RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

10.08.2019 Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

йәки Концерт алып барыуы еңелме?

Тамашаның, концерттың нисек үтеүе артистарҙан ғына түгел, йыш ҡына алып барыусынан да тора. Һәйбәт сараның кимәлен мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләп тороу­сылар төшөргәненә шаһит булған бар. Шулай уҡ уртаҡул ғына концертты ла оло байрамға әүерелдергән “тылсым эйәләре” осрай. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Эльмира ЮЛДАШЕВА алып барған саралар һәр ваҡыт матур була: тәрән мәғәнәле шиғырҙар, урынлы шаяртыуҙар һәм тамашасыларҙың күңеленә уйылырлыҡ итеп башҡарыу. Бөгөн уның менән алып барыусы һөнәре, ижад, тормош тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Эльмира, ниһайәт, ижад миҙгеле тамамланып, артистар йәйге ялға таралды. Отпускыңда ниндәй эштәр менән булаһың?

– Стәрлебаш районында йәшәгән ҡәйнәмдәргә ҡайтып килдек. Балалар унда ҡалды. Иглин районының Аҡбирҙе ауылында төҙөлөш бара, баҡса ла сәселгән. Йорт мәшә­ҡәттәре менән йәшәйбеҙ. Балалар менән Төркиәгә барып ял итеп ҡайтырға ниәтләйбеҙ, унан һуң инде минең тыуған яҡтарыма, Йыла­йырға ҡайтып килергә ине. Ижад миҙгеленең тамамланғанына һаман да ышанып етеп булмай, сөнки июнь айы ныҡ тығыҙ булды. Белорет, Балаҡатай райондары буйлап гастролгә сыҡтыҡ, бер-бер артлы Мәскәү, Түбәнге Тагил ҡалаларында һабантуй байрамдары үтте. Уларҙан тыш, республика кимәлендәге байрамдарҙы ла алып барырға тура килде. Эш мәшәҡәттәренән арын­ғанға яңы ғына.

– Әйткәндәй, һинең ижадҡа, билдә­лелеккә юлың тап шундай ҙур сараларҙың береһендә – Башҡорт йәштәре көнөндә башланғайны...

– Эйе, ул саҡта миңә ни бары 13 йәш ине. “Һылыуҡай” конкурсы була тигәс, минең ризалыҡты ла һорап тормайынса, кемдер – муйын­саһын, кемдер беләҙеген биреп, сәхнәгә әҙерләй башланылар. Мил­ли күлдәк тә табып килтерҙеләр. Тиҙ арала әҙерләнеп, сәхнәгә сыҡтым. Хәйер, бала сағым Юлдыбай ауылының мәҙәниәт йортонда үтте, тиһәм дә була: бейеү ансамбленә лә, театр түңәрәгенә лә, йырларға ла йөрөнөм. Атайым баянда уйнаны, әсәйем матур йырланы. Юлдашевтар нәҫелен бар район белә. Шуға күрә сәхнәгә сығыу әллә ни ҡурҡыныс булманы. Бәлки, балалыҡ менән аңлап та етмәгәнмендер.

– Шул ваҡытта уҡ сәнғәт юлынан китергә теләй инеңме?
– Эйе, мәктәпте тамамлағас, Салауат музыка училищеһының баш­ҡорт фольклоры төркөмөнә уҡырға индем. Халыҡ ижадын ярата инем, уны ныҡлы өйрәнергә теләнем. Сольфеджио, музыка теорияһы кеүек ауыл балаһына ят фәндәр инә башлағас ҡына был юлдың минеке түгеллеген аңланым. Артабан Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килдем.

– Йыл һайын телевидение “Ай ҡыҙы” сериалын ҡабатлап күрһәтеп тора. Ҡарағаныңда ниндәй тойғо­лар кисерәһең?
– 18 йыл ваҡыт үткән, ҡараған һайын, йәш, матур сағым, тип һа­ғынам. Диплом спектакле ваҡы­тында режиссер Әнүәр Нурмө­хәмәтов беҙҙең уйнағанды ҡарарға килде. Шул саҡта уҡ сериалға актерҙар эҙләгән икән, мине кастингка саҡырҙы. “Боҙолмаған”, нисек уйнарға ҡушыла, шулай уйнаған артист инем. Өйрәт­кәндәрен үҙемә һеңдерергә тырыштым. Шуға ла Айһылыу роле тәбиғи һәм матур килеп сыҡҡандыр.
Фильмды төшөргәндә ике ай Белорет районының Асы ауылында йәшәнек. Быйыл унда концерт менән сығыш яһарға тура килде, ауыл халҡы мине алҡыштар менән ҡаршы алды. Шул тиклем күңелемә рәхәт булды. Онотмағандар, килеп хәлемде һорашалар, фотоға төштөк.

– Үҙеңде сатира йүнәлешендә һынап ҡарағаның булдымы?
– Филармонияла эшләгәс, йыш ҡына режиссерҙар минән сатира, юмор талап итә. Гастролгә сыҡ­ҡанда ла программаға индерергә тәҡдим итәләр. Әммә был жанр минең булмышыма бөтөнләй тап килмәй. Бәлки, “Ай ҡыҙы” сериалында уйнау үҙ эҙен ҡалдырғандыр. Йәки, киреһенсә, ул минең булмышымда булып, режиссер шуны күреп, саҡырғандыр. Күңелемә лирика, драма әҫәрҙәре яҡын.
Театр факультетының эстрада бүлеген тамамлағас, беҙҙе филар­монияның “Ҡыҙыҡ менән Мәҙәк” төркөмөнә эшкә алдылар. Комедия амплуаһы хас булмаған миңә ул мәл яза булды, тип әйтһәм дә, хата булмаҫ. Әхирәтем Рита Шәм­сетдинова менән беҙҙән көсләп-көсләп ниндәйҙер тәрбиәһеҙ йыр йырлаталар. Райондар буйлап гастролдәр мәлендә беҙҙе тәнҡитләп, гәзиткә яҙып сыҡтылар. Шул гәзитте тотоп етәкселеккә индем дә, башҡаса ундай сығыштар яһатмауҙарын һораным. Декрет ялына китеп “ҡотолдом”. Вәлит ағай Илембәтов шаян кеше, “исем” тағырға оҫта. Минең “Ай ҡыҙы”нда уйнауыма төрттөрөп, лунатик тип көлдөрә ине.

– Үпкәләмәнеңме? Ғөмүмән, шаяртыуҙы аңлайһыңмы?

– Атайым йор һүҙле кеше булды, әйтер һүҙен кинәйәләп кенә, төрттөрөп әйтеп ҡуйыр ине. Шаян хәбәрҙәре лә күп булды. Шундай мөхиттә үҫкәс, шаяртыуҙарҙы аң­лап ҡабул итәм. Вәлит ағайға ла үпкәләмәнем. Әммә тормошта етди кешемен, тәбиғәтемә шулай һа­лынған. Кеше көлдөрөрлөк көләмәс тә һөйләй белмәйем, иҫемдә лә ҡалмай.

– “Ай ҡыҙы”нан һуң кинола төшөргә башҡа тәҡдимдәр булманымы?

– Башҡортостанда кино ин­дустрияһы әллә ни үҫешмәгән, Мәскәү, сит илдәр менән сағыш­тырғанда, абруйлы, кимәлле түгел. Кастинг үткәрһәләр ҙә, бер үк актерҙар уйнай. Әлбиттә, йыл һайын нәфис фильмдар төшө­рөлөүе ҡыуаныслы. Миңә килгәндә, бер нисә фильмда бәләкәй ролдәр уйнағанымды иҫәпкә алмағанда, кинола башҡаса тәжрибә булманы.

– Һинең сәхнәләге образың өлгө итеп ҡуйырлыҡ: килешле костюмдар, бай репертуар, ҡуйылған тауыш һәм матур дикция. Был туҡтауһыҙ эҙләнеү һәм хеҙмәт емешеме?

– Сәхнә кейемдәре менән гел генә ҡытлыҡ. Концерттар күп, шуға күрә күлдәктәр күпме булһа ла етмәй. Магазинға барһам, сәхнәлә кейерлек күлдәктәр ҡарай башлайым. “Нисек һимермәйһең ул?” – тип һораһалар, шаяртып: “Күлдәк­тәрем йәл”, – тип яуаплайым. Репертуар күберәк сценарийға һәм концерттың темаһына ҡарап һайлана. Ятланған әҫәрҙәр күңелдә һаҡлана, ҡайһы саҡта бер уҡып сығыу менән хәтергә төшә. Күңелемә оҡшаған яңы шиғыр уҡыһам, уны режиссерға күрһәтәм. Хәҙер инде китап тотоп уҡыу һирәк эләгә, күберәк интернеттан уҡы­йым. “Бәйләнештә” селтәре, яҙыу­сы­ларҙың шәхси сайттары аша табам. Әҙәбиәтте ныҡ яратам, йәш саҡта шиғырҙар ижад итә инем, хәҙер ҡайһы саҡ кисерештәремде проза формаһында яҙып ҡуям. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыларымдан уңдым. Яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡы­тыусыһы Мөслим Әбсәләмов класс етәксем булды. Яҡташ шағирә Фәүзиә Юлдашбаева менән дә аралаштыҡ. Уларҙың йоғонтоһо ҙур булғандыр. Ә тауышҡа килгәндә, һаҡларға тырышам. Арығанын тойһам, телефонды һүндереп, кеше менән аралашмай, ял иттереп алам. Концерт алдынан дикция өсөн махсус күнекмәләр эшләйем.

– Концерт мәлендә көтөлмәгән хәл килеп сыҡһа, нимә эшләйһең?

– Профессиональ алып барыусы булараҡ, ундай хәлдәрҙән матур итеп сыға белергә тейешмен. Тәүге осор юғалып ҡала инем, 18 йыл буйы эшләй-эшләй “шымарҙым”. Тамашасылар менән иркен аралаша алам. Репетициялар күп булһа, ҡурҡыныс түгел. Сценарийҙы өлөшләтә булһа ла ятларға тырышам, папканан уҡып торорға яратмайым. Тик йыш ҡына сығыштарҙың буласағын көнөндә лә белергә тура килә. Бындай осраҡта үҙеңә генә ышанырға ҡала.

– 18 йыл буйы бер урында эшләү ялҡытманымы?
– Юҡ, сөнки төрлө төркөмдәрҙә, труппаларҙа эшләйбеҙ. Эш алымдары, гастролдәр маршруты, концерт программаһы үҙгәреп тора. Балаларым бәләкәй саҡта өс йыл лекторийҙа эшләнем. Ҙур тәжрибә мәктәбе булды минең өсөн. Сценарий яҙырға, рус телендә матур итеп сығыш яһарға өйрәндем.

– Алып барыусы һөнәре ауырмы?
– Беҙгә төрлө ҡараш йәшәй. Ҡайһы бер режиссерҙар “иғлан итеүсе” тип кенә ҡарай. Сце­на­рийҙар яҙғанда сығыштар, һөй­ләйһе һүҙҙәр ҙә бер төрлө булыуы мөмкин. Ә ҡайһылары юғары талаптар ҡуя, төрлө образдар уйлап сығара. Художество етәксебеҙ Сулпан Рауил ҡыҙы Асҡарованан уңдыҡ. Бөтәһен дә эшләтә, талаптары ҡаты. Эшләүе ауыр булһа ла, күңелле. Үҙемдә һөнәри яҡтан үҫеш барлығын тоям. Һөнәр ауырлығына килгәндә, концерт күпме барһа ла, беҙҙең сәхнә янынан китергә хаҡыбыҙ юҡ. Йырсы йәки бейеүсе үҙенең сығышынан һуң ял итә, ҡайтып китә ала. Ә беҙ ике-дүрт сәғәт дауамында бейек күтәрмәле туфлиҙа аяҡ өҫтө торабыҙ, тауыш менән эшләйбеҙ. Күп байрамдар асыҡ һауала үтә. Көн торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, беҙ – сәхнә янында. Репетицияларҙың да башынан аҙағына тиклем эш­ләйбеҙ. Талаптар ҡаты.

– Сценарийҙа яңылышыуҙар, исемдәрҙе бутау йыш буламы?

– Булғылай. Бер тапҡыр билдәле халыҡ яҙыусыһын халыҡ артисы тип иғлан иттем. Сығышынан һуң сы­ғып, халыҡ алдында ғәфү үтендем. Икенсеһендә фамилия­ларҙы бутаным. Асыуланыусылар бар, шулай ҙа аңлап ҡабул иткәндәре күберәк. Һәр ваҡыт иғтибарлы булырға тырышам. Тик беҙ ҙә бит кеше, яңылышыуҙан азат түгелбеҙ.

– Концерт алдынан ауырып китһәң, нимә эшләйһең?
– Дауалана башлайым (көлә). Бер саҡ шулай хөкүмәт концерты була торған көндө тауышым юғалды ла ҡуйҙы. Дарыуҙар, уколдар ярҙам итмәй. Концерттың башында һәм аҙағында ғына сәхнәгә сыҡтым. Партнерым Илгиз Миңләхмәтовҡа рәхмәт, концерт дауамында бер үҙе эшләне. Әйткәндәй, партнерың менән бер-береңде күҙ ҡарашынан аңлап торһаң, саралар матур үтә. Фирҙәт Ғәлиев, Наил Юнысов, Фирғәт Ғарипов, Илгиз менән эшләргә яратам. Улар көтөлмәгән хәлдәрҙән дә оҫта сыға, кәйефте лә күтәрә белә.
Тормошта төрлө хәл була. Бала ауырып ятҡанда ла, ҡайғылы саҡта ла сәхнәгә сығырға тура килде. Йылмайырға үҙемдә көс табам. Хатта эш менән хәсрәттәр оно­толған кеүек тойола.

– Интернет селтәрендә бе­шергән тәмлекәстәреңдең фотоларына ҡарап ҡына ла һинең уңған хужабикә икәнеңде белергә була...

– Эйе, бешеренергә яратам. Бала саҡта ашнаҡсы-кондитер булырға ла хыялланып йөрөнөм. Хәҙер шул хыялымды тормошҡа ашырып, тәмлекәстәр бешерергә өйрәнәм. Интернет селтәрендәге фотоларҙы күреп, заказ биреүселәр ҙә бар. Ауыл ҡыҙы бит мин, эш менән тәрбиәләндек. Хәҙер ҙә тик тора алмайым. “Һеҙгә баҡса нимәгә кәрәк? Көҙ етһә, шул уҡ йә­шелсәләрҙе арзан хаҡҡа йәрмин­кәләрҙә алырға була”, – тиҙәр. Тик мин, кеше ерҙә эшләргә тейеш, тигән фекерҙәмен. Балаларымды ла шулай тәрбиәләргә тырышам.

– Байтаҡ йыл элек “Һылыуҡай” матурлыҡ бәйгеһендә еңгәйнең. Күҙ теймәһен, бөгөн дә һылыу­лығыңды ташламағанһың. Бының сере нимәлә?
– Мунса – матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн иң файҙалы процедура. Йәй айҙарында көн һайын тиерлек мунса инәм. Шулай уҡ йога һәм спорт менән даими шөғөлләнергә тырышам. Туҡланыуға иғтибар итәм, кис ашамайым. Әлбиттә, райондарға гастролгә сыҡҡанда ҡыйын: апайҙар, инәйҙәр сәй эсергә тәмлекәстәр килтерә. “Бөгөн ашайым да, иртәгә диета тотормон”, – тип “ысҡынып” алам.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Алдағы тормошоңда ла ижади уңыштар, һаулыҡ насип булһын!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”