RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Ғәфү ит мине, әсәй!»

21.09.2019 «Ғәфү ит мине, әсәй!»

Әсәһе әхирәткә күскәндә Ләйләгә ете генә йәш ине. Әлеге кеүек хәтерендә: урам, ишек алды, өй эсе тулы кешеләр. Ҡыҙ үҙҙәренә был тиклем күп кеше килгәнен хатта хәтерләмәй ҙә. Улар үҙ-ара шым ғына һөйләшә. Оло инәйҙәр өйгә ҙур кәритә ҡуйып, һыу индерҙе, тотонолғанын сығарып түкте. Икенселәре аҡ төҫтәге тауарҙан әллә нимә текте... Күрше Ғәйшә инәйҙән ҙур суйын көршәк алып килеп, аш һалып ебәрҙеләр, ике самауыр менән сәй ҡайнатырға ҡуйҙылар...

Шулай бер тын ҡайнашып алған­дарынан һуң, әйләнә-тирә тынып ҡалды. Ләйләне өләсәһе етәкләп, өйгә алып инде. Түр яҡта аҡҡа төрөп һалынған нимәлер ята. Кеше ятҡанға оҡшаған. Ҡыҙ аптыраны. Ниңә урындыҡҡа һалма­ғандар? Урындыҡ буйлап оло йәштәге олатай-өләсәйҙәр теҙелешеп ултырған. Өләсәһе менән ҡыҙ ингәс, ауыл муллаһы оҙаҡ итеп Ҡөрьән уҡыны. Ҡыҙ хатта арып китте. Ләйлә килгән кешеләрҙе күҙҙән үткәрҙе. Кем генә юҡ. Хатта түбән оста йәшәгән Мәғәфүрә әбей ҙә бар. Уға ни ҡалғандыр, тип уйлап ҡуйҙы. Сөнки, әсәһе әйтмешләй, уларҙың ишегенең ҡайһы яҡҡа асылып, ҡайһы яҡҡа ябыл­ғанын да белмәй улар. Берәүҙәр тауыш-тын сығармай ғына күҙ йәштәрен һөртә, икенселәре бер нөктәгә текәлгән, әйтер­һең дә, оло ҡайғы килгән. Ләйләгә лә күҙ һалғылайҙар... Ҡыҙҙың асыуы килеп, юл аша ҡаршы өйҙә йәшәгән Фрәнгизәгә телен күрһәтте. Тик ул яуап бирмәне, ҡарашын ғына күсерҙе. Аҡ төргәктең бер башы асыҡ. Унда кемдер ятҡанын шәйләп алды. Урындан торорға ярамағас, ятҡан кешенең йөҙөн асыҡ ҡына күрә алманы. Мулла, ниһайәт, доғаһын уҡып бөтөп:
– Хәҙер мәрхүмә менән хушлашырға ла мөмкин, – тине.

Баштарын түбән эйгән кешеләр яй ғына атлап, мәрхүмә менән хушлашып, урамға сыҡты. Шул ваҡыт өләсәһе Ләйләнең ҡулынан алып:
– Әйҙә, ҡыҙым, һин дә әсәйең менән хушлаш! – тине.

Ҡыҙ аңлап етмәне. Тирә-йүненә ҡарап әсәһен эҙләне, тик тапманы.
– Һин әсәйемде, китте, тигәйнең бит. Киткән кеше менән нисек хушлашырға? Ул күптән икенсе планеталалыр инде, әсәйем үҙе шулай тип әйткәйне...

* * *
Ләйләнең әсәһе йыш ҡына дауаханаға инеп, дауаланып сыға. Ҡыҙ уның ҡайтҡанын һәр ваҡыт һағынып көтөп ала. Кис ятҡас, янына саҡырып алып:
– Әсәй, әйҙә, минең менән ят, әтеү ҡурҡам, йоҡлап китә алмайым. Һин башҡа дауаханаға инмә, йәме! Өйҙә генә дауалан! – тип, ҡыҙ әсәһен янына ятҡырып, уға һыйынып, муйынынан ҡосаҡланы. – Әсәй, мин һине ны-ы-ыҡ иттереп яратам! – тип, иркәләнеп тә алды, шунан тыныс­ланып, йоҡлап китте.

Ләйләгә күптән былай тыныс һәм йылы булғаны юҡ ине. Әсәһенең дауахананан ҡайтҡанын оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Бына ҡәҙерле кешеһе, ниһайәт, өйҙә, уның эргәһендә һәм башҡа бер ҡасан да ҡыҙын ҡалдырып дауаханаға китмәйәсәк. Әсәһе, йәшләнгән күҙҙәрен бәләкәсенән йәшерергә тырышып, битен юрғаны менән ҡапланы. Һәм, бышылдап ҡына, мин дә, бәләкәсем, һине ныыыҡ иттереп яратам, тине.

Күңеле елкенгән ҡыҙ оҙаҡ йоҡламаны, уянды. Әсәһенең янында ятҡанын күргәс, ҡыуанып китте:
– Әсәй, әкиәт һөйләле! Һинең миңә күптән әкиәт һөйләгәнең юҡ! – тине.
– Әкиәт? Ә нимә тураһында тыңлағың килә, ҡыҙым?
– Әлләсе. Миңә һин һөйләгән бөтә әкиәт тә оҡшай. Бигерәк тә минең һәм үҙең тураһындағылары.
Әсә ҡыҙына нимә тураһында һөйләргә белмәй, байтаҡ ҡына баш ватып ятты. Әүәл үҙе, ҡыҙы белгән әкиәттәрҙе бергә ойоштороп, әүәләп, өр-яңы әкиәт уйлап сығара торғайны. Бындай әкиәттәрҙе Ләйлә лә ярата. Йыш тыңлаһа ла, ялҡмай, сөнки улар һәр ваҡыт та бер төрлө башланып китһә лә, бөтөнләй икенсе төрлө, матур бөтә. Ҡыҙ үҙе лә әкиәттәр уйлап сыға­рырға әүәҫ. Уға айырыуса ваҡи­ғаларҙы үҙе теләгәнсә үҙгәртә алыуы оҡшай... Әсәһе:
– Йә, тыңла, ҡыҙым, минең әкиәтем беште, – тине, әүәлгесә мөләйем тауыш менән.
– Һөйлә! – ҡыҙ арҡаһына ятып, түбә таҡтаһына төбәлде. Ул шулай, әсәһе һөйләгәндәрҙе йәнһүрәт итеп ҡарарға күнеккән.
– Борон-борон заманда түгел, ә беҙҙең көндәрҙә йәшәгән, ти, бер бәләкәс кенә ҡыҙ.
Ләйлә:
– Уның исеме Ләйлә булған, әсәй, ивет.
– Ярай, һин әйткәнсә булһын.
– Шунан, әсәй, шунан?..
– Шулай йәшәгән, ти, былар, бик оҙаҡ йәшәгәндәр... Уларҙың өйҙәре шоколадтан, йорт-ҡура-ҡаралдылары мармеладтан, ҡашығаяҡтары алтындан, кейемдәре ебәктән, аҙыҡтары ап-аҡ ҡалас булған, ти... Был тиклем байлыҡҡа Мәскәйҙең күҙе ҡыҙған һәм нисек итеп быларҙың байлыҡтарын үҙенеке итергә тип баш вата башлаған.

Әсәһе фекерен туплай алмай, тынып ҡалғас, Ләйлә:
– Шулай бер көн Мәскәй матур ҡыҙға әйләнгән һәм ҡыҙҙың әсәһенә тылсымлы алма бүләк иткән. Шунан, әсәй?
– Шунан, әсәһе алманы бер генә тешләп өлгөрә, шунда уҡ башы әйләнеп йығыла. Ауылдағы күп сирҙең серен белгән әүлиә инәй:
– Уны дауалар өсөн ете генә бөртөк алһыу төҫтәге, ете тажлы сәскә кәрәк, – тип әйткән.
Ләйлә:
– Әсәй, бәлки, һиңә лә шул алһыу төҫтәге сәскә ярҙам итер? Атай бит урман-ҡырҙарҙа күп йөрөй, ә ниңә ул һиңә уны алып ҡайтмай? – тип, ҡы­ҙыҡ­һыныуынан тороп уҡ ултырҙы. – Беҙҙә булмаһа, икенсе яҡтан эҙләһен...
– Атайың миңә алып ҡайтыр ул, ҡыҙым, ә бына теге ҡыҙҙың атаһы алып ҡайта алмаған, сөнки тапмаған.
– Шунан, әсәй?
– Беләһеңме, үҫкәнем, был донъяға кешеләр оҙаҡҡа килмәй. Ваҡытлыса ғына. Сабый булып тыуа, үҫә, ә мәле еткәс китә. Китә лә башҡа ҡайтмай. Киреһенсә, бында ҡалғандар киткәндәр артынан китә. Улар унда осраша һәм башҡа бер ваҡытта ла айырылышмай... Аңланыңмы?..
– Юҡ, аңламаным, ә ҡайҙа китәләр?
– Күктә, аҡ болоттарҙан да өҫтә, ай-йондоҙҙарҙан да юғары икенсе планета бар, ана шунда. Унда кешеләр бик бәхетле йәшәй. Яманлыҡ һәм сир-сорҙар ҙа юҡ, ти. Тик унда бөтә кешене лә алмайҙар, ә иң-иң яҡшыларын ғына. Тәртипле, тәрбиәле, һәйбәт кеше бу­лырға кәрәк, аңланыңмы?..
– Эйе, аңланым, әсәй, тик беҙ бергә китербеҙ, йәме: һин, мин, атайым...
– Ярай, ҡыҙым, ә хәҙер йоҡлайыҡ!
Ҡыҙ оҙаҡ ҡына үҙ уйҙарына сумып ятҡандан һуң, хыялдарына батып, йоҡлап китте.

* * *
Ҡыҙ иртән күҙҙәрен асһа, әсәһе янында юҡ. Ләйлә:
– Өләсәй, әсәйем ҡайҙа?
Өләсәһе ейәнсәрен алдына ултыртып, тыныс ҡына тауыш менән:
– Ҡыҙым, әсәйең китте, – тине.
– Ә ниңә мине лә алып китмәне? Беҙ кисә бергә китербеҙ тип һөйләшкәйнек бит.
– Белмәйем, ҡыҙым, был турала ул миңә өндәшмәне.
Ләйләнең күҙҙәренә үпкә йәштәре тулды. Ҡыҙ урамға сығып йүгерҙе.

– Әсәйем мине алданы, ул мине яратмай, – тип һарай башына менеп, бесәнгә ҡапланып, үкһеп-үкһеп иланы. Күҙенән һуңғы бөртөк йәше сығып бөткәнсе, күңеле һыуһыҙлыҡтан кибеп ҡатҡансы... Аҙаҡ арҡаһына әйләнеп ятты ла төпһөҙ күкте күҙәтә башланы. Әсәһе уны ҡал­дырып ҡасҡан планетаны табырға тырышты ул. Тик тапманы. Ғәзиздәренә ҡаты үпкәләп, эсенә йомолоп, кис еткәс кенә һарай башынан төштө. Өйгә инде һәм ҡәҙимге урынына ятмай, урын­дыҡ­тың икенсе башынан урын алды. Бынан кире ул һәр ваҡыт шунда йоҡланы.

* * *
Йылдар үтте, Ләйлә буй етте, мәктәпте тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға инде, уҡыуын бөтөп кейәүгә сыҡты, улы тыуҙы. Шул арала бер тапҡыр ҙа әсәһен иҫенә төшөрмәне. Хәтеренә төшһә лә, уйын икенсегә бороп ебәрергә тырышты. Донъяһы бер төҫлө йәмләнеп, талғын ғына аҡты ла аҡты. Моғайын, һаман да шулай дауам итер ине. Тик көтмәгәндә ире юл фажиғәһенә эләгеп, вафат булды. Уларҙы яратмағанлыҡтан түгел, ә әсәһе әйтмеш­ләй, мәле еткәндер. Шул ауыр көндәрендә Ләйлә, теге ваҡыт, әсәһе киткәс, бесән­лектә тәгәрәп ятып ила­ғандағы кеүек, иҙәнендә тәгәрәп йөрөп, үкереп иланы. Ул кешеләрҙең был донъянан үҙ теләктәре менән түгел, ә өләсәһе әйтмешләй, ризыҡтары бөткәс киткәнен аңланы. «Китәһеңме, ҡала­һыңмы?» – тип уларҙан бер кем дә һорап тормай... Киткәндәрҙең һайлау хоҡуғы юҡ. Әгәр булһа, ғаиләһе өсөн йән атып торған Хәмите уларҙы ҡалдырып, илатып, үкендереп китеп бармаҫ ине... Хәйер, әсәһе лә... Ул бит Ләйләне фәрештәһе күреп яратты. Ә ул ғүмере буйы әсәһенә үпкә һаҡлап йәшәне. Ана шул яратҡаны өсөн үпкәләне лә инде ул уға, юҡһа күптән онотор ине. Хәйер, уға әсәһе үлем тураһында, йыш булмаһа ла, һөйләй торғайны. Моғайын, үҙенең иртә китерен белгән һәм ҡыҙын шуға яйлап ҡына әҙерләгәндер. Ә ул, ете йәшлек сабый, ҡайҙан аңлаһын инде?..

Башта – әсәһе, хәҙер ире... Тик ниңә шулай иртә? Улы мәктәпкә төшөп өлгөрмәне бит әле. «Ни өсөн мин яратҡан, мине яратҡан кешеләр шулай иртә китә? Улар мине ярата бит! Мин дә!..»

Йомала Ләйлә улын эйәртеп мәсеткә юлланды. Хәҙрәттән әсәһе рухына бағышлап доға уҡыуын һораны. Әсәһе әхирәткә күскәндән алып, беренсе тапҡыр...
– Ғәфү ит мине, әсәй, мин һине ғәфү иттем! – тине ул, ә күҙҙәренән йылға булып күҙ йәштәре аҡты ла аҡты ...

Бынан һуң ҡатын улы менән һәр йома мәсеткә йөрөнө. Әсәһе, ире рухына доғалар бағышлатты. Яйлап үҙе лә намаҙға баҫты.



Автор: М. Ғәйфуллина
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа