Сайт газеты
Баш бит Фото йүнәтеү Мәғлүмәт Беҙҙең турала Бәйләнеш          Архив
                   

«Башҡорт фильмдары төшөрөлмәгәс, беҙ булғандарын тәржемә итәбеҙ»

10-02-2012, 10:02 Культура
«Ҡурай» каналының һәм «Тамыр» студияһының дубляж бүлектәре башҡортса фильм һәм йәнһүрәттәр әҙерләй
«Башҡорт фильмдары төшөрөлмәгәс, беҙ булғандарын тәржемә итәбеҙ»
Яңы йыл каникулында күптәребеҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһынан башҡортсаға тәржемә ителгән фильмдарҙы ҡарап ҡыуанды. Ҡыуанды тип әйтәм, сөнки совет киноһының классикаһы һаналған Гайдай фильмдарының башҡортса дубляжын оҡшатмаған кешеләр булһа ла, күптәрҙе уларҙың туған телдә яңғырауы битараф ҡалдырманы. Интернетта ла был турала байтаҡ бәхәс ҡоролдо. «Нимәгә кәрәк ул тәржемә, классик әҫәрҙе боҙоп?» – тип ҡаты бәрелеүселәр ҙә булды. «Шул аҡсаға башҡорт фильмы төшөрһәләр ни була?» – тип зарланыусылар ҙа табылды. Әлбиттә, тәржемә эшендә ҡытыршылыҡтар ҙа юҡ түгел. Был тәбиғи ҙә: рус теле менән беҙҙең телдең төҙөлөшө тап килмәй, ә Гайдай геройҙарының ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнеп бөткән һүҙбәйләнештәре тәржемәгә буйһонмай, тейешле мәғәнә менән яңғырап та бөтә алмай. Шулай ҙа тура тәржемә лә түгел, мәғәнәһенә, шартына, яңғырашына, интонацияларына тап килтерелергә тырышылған. Афарин!
Фильмдарҙың ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуы сәбәпле, «БашАрт» егеттәре йәштәрҙе, фильмдың тәржемәсеһен, тауыштарҙы яңғыратҡан актерҙарҙы осрашыуға йыйҙы. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының тамаша залында башҡортсаға тәржемә ителгән «Операция «Ы» һәм Шуриктың башҡа мажаралары»н, йәнһүрәт ҡараныҡ. Тәржемә итеү мәлендә ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуған, тәржемә өҫтөндә эшләүсе Рәсүл Сәғитов нимәгә айырыуса иғтибар бүлергә тырышҡан, нимә өҫтөндә тағы ла эшләргә кәрәк, актерҙарҙы һайлап алыу өсөн кастинг үткәрелгәнме – осрашыуға килеүселәрҙең барыһын да белгеһе килде. Ролдәрҙе уҡыусы Хәким Мортазин, Альберт Имаметдинов, Зилә Дибаеваға (Алмас Әмиров килә алманы), «Ҡурай» каналы директоры Айгөл Әхмәҙиеваға, тауыш режиссеры Марат Ҡаһировҡа бирелгән һорауҙар аша тәржемә, дубляж эшенең бер ни тиклем серенә төшөндөк. Мәҫәлән, башҡортса тауыштарҙы ҡуйыу өсөн бөтә тауыштар ҙа юйып ташлан-­

ған. Шуға ла бесәй мыяулауын да, имтиханға инеп китеүсенең стенаға тырнаҡтарын батырыу тауышын да яңынан үҙҙәренә яҙҙырырға тура килә. Ә ҡурсаҡ театры режиссеры Альберт Имаметдиновҡа микрофон менән уртаҡ тел табыу өсөн байтаҡ тырышырға тура килә. Сөнки актерҙар бөтә зал ишетерлек итеп микрофонһыҙ һөйләргә өйрәнгән, ә бында микрофон эргәлә генә, һүҙеңде көслөрәк тауыш менән әйттеңме, тейешенсә килеп сыҡмай ҙа ҡуя.
Башҡорт кино сәнғәте тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Әлегә беҙҙе ниңәлер яңы фильм­дары менән ҡыуандырмаған «Башҡортостан» киностудияһына ла шелтә тейҙе. «Тамыр» студияһына әллә ни ҡәҙәр аҡса бүленмәһә лә, йыл һайын әллә күпме әкиәт әҙерләп торабыҙ, теләк кенә булһын», – тип фекерен белдерҙе Ләйсән Мәжитова (әйткәндәй, улар бихисап йәнһүрәтте лә тәржемә иткән, араһында «Дисней»ҙыҡылар ҙа байтаҡ). «Башҡорт фильмдары булмағас, рус, сит ил фильмдарын тәржемә итәбеҙ инде», – тип Зилә Дибаева шаяртып ҡуйҙы. Йәштәр, бәләкәстәр, хатта ололар араһында ла телде өйрәнеү, йәнле һөйләште матур итеп һаҡлауҙа телевидениеның, айырыуса фильмдар­ҙың роле ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, тамашасыға башҡортса фильмдар кәрәк.
Былтыр «Йәшлек» гәзитендә «Ҡурай» каналының дубляж хеҙмәте тураһында яҙып үткәйнек инде. Ул саҡта эш «Эдера» сериалы менән яңы башланып ҡына тора ине әле. Ә быйыл тамашасылар эфирға сыҡҡан «Операция «Ы» һәм Шуриктың башҡа мажаралары»н, «Сүллектең аҡ ҡояшы»н ҡарай алды. Бихисап ыңғай шылтыратыу тырышлыҡтарының юҡҡа китмәүе тураһында һөйләй һәм артабан ошо өлкәлә эште дауам итеү өсөн дә этәргес булып тора. Әле дубляж бүлеге «Форрест Гамп», «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра», «Яҙмыш иронияһы» фильмдары өҫтөндә эшләй. Ә беҙ үҙ йәһәтебеҙҙән уларҙың эштәренең тағы ла нығыраҡ камиллашыуын, тамашасыларҙы рухи яҡтан байытырлыҡ фильмдар әҙерләп сығарыуҙарын теләп ҡалабыҙ.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.




Вы можете прокомментировать статью. Для этого можете зайти через сайт вконтакте.ру.

Баҫып сығарырға Уҡынылар: 130 тапҡыр

10-02-2012, 10:02 | авторы: Нур | Фекерҙәр
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ v ...
  • Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВ ...
  • Башҡорт шағиры ӘҪӘРҘӘРЕн тө ...
  • «Ағиҙел» – «йыл журналы»!
  • «Зәңгәр экран»да – «Тамыр» телеканалы
  • Приложения
    Добавление комментария



    Важные новостиСоздание сайта на башкирском языке в Уфе

    Беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың яңылыҡтары:
    Башпортал - новости, литература, башполит, уфимский, журнал, шурале, уфимский край18 мая 2012 12:32: Правительство Башкортостана утвердило величину прожиточного ...
    Постановлением Правительства Башкортостана установлена величина прожиточного минимума в среднем за месяц первого ...

    17 мая 2012 17:41: XVI Международного конкурса-фестиваля музыкального творчест ...
    С 24 по 26 мая 2012 года в рамках Федеральной целевой программы «Культура России», в Уфе пройдет XVI Международный ...

    14 мая 2012 12:56: История башкир
    Исключительность отношений башкир и России отражено в “Соборном Уложении” 1649 года, где у башкир под страхом ...

    11 мая 2012 23:52: Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск
    Страшная авария случилось на трассе Уфа-Челябинск 9 мая 2012 года в которой участвовали 4 автомобильные фуры. После ...

    Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты16 мая 2012 13:02: Рәсәй командаһы Норвегиянан башлай
    Хоккей буйынса донъя беренселегенең төркөм уйындары тамамланды. Плей-оффҡа «А» ...

    16 мая 2012 13:00: Чемпионат тамам, алда Европа көтә
    Футбол буйынса Рәсәй беренселегенең яңы система буйынса тәүге чемпионаты ...

    Текэ Шонкар журналы сайты! 1 января 1970 00:00: Fatal Error
    Fatal Error: could not open XML input (http://./index.php?format=feed&type=rss)


    + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс

    Гәзиттең номерҙары: 1(2011), 10(2011), 11(2011), 12(2011), 13(2011), 14(2011), 15(2011), 16(2011), 17(2011), 19(2011), 2(2011), 20(2011), 21(2011), 22(2011), 23(2011), 25(2011), 26(2011), 29(2011), 3(2011), 30(2011), 31(2011), 33(2011), 35-36(2011), 37(2011), 38(2011), 40(2011), 41(2011), 46(2011), 47(2011), 49(2011), 5(2011), 51(2011), 65(2011), 67(2011), 7(2011), 73(2011), 76(2011), 8(2011), 84(2011), 89(2011)

    Показать все теги
      Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков  Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(Башкортостан) - Яшлек  Спортивный Башкортостан - беҙҙең журналистың сайты  Башҡортса юмористик журнал  Все в движение 'Хартия Честных Интернет Журналистов' - в ЧИЖ Башкирское радио Юлдаш. Прямой эфир
    Copyright c Редакция газеты "Йәшлек"2007-2010 | Создание сайтов www.ak-ufa.ru

    Directrix.ru - рейтинг, каталог сайтов