RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Илһамлы миҙгелде ҡаршылап

10.05.2011 Илһамлы миҙгелде ҡаршылап

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары күңелле яҙ мәшәҡәттәре солғанышында йәшәй: белем алырға ла өлгөрәләр, ʺСтудент яҙыʺ фестивалендә лә ҡатнашалар, фәнни-ғәмәли конференцияға ла әҙерләнәләр.
Бындай ҡыҙыу эш мәлендә факультетыбыҙҙың ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһе ағзалары ла ваҡыттарын бушҡа уҙғармай. Филология фәндәре докторы Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы Шәрипова етәкселегендә һәр бер ултырышта алға ҡуйған маҡсаттарҙы барлайҙар, бурыстарҙы уртаҡлашалар. Яңыраҡ ҡына улар бер-бер артлы матур-матур осрашыу­ҙарҙа ҡатнашыу бәхетенә иреште.
Йәш шоңҡарсылар БР Яҙыусылар союзында ойошторолған шиғриәт кисәһенә йыйылды. Осрашыуҙы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина асып ебәргәс тә, һүҙҙе йәштәр алды. Һуңынан шиғри сығыштар­ға Ҡәҙим Аралбай, Зөһрә Ҡот­логилдина, Әлфиә Әсәҙуллина, Лариса Абдуллина, Зөфәр Вәлит, Гүзәл Ситдиҡова тарафынан баһа бирелде. Йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың да уңыштар теләп, изге фатихаһын биреүе студенттарҙы ҡыуандырҙы һәм улар, үҙ сиратында, әйтелгән теләк-кәңәштәр­ҙе тоторға вәғәҙә бирҙе.
Апрель башында ʺШоңҡарʺ әҙәби-ижади берекмәһенә Стәрлетамаҡтан йәш шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге ʺАшҡаҙарʺ түңәрәге ағзаларының ҡунаҡҡа килеүе оло тантанаға әйләнде. Осрашыуға ʺЙәншишмәʺ гәзитенән шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина ла саҡырылғайны. Уға ʺШоңҡарʺға йөрөүселәр тарафынан эшләнгән ʺКиләсәк ʺЙәншишмәʺнән башланаʺ тип исемләнгән стенгазета бүләк ителде.
Зөһрә апайҙың шиғри күстәнәсенән һуң Стәрленән килгән ҡунаҡтарыбыҙ матур, үҙенсәлекле тамаша күрһәтте. Һәр береһенең һөйләгән шиғырҙары күңелгә ятышлы. Тимур Усмановтың гитарала уйнап, йырлауы үҙе ни тора!
Ҡунаҡ ашы − ҡара-ҡаршы, тигәндәй, шоңҡар­ҙар ҙа шиғри сығыштар менән йыр-бейеүҙәрҙе аралаштырып, осрашыуҙы йәмләп ебәрҙе. Лилиә Үркенбаеваның ʺҺандуғасʺ йыры, Илүзә Кирәева һәм Гөлсәсәк Ибраһимова башҡарыуындағы бейеүҙәр алҡыштарға күмелде.
Бына шулай дәртләнеп, илһамланып, илһамлы миҙгел − яҙҙы ҡаршыланы ʺШоңҡарʺ берекмәһе ағзалары.
Зарина БАҒЫШАЕВА,
БДУ студенткаһы
.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй