RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон

19.10.2010 Тамыры тәрән ағастың ғүмере оҙон

Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙонБыйыл баҡалылар тыуған райондарының барлыҡҡа килеүенең 80 йыллығын билдәләй. Тарих үлсәме буйынса был әллә ни ҙур булмаған ваҡыт арауығы бер нисә быуындың тормошон үҙ эсенә ала. Райондың, кешеләр кеүек үк, үҙ йөҙө, биографияһы бар. Был – үткәндәр һәм хәҙерге ваҡиғалар, тәбиғәт һәм күренекле урындар ғына түгел, ә кешеләр­ҙең киләсәккә ынтылған эштәре һәм яҙмыштары ла. Тарихи ваҡиғаларға бай үткәне булған, бөтә ил менән бергә һуғыш михнәттәрен кисергән, халыҡ хужалығын тергеҙгән район үҙәге Баҡалыны, райондың тораҡ пункттарын төҙөргә һәм төҙөкләндерергә күп көс һалған баҡалыларҙың данлы исемдәрен яҡташтары бөгөн ҡәҙерләп һаҡлай. Бөгөн тормоштоң бөтә өлкәләрендә ҙур үҙгәрештәр барғанда, район халҡы үҙен иҡтисадта тағы ла әүҙемерәк күрһәтә, ерҙе аҡыл менән файҙаланыуға, социаль өлкәне үҫтереүгә бар тырышлығын һала. Әлбиттә, үҙең йәшәгән төйәкте ихлас яратмай тороп, бөтә илде яратыу мөмкин түгел. Баҡалылар тыуған ерен ысын күңелдән ярата.
Бында төрлө милләт кешеләре көн итә. Йылдар дауамында уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре бергә үрелеп, туғанлашыу һөҙөмтәһендә күп кенә йолаларҙың бер-береһендә сағылыш табыуы күҙәтелә.
Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙонБаҡалының 80 йыллыҡ юбилейы айҡанлы уҙған аҙнала район мәҙәниәт һарайында Республика шәжәрә байрамы үткәрелде. Сара ауыл биләмәләрендә, урта һәм төп мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ойошторолған кисәләрҙе йомғаҡланы.
Байрам райондың башҡорт ырыу­ҙары, улар менән бергә йәшәүсе рус, татар, мари, сыуаш, керәшен һәм башҡа халыҡтар­ҙың көнкүрешен, тарихын, йәшәйешен сағылдыр­ҙы.
Район мәҙәниәт һарайының фойеһында Баҡалыла йәшәүсе төрлө милләт халҡының, ата-бабаларыбыҙҙың тарихын сағылдырған йәйләүҙәр эшләнгән – башҡорт тирмәләре, рус халҡының элекке йорттары, керәшен, татар, мари, сыуаш халыҡтарының йәйләүҙәре һ. б. Унда һый-ниғмәтле өҫтәлдәр, байрамда ҡатнашыусы ғаиләләрҙең ҡул эштәре, фотоальбомдары урын алған. һәр береһендә ырыуҙарының шәжәрәһе, тамға-ораны, ағасы, ҡошо, байрамға арналған стендтары урынлаштырылған. Шуныһы ҡыуаныслы: күп ғаиләләрҙең, архивтан, башҡа сығанаҡтарҙан мәғлүмәт йыйып, шәжәрәһен тулыландырып, киләсәк быуындарға ҡалырлыҡ итеп маҡсатлы эш алып барғанлығы күренә.
Ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең йәйләүҙәрендә милли кейемдәрҙәге ҡунаҡсыл хужалар милли ризыҡтар менән ҡаршы алып, һәр ғаилә үҙ милләтенең йолаларын күрһәтте.
Башҡорт халҡының – «Бәпес һатыу», «Килен төшөрөү», татарҙар­ҙың – «Исем ҡушыу», «Сабата үреү», «Ситән үреү», керәшендәрҙең – «Покров день» байрамы, «Һалдат оҙатыу», «Йөҙөк һалыу», рустарҙың – «Миндек әҙерләү» һәм башҡа халыҡтарҙың йолаларын сағылдырыуҙары әлеге сараға баҡалыларҙың ныҡлы әҙерләнеүен иҫбатланы.
Байрамға был көндө БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Камилә Дәүләтова, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғолов, филология фәндәре докторы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева, фән эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар, йырсылар һ.б. мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.
Тамыры тәрән ағастың  ғүмере оҙонШулай уҡ Шәжәрә байрамын ҡарар­ға республикабыҙ райондары хакимиәттәренең мәҙәниәт бүлеге етәкселәре лә йыйылды.
Йәйләүҙәр менән танышып сыҡҡандан һуң, район хакимиәте башлығы А. Андреев, һүҙ алып:
– Беҙ бөгөн һеҙҙең менән бергәләшеп бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән ике тарихи ваҡиғаны ҡаршылайбыҙ – районыбыҙҙың 80 йыллығын һәм башҡорт халҡының иң боронғо һәм яҡты традицияларының береһе булған Шәжәрә байрамын.
Республикала, шул иҫәптән Баҡалы районында ла үткәндәрҙе барлау буйынса бик ҙур эштәр башҡарылды, – тине.
БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Камилә Йәүҙәт ҡыҙы Дәүләтова үҙ сығышында барлыҡ район халҡына республика Хөкүмәте исеменән ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Артабан район мәҙәниәт усаҡтарының фольклор коллективтары тарафынан Баҡалы ерендә йәшәүсе халыҡтарҙың тарихын сағылдырған театрлаштырылған тамаша байрамға килгән һәр кешенең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдыр­ҙы. Унда Шәжәрә байрамының быуындар араһындағы бәйләнеште, туғанлыҡты нығытыу, нәҫел тармаҡтарын барлау, тарихи хәтерҙе уятыу икәнлеге асыҡ күрһәтелде.
Әлбиттә, райондың байрамға юғары уңыштар менән килеүе бары тик намыҫлы эшсәндәренең тырыш хеҙмәтенә бәйле.
Сарала алдынғы хеҙмәткәрҙәр айырым телгә алынды һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Байрамға йыйылыусыларға үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерт күрһәтелде. Ата-бабаларыбыҙ, үҙ тарихын һәм тамырҙарын белмәгәндәрҙең киләсәге юҡ, тигән. Әлбиттә, был һүҙҙәрҙең хаҡлығына инаныр өсөн меңдәрсә йыл кәрәк булды. Үҙ быуынын, шәжәрәһен белгән кеше генә рухи яҡтан үҫешә, ата-бабаларының изге йолаларын дауам итә ала. Шуға күрә лә халҡыбыҙ йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары беҙҙең заманда ла дауам итер, тип ышанғы килә.


Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Баҡалы районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

23.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»


“Байыҡ”? “Байыҡ”!

21.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Байыҡ”? “Байыҡ”!