RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тырышҡан – кино төшөргән!

28.08.2010 Тырышҡан – кино төшөргән!

«Башҡортостан» киностудияһында 1995 йылдан эшләгәс, уның төрлө осор­ҙарын күрергә, кисерергә тура килде. ҡыуандыҡ та, иланыҡ та. Бөгөн, беҙҙең профессиональ байрам – Рәсәй киноһы көнөндә, башҡорт киноһы тураһында нимә әйтергә була? Интернет-форумдарҙа, таныш-белештәрҙең иң тәүге һорауы, ғәҙәттә, бер: «ҡасан һеҙ Салауат Юлаев тураһында кино төшөрәсәк­һегеҙ? Нишләп һеҙ һаман да меҫкен хәлдә ул?». Икенсе һорауҙы «үрҙәге»ләргә төбәйем, ә инде тәүге һорауға яуап бирергә баҙнат итәм.
Беҙҙең «Башҡортостан» киностудияһына быйыл егерме йыл тулды. Уйлап ҡараһаң, байтаҡ ваҡыт үткән. Әммә киностудияның биш тапҡыр күсеүен, кадрҙар сәйәсәтен дөрөҫ алып бармау арҡаһында киноға килгән йәштәрҙең сит тарафтарға китеүен һәм кино үҫтереүгә бер ҡасан да тейешле күләмдә аҡса бүленмәүен иҫәпкә алғанда, барыбер был егерме йыл эсендә байтаҡ эш эшләнгән икән. Иң мөһиме – беҙҙә бөгөн кино өлкәһендә үрнәк алырлыҡ оло быуын вәкилдәре лә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә, бер-береһенә терәк булырға тырышҡан урта һәм йәш быуын вәкилдәре лә бихисап. Урта быуын һәм йәш режиссерҙарҙың һәр кеменең үҙ юлы, милли киноға үҙ ҡарашы, әммә ошоноң менән беҙҙең кинолағы ижади мөхит ҡыҙыҡ та, үҙенсәлекле лә. Салауат Юлаевҡа арналған фильм кеүек күләмле, бик күп сығым ғына түгел, профессиональ һәм рухлы белгестәр талап иткән проектҡа хәҙер тотонһаҡ, уны еренә еткереп булмаясаҡ. Йә коммерция проекты итеп, беҙ Салауат Юлаев образын боҙасаҡбыҙ, йә уны милли проект итеп, бөгөн түгел, бер нисә йылдан матурлап сығарасаҡбыҙ. Көслө тарихсылар, этнограф һәм башҡа өлкә ғалимдары һәм рухлы ижадсылар бергә ҡушылып ҡына, был проектты тейешле кимәлдә атҡарыр­ға була. Әлеге көндә киностудияның юлы – тәжрибә туплау. Кино төшөрөүҙә лә, уны прокатҡа сығарыуҙа ла. Октябрь айында режиссер Айсыуаҡ Йомағолов­тың барыһы ла оҙаҡ көткән «Елғыуар» фильмы ҙур экрандарға сығасаҡ. Был прокат яғынан киностудия өсөн бик мөһим тәжрибә туплау буласаҡ.
Беҙҙең республикала кино төшөрөү – ул ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ярым шаярып әйткәндә, хәҙер инде Башҡортостанда ошо оло имтиханды үтеп, сыныҡҡан режиссерҙар эшләй. Рияз Исхаҡов, Булат Йосопов, Айсыуаҡ Йомағолов, Салауат Вахитов, анимация өлкәһендә һаман да ырамлы эшләүсе Рим Шәрәфетдинов, Елена Юшкова, киностудияла оҙаҡ йылдар оператор булып эшләп, хәҙер документаль режиссурала уңышлы аҙымдар яһаусы Радик Килмәмәтов… Исемдәр теҙмәһе оҙон түгел, әммә улар үҙҙәре һайлаған юлдан бер ҡасан да ситкә тайпылманы. Әле режиссерҙарҙы ғына әйтеп үттем. Ә киноға тоғро сценаристар, операторҙар, техник эшселәр күпме!.. Ошо урында хәҙерге киностудияның етәкселеге тураһында ла әйтеп үткем килә. Әгәр баш инженер Риф Шамил улы Бигловтың һәм баш мөхәррир, талантлы кинодраматург Мәғәфүр Мансур улы Тимербулатовтың кино өлкәһендә эшләүе тиҫтә йылдар менән иҫәпләнһә, директор Айбулат Ғәлийән улы Юнысов һәм уның урынбаҫары Фәнил Фәнис улы Ғәлимов – кино өлкәһенә яңыраҡ килгән кешеләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәҙерге ваҡыттағы уларҙың дөрөҫ сәйәсәте арҡаһында, аҙ аҡсаға булһа ла, кино тармағы йәнләнеп китте. Ошо сәйәсәттең төп принцибы – аҙ бюджетлы кино төшөрөү мөмкинлеге биреп, йәштәрҙе практикала эшкә өйрәтеү. Һүҙ документаль һәм уйын фильмдары тураһында ғына түгел. Заманында Малик Яҡшымбәтов тарафынан Алматыла уҡытып ҡайтарылған бер төркөм көслө аниматор булды. Уларҙың күбеһе таралып, үҙ эшен ташлап та бөткәйне. Ошо төркөм хәҙер яңынан киностудия тирәһендә туплана башланы. Был, әлбиттә, бик һөйөнөслө хәл.
Тырышҡан – кино төшөргән!
Әйтергә кәрәк, Президент гранттары ла кинобыҙҙы йәнләндереүгә булышлыҡ итә. Хәҙерге көндә бер төркөм йәштәр Президент грантына «Башҡортостан-батырстан» исемле документаль фильм төшөрә. һүҙ – Мәләүез егете, республикабыҙ юлламаһы менән Санкт-Петербургта кино һәм телевидение институтын тамамлап ҡайтҡан Илдар Камаловҡа:
– Нисек режиссураға килдемме? Аныҡ ҡына әйтә алмайым. Сәнғәткә бала саҡтан уҡ тартылдым, шуға Стәрлетамаҡҡа актерлыҡҡа уҡырға киттем. Актерлыҡҡа түгел, режиссерлыҡҡа уҡырға алдылар. Шунан Мәләүездә бер йыл мәҙәниәт һарайында эшләнем – ойоштороу яғынан байтаҡ тәжрибә тупланым. Беҙҙең ҡалала киновидеоһөйөүселәр клубы эшләп килә ине – ошонда йөрөп, үҙемдең киноға тартылғанымды тамам аңланым һәм артабан кино режиссеры булырға тигән маҡсат ҡуйҙым. Остазым – билдәле режиссер-документалист Владислав Виноградов. Уҡыған ваҡытта бик күп проектта эшләргә тура килде. Улар араһында иң иҫтәлеклеһе – Михаил Калатозишвилиҙың «Дикое поле»һы. Хәҙер инде Башҡортостанға ҡайттым, яңы проект эшләйбеҙ. Идея авторы – Илсур Ишаев, рәссам – Руслан Мәғәлимов, ҡорау һәм тауыш режиссеры – Илнур Сарбаев. Барыһы ла минең йәштәштәрем, эшләүе күңелле. Хыялдарым ҙур, эҙмә-эҙлекле уларҙы тормошҡа ашырырмын, тип уйлайым. ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙан башлармын – быға мөмкинлек тә бар, ҙур метрға тәжрибә лә тупларға кәрәк.

