә, осрашыу­ҙарға йөрөүҙән туҡтамаҫ. Сәхнәләр буш тормаҫ, күңелдәр рухһыҙ булмаҫ.

Рәсимә ЙОМАҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы