RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Милли рухлы яҡташым

12.10.2012 Милли рухлы яҡташым

Милли рухлы яҡташым
Көйөргәҙе егете Альберт Юлдыбаев яҡташтарын ҡурайға ылыҡтырыуға күп көс һала
Республикабыҙҙа ғына тү­гел, ә ҡайһы бер төбәктәр­ҙә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы − ҡурайҙа уйнаусыларҙың сафы ишәйә барыуы күңелле күренеш. Сал тарихыбыҙға шаһит булған ҡурайҙа көйҙәр башҡарыусыларҙың төрлө кимәлдәге фестиваль, конкурс, йыйындары даими уҙғарылыуы ла уның мәртәбәһен күтәрә, данын тарата. Шул да мәғлүм, ҡурай сәнғәте Башҡортос­тан­дың райондары араһында бер үк кимәлдә үҫешмәгән.
Көйөргәҙе төбәгендә лә милли музыка ҡоралын үҙ итеүселәр тик һуңғы 25 − 30 йыл арауығында күҙгә күренеп күбәйҙе тип әйтергә кәрәк. Ләкин, шулай булһа ла, был яҡтарҙа ҡурайҙа уйнау оҫталары элек-электән булған. Юҡҡа ғынамы ни 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығына арналған ҡурайсыларҙың тәүге йыйыны әлеге Көйөргәҙе районы биләмәһенең Кинйәабыҙ ауылында уҙғарылған. Беҙҙең яҡтарҙа әле лә шул замандың атаҡлы ҡурайсылары Исмәғил Зиянбаев менән Кәлимулла Ибраһимовтың исемен хөрмәт менән иҫкә алалар.
Йәшерен-батырын түгел, СССР ваҡытында ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә тейешле иғтибар бүленмәне. Сөнки коммунистар партияһы, уның составына ингән өлкә ойошмаһы милли мәҙәниәтте алға ебәреүҙе түгел, ә берҙәм «совет халҡын» булдырыу сәйәсәтен алға һөрҙө. Ошондай шарттарҙа тик айырым рухлы шәхестәр генә был мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алды. Көйөргәҙе ерендә шундай кешеләрҙең береһе Альберт Юлдыбаев булды. Райондың ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫкән егеткә, 1971 йылда Күмертау тау-механика техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлағас, дүрт эш урынының береһен һайлап алыу мөмкинлеген бирәләр. Советтар Союзының төрлө төбәктәренән ул Эстония ССР-ына барырға теләк белдерә. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һөргөндә булған урындарын, уның һуңғы төйәген күргеһе килә егеттең. Альберт Ғәйфулла улы бәйән итеүенсә, ул башҡорт халҡының бөйөк улының һәйкәленә сәскәләр һалғанда, тотҡонда ултырған урынында булғанда тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ тойғоларын да кисергән. Ләкин йәш белгесте тыуған яҡтары тарта һәм ул ике йылдан һуң Күмертау ҡалаһына ҡайтып, ауылдашы Марс Баҡаев саҡырыуы буйынса, урындағы телетрансляция үҙәгендә электромонтер булып хеҙмәт юлын дауам итә. Йәш, дәртле, гармунда уйнар­ға яратҡан егет ҡалала уҙғарылған мәҙәни сараларға әүҙем йөрөй, уларҙа үҙе лә ҡатнаша. Уны: «Ни өсөн спектакль, концерттарҙа ҡурай моңо яңғырамай?» – тигән уй борсой. Күп кенә башҡорт йәшәгән Күмертауҙа, районда милли музыка ҡоралында уйнаған, халыҡ алдына сығырҙай кешеләр юҡлығы уйға һала егетте. Эште үҙҙәренән башларға булалар һәм хеҙмәттәше Марс менән үҙ аллы ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә тотоналар. Атаҡлы ҡурайсы Ғата Сөләймәновтың ошо музыка ҡоралы тураһындағы китабын да табып ҡулланалар. Оҙаҡламай ҡурай серен төшөнөргә теләүселәр төркөмөнә урындағы педучилищенан, предприятие, ойошмаларҙан йәштәр килә. Һөҙөмтәлә ҡалала, ра­йон­да уҙғарылған күмәк саралар­ҙа, спектакль-концерттарҙа ҡурай тауышы яйлап ишетелә башлай. 1980 йылдың сентябрендә күмерселәрҙең мәҙәниәт һарайы етәкселеге, Альберт Юлдыбаевтың һәм башҡа рухлы егеттәрҙең ныҡышмалы һорауын ҡәнәғәтләндереп, ҡурайсылар түңәрәген алып барыу өсөн рөхсәт бирә. Милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәнергә теләүселәрҙең һаны ишәйә, бер аҙ ыңғай шарттар булдырыла.
Йыйылған халыҡ сығышты бик йылы ҡабул итә, алҡыштарға күмә. Был ҡурайсылар коллективына сәм өҫтәй, ҡанат ҡуя, яңы уңыштарға әйҙәй. Шул йылдарҙа ҡала советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә Рәйсә Сырлыбаева етәкселек итә башлағас, эштәр ыңғай яҡҡа тиҙерәк үҙгәрә башлай. ҡурайсылар өсөн кейем, инструменттар һатып алына. Тиҙҙән башҡорт фольклор ансамбле төҙөлә һәм 20-нән ашыу һәүәҫкәрҙән торған коллектив ең һыҙғанып эшкә тотона. Ошо ваҡытта Ришат Вахитов етәкселегендә вокал, ҡалалағы хөрмәтле башҡорт теле уҡытыусыһы Хәҙисә Кинйәбаева ҡулы аҫтында ҡумыҙсылар ансамблдәре барлыҡҡа килә. Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдары башында Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы һәүәҫкәр артистары республика күләмендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар алырға, лауреат булыуға өлгәшә. Ләкин, нисек кенә булмаһын, милли музыкабыҙ яңғырауын оҡшатмаған, уға милләтселек күренеше тип ҡараусылар ҙа табыла ул заманда. Альберт Ғәйфулла улы хәтерләүенсә, ул урындағы ял паркында директор вазифаһын башҡарғанда көсәйткестәр аша ҡурай көйҙәрен көн буйы яңғыратҡан.
А. Юлдыбаев районда һәм ҡалала ҡурайсыларҙы күберәк әҙерләүҙе бурыс итеп ҡуя. Иң тәүҙә 1993 йылда «Мираҫ» тип аталған ансамбль ойоштороуға өлгәшә. Был ижади коллективта даими рәүештә унлап кеше шөғөлләнә. Ул йылдарҙа фермер булып эшләгән Альберт Ғәйфулла улы ваҡыты бик тығыҙ булһа ла, төркөмдөң оҫталығын камиллаштырыу, репер­туар­ҙы байытыу, уға яңы ағзалар­ҙы йәлеп итеү буйынса ныҡышмалы эш алып бара. «Тырышҡан − ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан» тигәндәй, уҙған йылдар арауығында «Мираҫ» районда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, республика, зона конкурс-фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашып, уңышлы сығыш яһай. Был хаҡта район мәҙәниәт һарайында урынлаштырылған күп һанлы диплом, маҡтау грамотаһы, рәхмәт хаты асыҡ һөйләй. 2004 йылда А. Юлдыбаев райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында эш башлағас, ул дәртләнеп Көйөргәҙе мәктәптәрендә ҡурайсылар түңәрәктәре асыу менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Ата-әсәләр, балалар менән һөйләшеү, аңлатыу эше алып барыу һөҙөмтәһендә тик һуңғы 5 − 6 йыл эсендә Аҡһары, Таймаҫ, Ялсыҡай, Илкәнәй, Мо­раптал, Айсыуаҡ мәктәптәрендә, Ермолаев ауылы 1-се һәм 2-се мәктәптәрендә бөтәһе 60-тан ашыу уҡыусы ҡурайҙа уйнарға өйрәнде. Ә Яҡшымбәт урта белем биреү усағында 30-лаған бала менән Венер Хәлитов шөғөлләнә. Тәүге йылдар­ҙа, А. Юл­дыбаев хәтерләүенсә, ул йәшәгән район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарға маршрут автобустарында, үҙенең еңел автомобилендә үҙ аҡсаһына йөрөй. Ошо факт ҡына ла уның халҡыбыҙҙың патриоты, рухлы шәхес икәнен асыҡ күрһәтә. Дөрөҫ, тик һуңғы осорҙа ғына район хакимиәтенең мәғариф бүлеге сығымдар­ҙы ҡаплай башлай. Альберт Ғәйфулла улының тәҡдимен район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы ҡотләхмә­тов хуплағас, 2011 йылдан башлап Көйөргәҙе ерендә даими рәүештә халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралында уйнаусылар конкурсы үткәрелә башлай.
Әлеге ваҡытта А. Юлдыбаев пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда ҡурай буйынса юғары категориялы уҡытыусы булып эшләй. Оҫта ҡурайсы көйҙәр, марштар ижад итеү менән дә шөғөлләнә. Уның, мәҫәлән, «Кинйәабыҙ мар­шы»н халыҡ бик яратып тыңлай.
Билдәле булыуынса, республика ҡурайсыларының сираттағы йыйыны быйыл йәй Көйөргәҙе ерендә уҙғарылды. Уны ойоштороуға район ҡурайсылары ла күп көс һалды. Әлбиттә, был яҡташтарға киләсәккә оло яуаплылыҡ та йөкмәтә. ҡурай сәнғәтенә ғашиҡ Альберт Юлдыбаев Ғата Сөләймәновтың «Үҙең өйрән, кешегә өйрәт» тигән девизын бик тә яҡын күрә, хуплай. Шик юҡ, 64 йәшлек ир-уҙаман халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралының данын таратыуға, ишәйтеүгә киләсәктә лә үҙ өлөшөн индерер.

Урал ҡӘЙҮПОВ.

Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы