RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?

19.10.2010 Социаль рекламаның әһәмиәте нимәлә?

17 ноябрҙә Өфөнөң Йәштәр һарайында «Городская СРеДа» тигән VI социаль реклама фестивале үтә.
Былтыр үҙенең биш йыллығын билдәләгән сара Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, БДБ илдәрендә лә йәмғиәттәге хәстәр-хәсрәттәргә вайымһыҙ булмаған үҙ фекерҙәштәрен, ижади шәхестәрҙе, йәш таланттарҙы тапты. Ҡатнашыусылар һаны буйынса ул иң бәрәкәтлеһе булғандыр – 174 ҡатнашыусы 500-ҙән ашыу эшен тәҡдим итте. Ябай Үтәш ауылынан алып Белоруссия һәм Ҡаҙағстанға тиклем барып етте сараның ораны.
Быйылғы девиз «Фекереңде ауыҙ тултырып (ҡысҡырып) әйт!» («Мысли вслух!») тип атала. Ябай һәм ғәҙәти һүҙбәйләнештәргә, һөйләмдәргә тәрән мәғәнә бирергә ынтылыу – сараның төп асылы ла. «Фекер...» – ул йәштәргә саҡырыу, тирә-йүнебеҙгә ҡарап фекер төйнәү, ҡыйыу, яңыса фекерләргә өйрәнеү, яңы ижади фекерҙәрҙе барлыҡҡа килтереп, тормошҡа ашырыу һәләтен үҫтереү. «... ауыҙ тултырып әйт!» – асыҡ, ғәҙел булырға ынтылыу.
VI фестиваль девизының график эшләнеше лә – а-ля граффити йәштәрсә-демократик стилдә.
Бөгөн беҙҙең йәмғиәттә дөрөҫ һәм аныҡ мәғлүмәтлелеккә, социаль хәстәрҙәрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә, бер-береңә асыҡ булыуға саҡырыу бар икән, әлеге форум күптәргә емешле эшмәкәрлек тәҡдим итергә лә мөмкин, ти сараны ойоштороусылар.

М. ҠУНАФИН.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар