RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

Данлыҡлы, талантлы һәм зыялы нәҫелдәрҙең туғанлашыуы

Улар бер-береһенә туған кеүек оҡшаш. Йылмайыуҙары ла, ҡараштары ла, хатта ихласлап хәбәр һөйләүҙәре лә. Фекерҙәре – бер, хыялдары, маҡсаттары уртаҡ. Аллаһы Тәғәлә буласаҡ ғаилә ағзаларын шулай алдан уҡ пар, иш итеп яралтҡан, күрәһең. Нефтекама дәүләт филармонияһында эшләп йөрөүсе Азат Ҡарасурин менән Розалия Иҙелбаева тураһында һүҙем. Бер булып ижад итеүсе, ғаилә йөгөн тартыусы ике таланттың тарихы хаҡында. Уларҙың береһе – Иҙелбаевтар менән Хәсәновтар, икенсеһе – Ҡарасуриндар менән Ғәйетбаевтар нәҫеленән.

Сәхнәнән төшмәгән Розалия бала саҡтан уҡ башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялыҡты, ҡыйыулыҡты үҙенә һеңдерә. Шул уҡ ваҡытта әҙәп, уңғанлыҡ һәм тәрбиә төшөнсәләрен дә онотмай. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына уҡырға инеүенә ҡарамаҫтан, сәхнәне ташламай. “Гәлсәр һандуғас” фес­тивалендә ҡатнашып, үҙен йырсы булараҡ таныта. Ҡалала үткән мәҙәни сараларҙа ла ихлас ҡатнаша. Диплом алғас, ҡыҙ йүнәлтмә буйынса Нефтекама ҡалаһына эшкә китергә тейеш була. Әммә ул тыуған яғынан, ата-әсәһенән айырылырға теләмәй, район мәҙәниәт йортонда эш башлай.

Бер көн Балалар ижады үҙәгендә эшләүсе Рәшиҙә апай төшкө ашҡа ҡайтҡанында ҡыҙына:
– Ҡарасурин районға ҡайтҡан икән. Бергә эшләйһегеҙ инде, – тип, яңылыҡ әйтә. Нефтекама филармонияһында эшләгән Иршатты ғына белгәс, Розалия: “Ниңә ҡаланы ташлап, районға ҡайтты икән?” – тип уйлап ҡуя. Бер нисә көн үткәс, эшкә барып инеү менән ул мәҙәниәт йортонда итәғәтле, һылыу, тәү ҡарамаҡҡа оялсан ғына күренгән егетте күрә. Ул Буранбай ауылында үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамларға, әрме хеҙмәтен үтергә өлгөргән Азат була. “Зәңгәр экран” аша ғына күреп өйрәнгән яҡташын мәҙәниәт йортонда күреп, бер аҙ ҡаушап та китә. Юҡҡа ғына Розалияның ике туған апаһынан: “Ниндәй матур ҡыҙ! Дуҫлашҡан егете бармы?” – тип һорашып йөрөмәне бит. Ә бына ул сибәркәй ҡаршыһында тора! Яҡын­даныраҡ танышыу өсөн егет ҡыҙ артынан эйәрә...

Йәштәр күңелле итеп бергә эшләй башлай. Бер-береһенә ынтылғанын һи­ҙепме, әллә осраҡлы ғынамы, хеҙмәт­тәштәре уларҙы гел бергә гастролгә ебәрә, сығыш яһарға ҡуша. Шуға ла тиҙ арала айырылмаҫ дуҫтарға әүереләләр. Бер аҙҙан Розалия менән Азат өҫтәмә килем булһын өсөн ял көндәрендә бергәләшеп туйҙар, юбилейҙар үткәрә башлай.

– Тап шул мәлдә мин Азатҡа ғашиҡ булдым да инде. Көтөлмәгән хәлдәр тыуһа, ул сабыр ғына итеп сығыу юлдарын эҙләй. Тәүәккәл, һәр кеше менән уртаҡ тел таба, шул уҡ ваҡытта ябай, кешелекле. Туйҙарҙағы романтика мөхите йоғонто яһаны шикелле, үҙем дә һиҙмәҫтән күңелем уға тартылды. Шулай итеп, дуҫлыҡ хистәре мөхәббәткә әүе­релде. 2013 йылда уйламаҫтан ғына икебеҙҙе лә Нефтекама филармо­нияһына эшкә саҡырҙылар. Күрәһең, дуҫлашып йөрөүебеҙҙе белгәндәр. Йәшлек дәрте урғып тора, яңы ерҙәрҙе, ҙур сәхнәне яуларға, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ та, сумаҙандарҙы тултырып сығып киттек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Розалия. – Азат менән бергә килгәс, өйрәнеп китеү ауыр булманы. Шулай ҙа тәүҙә йыш иланым. Мин әсәйемә ныҡ өйрәнгәнмен, хатта уға яҡыныраҡ булыу өсөн Өфөгә бармай, Сибайҙа уҡыным. Ял һайын ҡайтып йөрөнөм. Ә бында әсәй ҙә, туғандар ҙа, хатта дуҫтар ҙа юҡ. 750 саҡрым ара, йыш ҡайтып булмай. Азат – йырсы, мин алып барыусы булып, “Ҡәрҙәштәр” эстрада төркөмөндә эшләй башланыҡ. Труппа артистары менән тиҙ генә дуҫлашып киттек. Институттан һуң тәҡдим булғанда уҡ Нефтекамаға эшкә килергә риза булмауым Азатты осратыу өсөн булғандыр, тип уйлайым.


Оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөүгә ҡарамаҫтан, йәштәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Шулай ҙа Баймаҡҡа ҡайтҡан саҡтарында Азат Розалияны бергәләп Сибайға барып ҡайтырға саҡыра. Нимәлер һиҙенгән апаһы өй эштәре менән булып йөрөгән туғанына: “Ул, моғайын, һиңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһайҙыр, матур күлдәк кейеп бар!” – ти. Ҡыҙ ышанып етмәй. Ә Азат уны, ысынлап та, ресторанға саҡырған була. Ошо кистә ул һөйгәненә мәңге бергә булырға тәҡдим яһап, алтын йөҙөк менән гөлләмә бүләк итә. Ҡыҙҙар күңеле – ҡара урман, тиҙәр бит. Розалия студент йылдарында уҡ үҙенә: “28 йәштә кейәүгә сығам, туйым йәй айында буласаҡ”, – тигән маҡсат ҡуйған булған. Хыялдар тормошҡа аша: никахтан һуң йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә йәш ғаилә барлыҡҡа килә. Туй шаулап-гөрләп, 150-гә яҡын ҡунаҡ менән июль айында үтә.

– Биш йылдан ашыу дуҫлашып йөрөгәс, ҡайһы бер туғандар, ниңә һаман өйләнешмәйһегеҙ ул, тип йыш һораны. Ә мин Розалия менән дуҫлашып йөрөй башлағас та минең яҙмышым, буласаҡ ҡатыным икәнен аңланым. Ышанысым көслө ине, шуға уны ашыҡтырманым. Һөйләшкән саҡта ҡылын тартҡылап ҡарайым, уйҙарын беләм. Икеләнгән кеүек ине тәүҙә. Ваҡыт үткәс, ниндәйҙер интуиция әҙер икәнен һиҙҙертте. Оҙаҡҡа һуҙмай, тәҡдим яһап, ыңғай яуап алдым. Нимәһе ҡыҙыҡ: ҡатыным холҡо, ҡыланышы менән әсәйемә ныҡ оҡшаған. Быны бергә йәшәй башлағас ҡына аңланым. Ә мине туғандар барыһы ла ҡайныма оҡшата. Ҡәйнәм менән ҡайным минең өсөн аҡыллы һәм уңған ҡыҙ үҫтергән. Тура һүҙле, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта үҙ фекерен тәртипле генә еткерә белә. Уңған хужабикә, өйҙә һәр ваҡыт тәртип, өҫтәлдә – ҡайнар аш. Ижадта кәңәшсем дә ул: сәхнә костюмдарынан алып репертуарға тиклем уның фекеренә ҡолаҡ һалам. Зауығы бар һәм сәхнә ҡанундарын аңлай. Ҡыҫҡаһы, уның менән ғаилә ҡороуыма шатмын, – тип бәхетен йәшермәй Азат Ҡарасурин.


Бәндә берҙе уйлар, Алла тәғәйен өлөшөн бирер, тиҙәр. Ҡайһы саҡ тырышып-тырышып та ала алмаған бәхет уйламаған ерҙән килә бит. Хәсәнов­тарҙың ғаилә ансамблендә йырлап та, бейеп тә йөрөгән Розалия мәктәп йылдарында уҡ артист булырға теләй. Әммә төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашҡан, һәйбәт уҡыған һәм бер туған өс ҡустыһына ла һәйбәт “няня” булған ҡыҙҙы уҡытыусы һөнәрен алырға өгөтләйҙәр. Азатты ла ғаиләлә йырсы булыр тип уйлаусы булмай. Әммә ундағы талантты класс етәксеһе күрә һәм конкурста сығыш яһарға үҙе әҙерләй. Еңеү яулаған малай артабан да йырҙан айырылмай. Яҙмыштары сәхнә булғас, ике йәш йөрәк табышып, ҡауышып, рәхәтләнеп ижад итә. Уларҙың хыялдары яҡты һәм изге: бәхетле атай-әсәй булып, балалар һөйөнөсөндә йәшәү. Һәм, әлбиттә, йыр менән сәхнә.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»

“Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!