RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

22.02.2011 Талантлы ҡурайсы

Талантлы ҡурайсыЛицейҙың тамаша залы балалар менән тулы. Тып-тын… Бына танһыҡ ҡурай моңо таралып, күңелдәрҙе арбаны…Берсә сәңгелдәктә бәүелтә, бер­­сә һауаларҙа осороп йөрөтә, ҡайҙалыр ҡанатландыра, йөрәктәрҙе елкендерә, ил­һам­ландыра, рухландыра. Ҡурай моңона сорналғанда, Башҡортостандың мәғрур тауҙары, ҡыйып үткеһеҙ ҡуйы урмандары, бормаланып-бормаланып аҡҡан мул һыулы йылғалары, йәйрәп ятҡан күлдәре, гөл-сәскәгә күмелгән яландары, тыныс күк йөҙөн иңләп осҡан ҡоштары, гүзәл илде төйәк иткән кейек-януарҙары – барыһы ла күҙ алдынан үтә.
Бына шулай уйландырҙы ла, моңландырҙы ла Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡытыусыларын, уҡыусыларын ҡурай моңонда тирбәткән талантлы ҡурайсы Роберт Юлдашев. Ул осрашыуға үҙенең “Ҡурайсы” төркөмө менән килгәйне. Үҙенсәлекле төркөм егеттәре бик оҫта итеп, ҡурай моңона ҡушылып, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаны, өзләп тә ишеттерҙе. Балаларға бигерәк тә егеттәр­ҙең бирелеп китеп һуҡма инструменттарҙа уйнауы оҡшаны. Ә инде Роберт ағайҙың дәртле лә, моңло ла итеп ҡурайҙа төрлө көйҙәр башҡарыуын айырыуса яратып ҡабул иттеләр. Хатта “Афарин!”, “Бис!” һүҙҙәрен туҡтауһыҙ хуплап ҡысҡырып ултырҙылар, рәхәтләнеп алҡышланылар, бейеп тә алдылар. Роберт Юлдашев үҙе лә балалар менән алсаҡ, ысын күңелдән аралашты, фәһемле лә, кәрәкле лә фекерҙәрен әйтте. Роберт ағайҙың шулай яғымлы аралашыуы, бөтөн йөрәктән ҡурайҙа уйнауы һәр кемдең күңеленә үтеп инде, балалар бик ҡәнәғәт ҡалды.
Концерт-осрашыу тамамланһа ла, та­ра­лышырға ашыҡманылар. Ҡурай­сы­ға ял да бирмәйенсә, олоһо ла, кесеһе лә уратып алды. Ҡай­һыһы автограф ала, ҡайһыһы ҡурай тура­һында һораша, ҡай­һыһы Роберт ағайҙы яҡындан күреп һөйләшеп ҡалғыһы килә. Концерттан һуң ҡурайсының тағы бер һоҡланғыс сифаты асыҡланды. Ул сәғәттән ашыу һәр баланы тыңланы, көндәлектәренә матур һүҙҙәр яҙҙы, һәр береһенә иғтибар бүлеп әңгәмәләште, кәңәштәрен бирҙе. Ҡыйыуыраҡтарына ҡурай буйынса ул алып барған өҫтәмә дәрестәргә йөрөү бәхете лә эләкте.
Һәләтле ҡурайсыға һоҡланғыс концерты, милли байлығыбыҙ ҡурайҙы, уның моңон халыҡҡа еткергәне, аҡыллы һүҙҙәре өсөн бөтә лицей уҡытыусылары, уҡыу­сылары исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай бай йөкмәткеле концерт-осрашыуҙы ойоштороп уҙғарғаны өсөн яратҡан уҡытыусыбыҙ Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллинаға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.


Айгөл СӨЛӘЙМӘНОВА,
М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының XI А синыфы уҡыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар




Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!