RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

15.08.2019 Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Телевидение, киностудия, ижади-етештереү берләшмәһе, театр, филармония... Бер-береһенән алыҫ торған ойошмалар, әммә эшләү өсөн мотлаҡ рәүештә алдынғы ҡараш, ижади һәләт, дәртле йөрәк һәм ынтылыш кәрәк. Айырыуса етәксе вазифаһын башҡарыусыға. Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн башҡорт сәнғәтенә арнаған шәхес, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Рәйес ИСМӘҒИЛЕВТЫҢ тормошона фотоһүрәттәр аша бер аҙ байҡау яһайыҡ.

Кешенең ниндәйҙер айырым һөнәргә, шөғөлгә таланты алдан уҡ билдәле була. Бары тик баланы уратып алған мөхит – ата-әсәһе, уҡытыусылары, туғандары, дуҫтарының, уның ошо өҫтөнлөгөн күреп, ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреүе генә кәрәк. Кешенең үҙ тырышлығы булыуы ла мөһим, әлбиттә.

Ауылда атайым тәүгеләрҙән булып “Родина” радиоалғысы һатып алғайны. Көнөнә өс тапҡыр концерт тапшыралар, тыңларға бөтә урам халҡы йыйылып китә. Мин гармун моңдарын (айырыуса Бәхти Ғайсин уйнаһа) иҫем китеп, хисләнеп тыңлай инем. Үҫә килә, йәштәрҙең киске уйындан һуң урам буйлап йырлап йөрөүен йоҡламай көтә башланым. Уларға эйәреп йөрөп тигәндәй бер аҙ көй сығарырға өйрәнгәс, атайым миңә “Шуйская” гармуны һатып алды. “Пионер” журналында Ғата Сөләймәновтың фотолар менән ҡурай эшләргә өйрәткән мәҡәләһе сыҡҡас, мин дә маташтырып ҡараным. Шул ыңғайға ярайһы ғына уйнарға ла өйрәндем, хәҙер ҙә күңел тулһа, ҡулыма гармун йә ҡурай алам. Сәнғәт донъяһына ынтылыш бала саҡтан уҡ булды. Спектаклдәрҙә уйнаным, ә бына йырға ла, бейеүгә лә талантым юҡ.


Ялдарымды дуҫта­рым, туғандарым ме­нән үткәрәм. Йәки баҡсала эш һәм мунса менән үтә. Ауыл балаһы булғанғамы, ерҙә соҡоноу, үҙем үҫтергән ризыҡты ашау күңелгә рәхәтлек бирә. Баҡса ҙур, һигеҙ сутый ер һәм ғәләмәт шәп мунса бар.

Башҡа ир-егеттәр кеүек һунарсы ла, балыҡсы ла түгелмен. Бала саҡта беҙ урманда аҡ шыршы сайыры йыя инек. Ауыр эш, әммә хаҡы ҡиммәт. Бер саҡ шулай Фәйзрахман ҡустым менән сыҡҡанда, иҫерек һунар­сының кейеккә тип атҡан патроны минең аяҡҡа тейҙе. Апрель айы ине, ярай һунарсы, үҙ ғәйебен аңлап, ҡар йыра-йыра мине күтәреп алып ҡайтты. Табиптар Инйәр дауаханаһында төнө буйы операция эшләп, үлергә бирмәне. Һунар яратмауымдың тәүге сәбәбе ошо булһа, икенсеһе – йәнлектәрҙе йәлләү. Мин, моғайын, ауылда йәшәһәм, мал аҫрап, һуғым һуйып, ит ашап ултыра алмаҫ инем.

Ғаиләлә биш малай һәм бер ҡыҙ үҫтек. Бала саҡтың иң хә­терҙә ҡалған мәле: теҙе­лешеп ултырып дәрес әҙерләү һәм ҡышҡы кис­тәрҙә атайым менән йә үҙ-ара шахмат, шашка уйнау. Әсәйем эшкә талапсан булды: малайҙар тип торманы, беҙҙән иҙән дә йыуҙыртты, ашарға ла бешертте, баҡса ла утатты. Ә беҙҙең менән бергә йәшәгән өләсәйҙән ир­кәләү һәм наҙ ғына күрҙек.

Малайҙар күп булғас, йыш эш боҙа инек. Айырыуса мин шаян, һуғыш суҡмары булдым. Класс етәксем йыйылыш һайын: “Рәйес һәйбәт уҡый ул, әммә бына тәртибе эште боҙа”, – тип һуҡрана торғайны. 3-сө класта уҡығанда уҡ тәмәке тартып ҡараным. Кеҫәмдән махорка табып алғас, әсәйем аҡыл сыбығы менән “тәрбиәләп” алды. Файҙаһы тейҙе: башҡаса ауыҙға алғаным булманы. Балалар тәртипле һәм әҙәпле булып үҫһен тиһәң, иркәләргә лә, ҡулға сыбыҡ алырға ла кәрәк.

Әрме хеҙмәтенә рядовой һалдат булып киткәйнем, сержант мәктәбен тамамлап, лейтенант погоны тағып ҡайттым. Институт тамамлағанмын, коммунистар сафында торам, ҡатыным бар, ҡыҙым тыуҙы. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай башлағас, бер нисә тапҡыр ялға ҡайтырға мөмкинлек бирелде.

Венгрияла хеҙмәт иттем. Ҡайтырға бер нисә ай ғына ҡалғайны, мине Будапешт телевидениеһына режиссер итеп эшкә саҡырҙылар. Бер йылдан, ғаиләмде күсереп, оҙаҡҡа ҡалыу тәҡдиме булды. Эш хаҡы ҙур, торлаҡ бар – риза булдым. Тик ҡатыным икенсегә ауырлы булғас, сикте сығыуға рөхсәт булманы. Яҙмышыма тыуған яҡта, үҙ халҡым араһында йәшәү насип булғандыр. Хеҙмәттән ҡайтҡанда миңә 27 йәш ине, яңы көс һәм дәрт менән эшкә тотондом.

Балаларыма ҡарата мин дә талапсан булдым. Аллаға шөкөр, ҡул күтәрерлек сәбәп бирмәнеләр. Әммә гел генә “игәп”, тәрбиәләп, һүҙ менән “ҡамсылап” торҙом. Ҡыҙым үҙенең эшен асты, улым архитектор булып эшләй. Вазифаларын намыҫ менән башҡаралар. Ул яҡтан миңә оҡшағандар, ғорурланам.

Өс ейәнем, ике ейәнсәрем бар. Латифа сәнғәткә тартыла, “Тамыр” студияһында шөғөлләнә. Нәркәс теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Асҡар ейәнем хас мин, ныҡ шаян. Ә Камил менән Ирхан тыныс холоҡло, техника менән ҡыҙыҡһыналар.


Үҙ ғүмеремдә бик күп бөйөк шәхес менән аралашыу бә­хете тейҙе. Заһир Исмәғилев, Яныбай Хамматов, Арыҫлан Мөбәрәков һәм башҡалар мине дуҫ йә ҡусты кеүек күреп аралашты.

Мостай Кәрим менән яҡындан аралашып китеүгә Заһир ағай сәбәпсе булды. Ул мине гел генә Йоматауҙағы баҡсаһына алып бара ине. Юл аша ғына шағирҙың йорто. Ике бөйөк шәхестең үҙ-ара аралашыуына, бәхәстәренә, фекерләшеүенә күп тапҡыр шаһит булдым. Режиссер булараҡ, Заһир ағай тураһында – айырым фильм, ә Мостай Кәрим тураһында тапшырыуҙар төшөрөргә насип булды. Нимәһе үкенесле: береһен дә һуңғы юлға оҙата алманым. Ике осраҡта ла Мәскәүҙә булып ҡалдым.


Аллаһы Тәғәлә миңә бәхетте мулдан бирҙе. Бигерәк тә эштән уңдым. Төрлө урында етәксе вазифаһын башҡарып, үҙемдең бурыстарымды намыҫ менән үтәргә тырыштым. Төп эшемдән тыш, йәмәғәт эштәре лә ышанып тапшырыла. Йәштән үк, ауылда концерттар ҡуя башлағас, ниңәлер гел генә ойоштороу эштәрен миңә ҡуша торғайнылар. Машина белешергә, кешеләр менән һөйләшергә, кәрәк әйберҙе табырға. Шул ваҡыттан үҙемдә булған яуаплылыҡ хисе бөгөнгә тиклем ташламай. Хаҡлы ялға сығып, баҡса сәсеп, ер-һыу гиҙеп кенә йәшәп була, әлбиттә, әммә мин улай тыныс ҡына ултыра алмайым.

Тормош булғас, төрлө мәл булды. Ирҙәр иламай, тиһәләр ҙә, үҙем генә ҡалып, күҙ йәштәренә ирек биргән саҡтар бар. Был көсһөҙлөк түгел, ә тынысланыу алымы ғына. Артабан йәшәрлек, эшләрлек көс туплау өсөн күңел тыныслығы кәрәк.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...