RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»

15.06.2019 «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»

Бөгөнгө йәмғиәттә мәҙәниәт ойошмалары мөһим роль уйнай. Кеше ғүмеренең бер генә көнө лә сәнғәтһеҙ, мәҙәниәтһеҙ үтмәй. Был – күңел талабы, рухи аш­ҡыныу, йән дауаһы. Ә айырым райондар миҫалында ҡарағанда, һәр төбәктең мәҙәни эшмәкәрлеге маҡтауға, баһаға лайыҡ.
Иртәгә билдәләнәсәк республи­кабыҙҙың Мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәре көнө алдынан беҙ Яңауыл районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ринат Әҙис улы Ибраһимов менән тап ошо төбәктең мәҙәни тормошо тура­һында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Ринат Әҙис улы, әйҙәгеҙ, әңгәмәне һеҙҙең менән танышыуҙан башлайыҡ. Мин шәхсән һеҙҙе моңло тауышлы йырсы булараҡ беләм...


– Эйе, тәбиғәт мине таланттан мәхрүм итмәне. Үҙем Яңауыл ҡалаһынан, бала саҡтан сәхнәне үҙ иттем, йыр яраттым. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Алабуға мәҙәниәт училищеһына уҡырға киттем. 1997 йылда уны тамамлағас, тыуған яҡҡа ҡайтып, хеҙмәт юлымды башлап ебәрҙем. Ошонда уҡ “Байрам” ир-егеттәр квартеты ойошторҙом, район мәҙәниәт йортонда художество етәк­сеһе вазифаһы ла ышанып тапшырылды. Ситтән тороп юғары белем алдым. Мәҙәниәт бүлеген етәкләүемә алты йыл үтте. Йырсы булараҡ һирәк сығыш яһарға тура килә – мәшәҡәттәр күп. Әммә сәхнәнән ситләшмәнем.

– Әлеге ваҡытта һеҙҙең ҡул аҫтында нисә ойошма һәм хеҙмәткәр эшләй?


– Һандар теле менән генә әйткәндә, район мәҙәниәтен Биләмә-ара мәҙә­ниәт-ял итеү үҙәге, 18 ауыл мәҙәниәт йорто, 33 клуб, 29 китапхана, ике филиалы менән Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, сәнғәт балалар мәктәбе эшмәкәрлеге аша билдәләргә була. Уларҙа барлығы 221 кеше эшләй. 78 хеҙмәткәр – юғары, 112-һе махсус урта белемгә эйә.
Ә инде мәҙәниәт бүлегенең хеҙмә­тенә күңел күҙлеге аша ҡараған осраҡта, башҡарылған һәр эш, үткәрелгән һәр сара артында үҙ вазифаһын яратып башҡарған хеҙмәткәрҙәрҙең йән йылыһы, физик көсө, таланты, тырыш­лығы тора. Беҙҙең эштә осраҡлы кешеләр оҙаҡ тотҡарланмай. Шуға күрә, үҙ сиратымда, хеҙмәттәштәремдең эшен лайыҡлы баһаларға тырышам, улар менән ғорурланам.

– Бөгөнгө көндә юғары исемдәр алыу еңел түгел. Һеҙҙә был йәһәттән эштәр нисек?


– Әгәр мөмкинлегем булһа, һәр хеҙмәткәремә юғары исем юллар инем. Беҙҙең мәҙәниәт тап уларҙың эше менән алға бара, ябай халыҡтың байрамдары, ялдары матур ойошторола. Мәҙәниәт министрлығы республика кимәлендәге «иң-иң»дәрҙе билдәләһә, үҙебеҙҙең лайыҡлы таланттарҙы район хаки­миә­тенең йә мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән күңелен күтәрергә тырышабыҙ.
“Хаят” халыҡ театры режиссеры Салауат Хәмзин, “Югдон” удмурт халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Миңшәкир Шаретдинов, “Ялҡын” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе Әхиәр Хәлитов, район мәҙә­ниәт йорто режиссеры Венера Фәррәхо­ва һәм Биләмә-ара мәҙәниәт һәм ял үҙәге дирек­торының китапхана эше буйынса урынбаҫары Гөлнара Вәлиеваға төрлө йылда «Башҡортостан Респуб­ли­ка­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.

– Яңауылда республика кимәлендә танылыу яулаған саралар ҙа үтеп тора. Май айында ғына һеҙ гармун моң­дарына сорналып алдығыҙ...


– Эйе, быйыл беҙҙә унынсы тапҡыр Фәтих Ихсанов нигеҙ һалған “Моңға бай гармун байрамы” үтте. Унда илдең төрлө төбәгенән 300-ҙән ашыу гармунсы ҡатнашты. Шулай уҡ 2011 йылдан алып данлыҡлы яҡташыбыҙ Радик Гәрәев исемендәге асыҡ йырсылар конкурсын ойошторабыҙ. Ул ике йылға бер тапҡыр профессионал һәм үҙешмәкәр баш­ҡарыусылар араһында үтә. Ике төркөм­дөң дә еңеүсеһенә Яңауыл районы хакимиәте 50-әр мең һум аҡса бүләк итә.
Балалар араһында “Төньяҡ балҡышы” тип аталған күп жанрлы телевизион конкурс популяр. Ул ете йыл рәттән уҙға­рыла, һайлап алыу турында ҡатнашыу­сылар йылдан-йыл арта бара. Гала-концертта «иң-иң»дәр генә ҡатнаша, ә еңеүсене урындағы телевидение тамашасылары тауыш биреү ысулы менән үҙҙәре һайлай.

– Районығыҙ – күп милләтле төбәк. Был һеҙҙең эштә лә сағылыш табалыр, моғайын?

– Әлбиттә. Үрҙә һанап үткән һәм башҡа бик күп сараларҙа төрлө милләт вәкил­дәре теләп ҡатнаша. Ауыл һәм район кимәлендә үткән саралар башлыса башҡорт, татар, рус телдәрендә алып барыла. Беҙҙең иғтибарҙан күпләп йәшәгән мари һәм удмурт халҡы ла ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, йыл һайын удмурт ҡыҙҙарының “Чеберина” тип аталған матурлыҡ бәйгеһе үткәрелә. Унда республиканың төрлө районында йәшәгән, шулай уҡ Пермь крайынан, Удмурт республика­һынан үҙ халҡының йолаларын, сәнғәтен белгән, әҙәби телдә иркен аралашҡан ҡыҙҙар ҡатнаша. Ә мари халҡы өсөн “Серебряная веревочка” тип аталған – бейеү, “Самыр йук” йыр байрамдары үтә.

– Йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә мәҙәниәт усаҡтарының роле ҙур. Яңауыл йәштәре һәм балалары был йәһәттән әүҙемме?

– Һәр йыл сентябрь айында Яңауыл ҡалаһында “Баланы спорт һәм ижад донъяһына килтер” тигән акция үтә. Уны йәш быуынға өҫтәмә белем биреү ойошмаларының эшен яҡтыртыу, уларҙы спортҡа һәм сәнғәткә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторабыҙ. Акция барышында төрлө түңәрәк һәм секция етәкселәре балалар һәм ата-әсәләр менән осраша, үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштыра, уңыштарын бәйән итә. Был сара ярҙамында йыл һайын яҡынса 300-ләгән кескәй дуҫыбыҙ күңеленә яҡын шөғөл таба. Балалар һәм үҫмерҙәр менән эш айырыуса каникулдар мәлендә әүҙемләшә. Әлеге ваҡытта йәйге каникулдарға тәғәйен график һәм эш планы менән байтаҡ сара ойошторола башланы ла инде. Әйткәндәй, түңәрәктәрҙең һәм спорт секцияла­рының 99 проценты балалар өсөн бушлай эшләй.
Йәштәр ҙә спорт ярыштарында һәм күңел асыу сараларында әүҙем ҡатнаша. Район үҙәк китапханаһында йәштәр үҙәге өсөн “Перекресток” майҙаны асылды. Унда төрлө оҫталыҡ дәрестәре, тематик кисәләр ойошторола. Китапханала шулай уҡ байтаҡ йылдар ауыр хәлдә ҡалған балалар өсөн – “Йылмайыу”, физик мөмкин­леге сиклән­гәндәр өсөн “Өмөт” клубтары эшләй. 2018 йылда “Өфө уттары” күңел асыу үҙәгендә баш ҡалала белем алыусы Яңауыл студенттары менән “Кесе Ватан киләсәге – һеҙҙең ҡулда” тип аталған осрашыу үтте. Унда район етәкселәре йәштәрҙе районға ҡайтып эш башларға әйҙәне.

– Һеҙҙәге матди-техник база бөгөнгө көн талаптарына яуап бирәме?


– Заман технологиялары көнләп үҫешкән мәлдә, талаптарға яуап биреүе ауыр, әлбиттә. Әммә хәлебеҙ зарланыр­лыҡ түгел. Һәр ойошма һәм бина талап­тарға, санитар нормаларға тап килә, кәрәкле йыһаз, оргтехника, ноутбук, музыка ҡоралдары, спорт инвентары менән тәьмин ителгән. Йыл һайын ағымдағы ремонт эштәре атҡарыла. Тыуған яҡты өйрәнеү музейының өс күргәҙмә залын яңыртыу өсөн 4 млн һум аҡса тотонолдо. Хәҙер унда килеүселәр райондың тарихы, экологияһы, тәбиғәт ресурстары менән яҡынданыраҡ таныша ала. Мультимедия экскурсиялары ойоштороу мөмкинлеге лә бар. Быйыл да төҙөкләндереү эше дауам итәсәк: бинаның тышҡы йөҙөн ремонтларға кәрәк. Мәҙәниәт ойошмаһы ҡалаға йәм биреп ултырырға тейеш.
Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы проекттары өсөн “Берҙәм Рәсәй” партия­һына рәхмәтлебеҙ. Былтыр уларҙың ярҙамы менән ауыл клубтарында 4 млн һумлыҡ ут һәм тауыш ҡорамалдары яңыртылды. Республика һәм федераль грант проекттарында ла ҡатнашып торабыҙ. “Путешествие с “Марий мутэр”: наследие Упымарий” проекты менән 500 мең һумлыҡ ярҙам алдыҡ. Кинематографияны үҫте­реүгә йүнәлтелгән Федераль ярҙам фондынан бүленгән 4,8 млн һумға яңы кинотеатрлы булдыҡ.

– Быйылғы йыл юбилей сараларына бик бай. Рәсәйҙә Театр йылы иғлан ителде. Әүҙем ижад миҙгеленә ниндәй саралар әҙерләнә?

– Йәй миҙгеле ялдар менән күҙалланһа ла, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ. Әйтеп үтеүемсә, балалар менән әүҙем эш алып барыла. Ең һыҙғанып Екатеринбург ҡалаһында үткән Һабантуй байрамында ҡатна­шырға әҙер­ләнәбеҙ. Башҡортостандың 100 йыллы­ғына ҡарата барлыҡ ауыл билә­мәләрендә “Халыҡ таланттарының аҫыл­таш­тары” тип аталған конкурс үтә. Яңауыл таланттары ҡатнашлығында “Башҡор­тостан тарихы биттәре” республика фестиваль-марафоны барышында октябрь айында Өфө сәхнәһендә сығыш яһая­саҡбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең юбилейы айҡанлы йыл дауамында төрлө сара үткәрелеп тора. Театр йылы райондың йөҙөк ҡашы булған “Хаят” халыҡ театры­ның юбилейы менән тап килде. Тимәк, беҙҙең өсөн ул икеләтә мөһим ваҡиға. Ошо айҡанлы “Алтын битлек” конкурсы иғлан иттек. Бәйгелә ауыл мәҙәниәт йорттары, төрлө ойошма, ижади бер­ләшмә ҡатнаша. Йыл аҙағында уға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе һәм иң яҡшы режис­серҙарҙы, актерҙарҙы билдәлә­йә­сәкбеҙ.
Был сараларҙың барыһы ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең көндәлек мәшәҡәт­тәре менән бергә атҡарыла. Сөнки, республика йәки район кимәлендәге сарала ҡатнашам, тип уларҙың береһе лә үҙенең төп эшен туҡтатмай. Түңәрәк эштәре алып барыла, урындағы халыҡ өсөн мәҙәни саралар ойошторола, төҙөклән­дереү эштәре лә башҡарыла, йәштәргә дискотекалар үтә.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Әҙис улы. Эшегеҙҙә уңыштар, барлыҡ хеҙ­мәткәрҙәрегеҙгә күңел күтәренкелеге, көс-ҡеүәт, дәрт-дарман теләйбеҙ!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа