RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бәүелделәр ҡурай моңонда

31.05.2011 Бәүелделәр ҡурай моңонда

ҡурай байрамы быйыл 11-се тапҡыр уҙғарыла. Был конкурс милли уйын ҡоралыбыҙҙың яңынан-яңы мөмкинлектәрен аса, йәш таланттарҙы балҡыта, күңелгә рух күтәренкелеген бирә, йәндәргә йылы, йырлы, зарлы моңон һеңдерә. Дәртле бейеү көйҙәре булһынмы, оҙон көймө – һәр ҡайһыһында халыҡ һулышын ишеткәндәй булаһың. Октябрьский ҡалаһында үткән быйылғы байрамда ла асыҡ яңғыраны был моң – ҡурай моңо, халыҡ моңо.
250-нән ашыу башҡарыу­сыны йыйған конкурс ҙур байрамға әүерелде. Ул Октябрьский ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейы менән дә тап килде. Республика ҡурай байрамы һәм ҡала көнө бер байрам булып гөрләне.
Төрлө йәштәге, төрлө кимәлдәге, төрлө көйҙәр башҡарыусы ҡатнашыусылар бөтә оҫталыҡтарын күрһәтте. Бар ғаләмде ялмап алған моңға иҫереп, берсә уның һағышлы тулҡындарында бәүелде, берсә дәртле көйҙәргә бейергә ынтылып ултырҙы тамашасы. Кисен гала-концертта, «иң-иң»дәр тип табыл­ған конкурсанттар сығыш яһағандан һуң, еңеүселәрҙе лә тәбрикләнеләр.
3-сө урын Учалының халыҡ ҡурай ансамбленә, Белорет ҡалаһының һәм Ғафури районының балалар ансамблдәренә, Өфө егете Рәдиф Бохарбаев һәм Баймаҡ ҡурайсыһы Илнур Әҙелғужинға тапшырылды. 2-се дәрәжә диплом менән Октябрьский ҡалаһының «Аманат» ҡурайсылар ансамбле, Миәкә райо­нының «Иҙеүкәй» халыҡ ҡурай ансамбле, Өфөнән Таһир Хәмитов һәм Айназ Низаметдинов бүләкләнде. Ә беренсе урынға иһә Баймаҡ ҡурайсылар ансамбле, Ә. Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле, Өфөнән Венер Йылҡыбаев һәм Күгәрсен районынан Алмас Кинйәбулатов лайыҡ булды. Иң ҙур еңеү – гран-при – Өфө ҡалаһынан Илшат Солтангәрәевта. Еңеүсеһенә бүләге лә ниндәй бит әле – LADA (ВАЗ) автомобиле.
Еңеүселәрҙән тыш, номинациялар ҙа билдәләнде. Иң йәш башҡарыусылар – Миәкәнән Айгиз Диниев, Октябрьский ҡалаһынан Сыңғыҙ Насретдинов махсус бүләктәргә лайыҡ булды. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкән ағайҙарынан ҡалышмай егеттәр, бынамын итеп сығыш яһанылар.
Иң өлкән конкурсант – Мә­ләүездән Тәлғәт Нуриев та махсус приз менән билдәләнде.
Конкурста ҡатнашыусылар, тәжрибә уртаҡлашып, аралашып, ҡурай оҫталарының кәңәштәрен тыңлап, рухланып таралышты.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!


Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш

23.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күңелдәргә уйылған бәрхәт тауыш