RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

Йәш быуын ғына түгел, урта һәм оло йәштәгеләр ҙә вайн ҡарарға ярата. Бөгөн вайн ҡарап, рәхәтләнеп көлөп алырға теләмәгән кеше һирәктер. Интернетта, тәү сиратта Инстаграм социаль селтәрендә үҫешкән ҡыҫҡа роликтар юморға ҡоролған булыуы менән арбай. Сама менән 20 секундтан алып бер минут тирәһе ваҡытҡа һуҙылған видеола кешенең етешһеҙлектәре йәки төрлө тормош ваҡиғаһы көлкөлө итеп күрһәтелә. Был жанрҙы үҙ итеүселәр, йәғни төшөрөүселәр вайнер тип атала. Был модалы күренештән башҡорт йәштәре лә ситтә ҡалманы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешене көлдөрә алыу һәләтенә эйә булыусылар үҙҙәренең ҡыҙыҡлы видеояҙмаларын интернет ҡулланыусыға тәҡдим итә.

Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт академия театры актеры Фәнил Ҡарасурин да – башҡорт вайнер­ҙарының береһе. Ул үҙен­сәлекле геройын – “өләсәй” характерын – ҡыҙыҡлы итеп аса белеүе менән башҡаларҙан айырылып тора. Фәнилдең профессиональ актер булыуы арҡа­һындамы, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт позитивы сағыуыраҡ балҡыны.

Тәүҙә репетициялар, спек­таклдәр араһында театр коллективы йәштәре менән бергәләп төрлө вайн төшөрә башлай. Тик күпмелер ваҡыттан был эш һүнеп ҡала. Яҙғыһын Фәнил вайн жанрында яңғыҙын ғына һынап ҡарарға була. Үҙе сюжет уйлап таба, барлыҡ ролде үҙе башҡара һәм камераға штатив ярҙамында төшөрә. Сценарий яҙыусы ла, режиссер ҙа, оператор ҙа, ҡораусы ла булыу егеткә һис ауырлыҡ тыуҙырмай. Камералы телефондар барлыҡҡа килеү менән улар ярҙамында күргән бөтә нәмәһен кадрға төшөрөргә яратҡан егеттең “тәжрибәһе” ярап ҡала. Тәүге эше үк уңышлы килеп сыға. Бик күптәр “лайк” ҡуя, дәртләндереү һүҙҙәрен яҙа, тағы ролик тө­шөрөүҙе һорай. Беренсенән, кеше бер нәмәгә лә ҡарамай ҡыуанырға һәм күңел асырға ярата, икенсенән, өләсәй образы барыһына ла яҡын һәм ғәзиз. Бөгөн Фәнилдең “өлә­сәһен” меңәрләгән кеше яратып ҡарай. Актер ҡыланыуы, ололарса телмәре менән халыҡты көлдөрөп кенә ҡалмай, ә уйланыу өсөн урын да ҡалдыра. Өләсәй – ейән мөнәсәбәттәренә ҡоролған барлыҡ видео тормоштан алынған хәлдәрҙе һүрәтләй. Сюжеттарҙа артыҡ хәрәкәттәр ҙә юҡ, ә бер урында һөйләп тороп ҡына характерҙы аса Фәнил.

– Минең “өләсәйем” – йыйыл­ма образ. Юмористик харак­терға эйә, алсаҡ, ҡайһы саҡта артыҡ шикләнеүсән, тиҙ ыша­ныу­сан, ҡабалан һәм башҡа. Күптәр, үҙ өләсәйеңде үсекләп күрһәтәһеңдер, моғайын, тип һорай. Юҡ, минең ҡәҙерле кешем Хәҙисә Ҡыуатоваға ул бөтөнләй оҡшамаған. Мәҫәлән, минең бер видеола өләсәй ейәнен таң менән уята. “Иртә бит, йоҡла әле, балаҡайым”, – тип тупылдатып һөйә һәм дөбөр-шатыр ҡоймаҡ ҡойорға тотона. Хәҙисә өләсәйем бер ҡасан да улай итмәйәсәк, киреһенсә, уға ҡунаҡҡа барһам, рәхәтләнеп йоҡомдо туйҙырыу форсаты тыуа, – ти көлөп Фәнил. – Уның бесәй кеүек баҫып шым ғына йөрөүенән мин бер ни ҙә белмәй, төшкә ҡәҙәр йоҡо һимерткәнем булды. Иҫ бел­гәндән алып өләсәйем намаҙ уҡыны.

Күптәр “тапалған” мәҙәк­тәрҙе ярата. Егеткә лә “теге”не йәки “быны” төшөр, тип элекке көләмәстәрҙе һорап яҙыусы­лар бихисап. Ләкин егет сюжет һәм видео сифаты ғына түгел, ә вайндарҙың ҡабатланмаған булыуы тураһында ла ҡай­ғырта. Шәхси битенә яҙы­лыусылар араһында ви­деоларҙы көтөп алыусылар менән бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләне: “Яңы роликты ҡасан һәм сәғәт нисәлә ҡуя­сағым хаҡында анонс яҙам. Ғә­ҙәттә, ул киске етелә була. Бер мәл, техник сәбәптәр арҡаһында, вайнды урынлаштырып булманы. Сибайҙан бер апай миңә, ҡасан видео була, тип һорап яҙа. Баҡтиһәң, балалары менән яңы мәҙәк көтөп ултыра икән. Мәй­тәм, берәй сәғәттән, саҡ ҡына сабыр итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, ул көндө эште һуң ғына тамамлай алдым. Ә Инстаграм ҡағиҙәләре буйынса, төнгө ваҡытта ҡуйыл­ған пост ҡулла­ныусыларҙың иғтибары­нан сит­тә ҡаласаҡ. Теге апай тағы яҙа: “Балаларым йоҡламай бит – улар һинең вайнды көтә”. Ҡалай итәһең, ҡатындың номерын алып, әлегә бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған роликты уға ғына ватсап аша ебәрергә тура килде. Балаларым эй ҡыуанды, тип рәхмәт әйтте һуңынан. Әгәр ҙә минең яратҡан шөғөлөм кешеләрҙең тормошона аҙ ғына булһа ла шатлыҡ өҫтәй икән, артабан да был йүнәлештә эшләргә һәм тәжрибә тупларға иҫәп тотам”.

Быйыл Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе шаҡ ҡа­тырған хәл – банкты талау тура­һында ла вайндар төшөрә егет. Фәнилде Луиза Хәйруллина ро­лендә аудитория ҡул сабып ҡар­шы алды. Ул көндәрҙә блогына яҙылыусылар һаны ла кинәт артып китә. Күрәһең, бөгөнгө халыҡ юморҙа ла криминалды күрергә теләй. Сөнки үҙебеҙҙең гәзиттең интер­неттағы сайты һәм төркөмө күрһәткестәренән сығып әйтәм: урлашыу, енәйәт һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәл менән халыҡ күберәк ҡыҙыҡ­һына һәм уҡый.

Вайнер әйтеүенсә, бер ми­нутлыҡ видеоны төшөрөү өсөн 1 сәғәт тирәһе ваҡыт китә, ә уны монтажлау өсөн – 3 – 4 сәғәт самаһы. Ошо ваҡытты кемдер буш хәбәр һөйләп йәки интернетта ултырып уҙғарһа, Фәнил Ҡарасурин интернеттағы баш­ҡорт контентын үҫтереүгә арнай.
Уйлап ҡараһаң, туған телендә видео яҙҙырған вайнерҙар телде таратыу һәм уны үҫтереү өҫтөндә ҙур эш башҡара. Башҡорт вайнерҙары бик күп түгел, уларға берләшергә, үҙ-ара аралашып ижад итергә кәрәк, тигән фекерҙә геройым.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!