RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.10.2010 Серле Куинджи

Серле Куинджи  Архип Куинджи – киң билдәле Рәсәй рәссамдарының береһе, пейзаж оҫтаһы. Бер генә һүрәтенә ҡарап, сәғәттәр буйына уйланып торорға була. Сөнки һәр береһенә тотош донъя фәлсәфәһе һыйған төҫлө. Береһенә ҡараһаң, йөҙөң асылып китә, икенсеһе шомландырған кеүек, өсөнсөһөндә үҙеңдең күңел торошон күрәһең, дүртенсеһе инде әллә ҡайҙарға саҡыра, күккә, болоттар араһына, әйҙәй. Онотолоп китеп, шул донъяға сум да, рәссам йөрәгенең бөтә матурлығын, йылылығын, наҙын той, ҡояш нурҙарына ҡойоноп йөрө лә, төбөндә таштары ялтырап ятҡан күлдәренә инеп, тәнеңә йомшаҡ тулҡындар килеп бәрелеүенә иркәлән...

Республикабыҙ халҡы быйыл беренсе тапҡыр билдәле рәссамдың һүрәттәре менән күҙгә-күҙ осраша аласаҡ. Санкт-Петербург ҡалаһының «Рус музейы» «Система» шәфҡәтлелек фонды һәм «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә 21 сентябрҙә Өфөнөң Нестеров исемендәге һынлы сәнғәт музейында Куинджиҙың күргәҙмәһен асты. 77 картинанан торған ҙур күргәҙмә ХIХ быуатта, ХХ быуат башында иң билдәле рәссамдарҙың береһенең ижады менән танышырға теләүселәр өсөн баш ҡалабыҙҙа 29 ноябргә тиклем асыҡ буласаҡ.
Куинджи – рәссам булараҡ ҡына түгел, шәхес булараҡ та бик ҡыҙыҡлы кеше. Уның йомаҡтарын асып бөтөрөрлөк түгел. Хатта тыуыу йылы тураһында ла бәхәстәр йөрөй. Архивтарҙа ғына ла өс паспорты һаҡлана, беренсеһе буйынса ул 1841 йылда тыуған булһа, икенсеһенә ҡарағанда, 1842 йылда, өсөнсөһө 1843 йыл тураһында һөйләй. Ул – ғүмерендә ҙур данға һәм онотолоуға, киң популярлыҡҡа һәм кешеләрҙең үҙен аңламауына дусар ителгән рәссам. Оҫтаны данлауҙары ла бөйөк булғаны өсөн түгел, ә шәхесенең серлелеге өсөн һымаҡ. Ғүмер буйы үҫеш юлынан атлаған ул, бер ҡасан да туҡталып ҡалмаған, хатта тормошоноң аҙағында – 70 йәшлек ҡарт булғанда ла, уның тағы ла юғарыраҡҡа ынтылыуы тойола, тормошҡа ашмаған бик күп эше тороп ҡала.
Тиҙҙән Өфө сәнғәт академияһында музей­ҙың виртуаль филиалы асыласаҡ. Мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Система» финанс корпорацияһы ла үҙ өлөшөн индерә һәм аҡса менән ярҙам итеп тора. Улар мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарға Куинджи күргәҙмәһенә бушлай инеү өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары әҙерләгән.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы