RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тағы ла береһе тамамланды

10.05.2011 Тағы ла береһе тамамланды

Республикабыҙҙың абруйлы, иң олпат профессиональ концерт ойошмаларының береһе – Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сираттағы 72-се ижад миҙгелен тамамлай. Был уңышлы ла, үҙенсәлекле лә миҙгел үҙенә генә хас һыҙаттары менән айырылып тора.
Режиссерҙар, музыкаль етәкселәр, балетмейстерҙар, һәр программа өҫтөндә төплө уйлап, бөтә оҫталыҡтарын һалып эшләне. Шуға күрә лә филармонияла үткән барлыҡ концерттар ҙа сағыу балҡыш тапты.
Ә 19 майҙа 19 сәғәттә филармония «Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр» исемле концерт программаһы менән ижад миҙгелен яба. Республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған тамашала Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, эстрада-джаз оркестры, «Каруанһарай», «Далан», «Ихлас», «Йәдкәр», Фәдис Ғәниев етәкселегендәге эстрада төркөмдәре, солистар Азат Айытҡолов, Иҙрис Ғәзиев, Рим Гәрәев, Римма Амангилдина, Вәхит Хызыров, Лариса Петрова, Нәзифә ҡадирова, Лилиә Ишемйәрова, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Урал Мортазин, Сәйҙә Ильясова һәм башҡа сәхнә оҫталары ҡатнаша.
20 майҙа 19 сәғәттә филармония алдындағы майҙанда «Йәшлек даръяһы» исемле концерт көтөлә. Бында тик һеҙҙең өсөн Айгиз Ғиззәтуллин, Вадим Зәкиев, Искәндәр Ғәзизов, Юлиә Ғәбитова менән Рафаэль Сәғитов, Гөлнур ҡарабулатова, Азат Биксурин, Рөстәм Шәрипов, Илшат Ишморатов, Рәил Өмөтбаев, Рәдиф Зарипов, Айгөл Һағынбаева, Алтынай Юнысова, Шәһит Хамматов, Венер Камалов, Салауат Мөхәмәтйәров, «Далан», «Арғымаҡ», «Йәш Каруанһарай» төркөмдәре һәм башҡа эстрада «йондоҙ»ҙары сығыш яһай.
Был ижад миҙгелендә тағы ла бер тапҡыр яратҡан артистарыбыҙ менән бергә йырлашып, күңел асып, көҙгә тиклем юғары рухта, күтәренке кәйефтә хушлашыу концерттарына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ!

Э. ХАФИЗОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы