RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

Быйыл Сибай ҡалаһында үткән Юлай Моратов исемендәге композиторҙар конкурсында Зөһрә Усманова икенсе урын яуланы. Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә Әмир Моратов ижад иткән “Йырҙарымды бүләк итәм”, “Атайсалым-Сибайым” йырҙары яңғырағанда, хәтирәләр мине 1990 йылдарға алып китте. Тап шул саҡта башҡорт йәштәре эстрада күгендә Зөһрә тигән “йондоҙ”ҙоң балҡыуына шаһит булғайны...


Зөһрә Өфөлә тыуып үҫһә лә, тамырҙары менән Баймаҡ ра­йо­нынан. Бала сағының тәүге хәтирәләре – баш ҡаланың төрлө мәктәбендә уҡыу. Сөнки Усмановтар ғаиләһенә тәүҙә Черниковка биҫтәһенән коммуналь фатир, аҙаҡ үҙәктән ике бүлмәлеһен бирәләр. 5-се класҡа барыр алдынан әсәһе Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы, уҡы­тыу башҡорт телендә, тип уны 54-се мәктәпкә алып бара. Ә бер йылдан Рәми Ғарипов исемендәге республика баш­ҡорт гимназия-интернатына уҡырға инә. Ҡайҙа ғына уҡыһа ла, Зөһрә, тәү сиратта, яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡала – музыка мәктәбен ташламай. Шулай ҙа, моң, сәнғәт донъяһына асҡыс­ты гимназия-интернат бирҙе, тип иҫәпләй. Сөнки тәүге йырҙары шул ваҡытта яҙыла ла инде.
– Класташым Светлана Шә­рипова шиғырҙар яҙа ине. Ниндәйҙер кисәгә әҙерлек барышында уның “Класташтарыма” тигән шиғырына көй яҙҙым. Йырлап ишеттер­гәй­нем, барыһы ла оҡшатты. Тәүге тапҡыр йырлар өсөн сәхнәгә сыҡтым. Әлбиттә, уға тиклем музыка мәктәбенең отчет концерттарында ҡат­наштым, әммә йырлағаным юҡ ине. Ошо кисәнән һуң “йон­доҙло” сәғәтем башланды, тиһәм, хата булмаҫ. Светлана менән артабан да хеҙмәт­тәшлек дауам итте. “Башҡор­тос­тан” телевидениеһында йәш­тәр тураһында тапшырыу бар ине, нисек аталғандыр, хәтерләмәйем. Журналист Гәү­һәр Батталова минең турала ишетеп, студияға са­ҡырҙы. Рояль ҡуйғандар ине, тура эфирҙа үҙем яҙған бер нисә йырымды яңғыраттым. Ул саҡта миңә 15 кенә йәш ине.

Медицина класында белем алһа ла, гимназияны тамам­лағас, Зөһрә Өфө сәнғәт учи­лищеһына уҡырға инә. Быға буласаҡ тормош иптәше Фәнил Кинйәғолов сәбәпсе була. Улар уҡыу йортонда үткән концерт ваҡытында таныша. Егет – ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, ҡыҙ – халыҡ бейеү­ҙәре ансамбле солисы, йырсы. Шул көндән үк йәштәр ара­һында һөйөү уты ҡабына. “Һинең талантың бар, артабан уҡырға, ижад итергә кәрәк”, – тип Фәнил ҡыҙҙы сәнғәт юлынан китергә өгөтләй.

“Аманат” студияһының, “Ант”, “Каруанһарай” төркөм­дәренең популярлашҡан мәле, йәштәр уларҙың һәр бер концертын ҡалдырмай йөрөй. Бер көндө Зөһрә сәнғәт учили­щеһы коридорында Алмас Ғафаровты осрата һәм, бар батырлығын йыйып, уға йыр­ҙарын тыңлап ҡарарға тәҡдим итә. Был танышыу һөҙөмтәле була: бер нисә көндән ҡыҙҙы “Ант” төркөмө үҙҙәре менән концертта сығыш яһарға саҡыра. 1992 йылда тәүге тапҡыр ойошторолған “Урал моңо” конкурсында ла сығыш яһарға тәҡдим итәләр.

– Тәүге йылда урын алып бул­маны. Шулай ҙа “Башҡор­тостан ҡыҙы” журналының махсус призына лайыҡ булдым. Икенсе йылға махсус йыр яҙып, ныҡлы әҙерләндем. Магазиндан ҡыҙыл туҡыма алып, күлдәк тә тектерҙем. Был юлы 2-се урын яуланым. Һаман да хәтеремдә: “Каруанһарай” төр­көмө егеттәре сәхнәгә сығарып, ҙур төҫлө телевизор тапшырҙы. Ул замандың иң “текә” бүләге ине ул. Студенттар араһында беҙҙең ғаиләлә генә булғандыр бындай затлы әйбер. Журнал тышлығында фотом сыҡҡайны, конкурсты ла телевизорҙан бер нисә тапҡыр күрһәттеләр, гәзиттәрҙә яҙы­лып сыҡты – ҡыҫҡаһы, мин билдәле кеше булып киттем. Урамда танып, һүҙ ҡуша башланылар. Үҙем дә ныҡлап ижадҡа тотондом, йырҙар ҙа күп яҙылды. Башҡорт йәштәре ойошмаһы төрлө кисә, ритайым, концертты йыш ойош­торҙо, унда гел генә беҙ, “Урал моңо”ноң тәүге ҡатнашыу­сылары, сығыш яһаныҡ. Шул мәлдә Сибай ҡалаһында филармония асылғайны, ирем Фәнилде музыкант итеп эшкә саҡырҙылар. Улыбыҙ Ильяс тыуғайны, тәүҙә мин декрет ялында булдым. Аҙаҡ педагогия училищеһына эшкә урынлаштым. Студенттарҙан 2 – 3 йәшкә генә оломон, әммә ихтирам иттеләр. Йырҙарымды башҡа йырсыларға тәҡдим иткәнем юҡ ине. Гөлсөм Бикбулатова – училище студенты, Джон Мусинда вокал менән шөғөлләнә. Ә мин – концертмейстер. Дәрес ваҡытында уйламаҫтан ғына “Аҡ сәс­кәләр” тигән йырымды тәҡдим иттем. Репертуарына алғайны, тиҙ арала хитҡа әйләнеп китте. Артабан Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Альберт Салауатов һәм башҡалар йыр­ҙарымды алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 13 йыл бергә йәшә­гәндән һуң ирем Фәнил менән ҡорған оябыҙ тарҡалды. Әлеге ваҡытта Сибай сәнғәт колледжында уҡытам, икенсегә ғаилә ҡорҙом. Йыр менән сәхнәгә күптән сыҡҡаным юҡ.

Үҙе сәхнәгә сыҡмаһа ла, Зөһрә Усманова башҡорт сәнғәте өсөн хеҙмәт итә, үҙенә алмашҡа бихисап “йондоҙ” әҙерләй. Балалары ла сәхнә юлын һайлаған: ҡыҙы Сәлимә Кинйәғолова “Гөлдәр” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында сит илдәрҙә лә сығыш яһаған. Әлеге ваҡытта Сибай сәнғәт колледжының театр факультетында белем ала. Улы Ильяс күптән инде башҡорт-татар эстрадаһында үҙ урынын тапты. Сәнғәт училищеһын тамамланы, студент йылдарында уңыштары өсөн Президент стипендияһына лайыҡ булды. Бик күп конкурс, шул иҫәптән “Урал моңо – 2018” халыҡ-ара конкурсы лауреаты, Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт йортонда эшләй. Ә кесе балалары Нурислам менән Динисламдың әле ниндәй юлды һайлауы билдәһеҙ: улар башланғыс кластарҙа ғына белем ала.

Көтәм



Сафуан Әлибаев һүҙҙәре,
Зөһрә Усманова-Кинйәғо­лова көйө


1. Көтәм, көтәм, көтәм…
Серле төндә таңды көтәм,
Таң асылғас, көнгә үтәм.
Көҙөн ҡышҡа ашҡынамын,
Ҡыш күңелдә яҙ йөрөтәм...

2. Көтәм, көтәм, көтәм…
Ҡайғыларым һирәк килмәй,
Һағыштарҙан йонсоп бөтәм..
Ҡарҙы тишкән сәскә кеүек
Шатлыҡ килер тиеп көтәм…

3. Көтәм, көтәм, көтәм…
Йәнем тулап, бер мөғжизә,
Кемделер мин көтәм, көтәм.
Мин меңдәрҙең араһынан
Һине генә өҙөлөп көтәм…

4. Көтәм, көтәм, көтәм…
Ғүмер буйы ниҙер эҙләп,
Кемделер мин көтәм, көтәм.
Нисек кенә йәшәр инем,
Был яҙмыштар булһа бүтән.
Көтәм, көтәм, көтәм…

Ромашкалар бүләк иттең



Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре,
Зөһрә Усманова-Кинйә­ғо­лова көйө


1. Бүләк иттең ап-аҡ
ромашкалар
Ап-аҡ ҡарҙар яуған бер көндө.
Улар миңә салт ҡояшлы йәйҙе
Алып килгән кеүек күренде.

Ҡушымта:

Йә ҡыуанып ниҙер һөйләй
улар,
Йә йылмайып аҡ нур сәсәләр.
Берсә миңә моңһоу ғына
ҡарап,
Борсолоулы уйға күмәләр.

2. Ап-аҡ өмөттәргә етер өсөн
Аҡ хыялдан юлдар ярабыҙ.
Ромашкалар, ап-аҡ
ромашкалар,
Аҡ бәхеттәр генә юрағыҙ.

Ҡушымта: шул уҡ.


Аҡ сәскәләр



Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәре,
Зөһрә Усманова-Кинйәғо­лова көйө

1. Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы
көндә
Аҡ сәскәләр тотоп һин килдең.
Яҙ йәмдәре бирҙе
сәскәләрең,
Яҙ ҡояшы булып һин көлдөң.

Ҡушымта:

Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы
көндә
Тере сәскә, гүйә, өндәшә:
– Ап-аҡ сәскә булып был
донъяла
Һин, Мөхәббәт, йәшә, мең
йәшә!

2. Ап-аҡ ҡарҙар яуған ҡышҡы
көндә
Аҡ сәскәләр өҙҙөң һин
ҡайҙан?
Өҙөлгәндәр кеүек был
сәскәләр
Йәшлектәге йәшел туғайҙан.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивынан




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!