Тырышҡан – кино төшөргән!
«Йәшлек» гәзитендә йәш режиссер, Хәйбулла егете Айнур Асҡаровтың фильм төшөрөүе хаҡында яҙылғайны инде. Әле «Бала саҡ ауазы» (эш исеме, әлеге ваҡытта киноға исем эҙләйҙәр) ҡыҫҡа метражлы фильмын ҡорау эше башланды. һүҙ – Санкт-Петербург кино һәм телевидение институтының өсөнсө курс студенты Айнур АСҡАРОВҡА:
– Кино тылсымы беҙҙе, ауылда үҫкән балаларҙы, һәр саҡ тартып торҙо. Ошо хаҡта инде минең фильм. Уңайы менән миңә ярҙам иткән ихлас Хәйбулла халҡына рәхмәтемде еткергем килә. Башҡорт халҡының ошо ихласлығын, эскерһеҙлеген сағылдырырға тырыштым да инде. Әйтергә кәрәк, билдәле артистар Рәмилә Хоҙайғолова, Зифа Баязитова менән бергә ауыл кешеләре лә уйнаны. Әбеш ауылынан ғүмере буйы киномеханик булып эшләүсе Сәлимйән бабай үҙ ролен оҫта баш­ҡар­ҙы.
Нисек режиссер һөнәрен һайланыммы? Сибай колледжында актерлыҡ һөнәрен үҙләштерҙем, «Сулпан» театрында эшләнем. Быға «Минең йондоҙом» фильмында ҡатнашыуым айырыуса ҙур йоғонто яһағандыр. Үҙем кеүек йәштәрҙең ҙур проектта эшләүе, кинотөркөмдәргә хас эшлекле һәм шул уҡ ваҡытта күңелле мөхит – был ныҡ әсир итте, һәм мин Санкт-Петербургҡа юлландым. Тәүге уңышым – былтыр «ПитерКит» фестивалендә «Дама с собачкой» тигән документаль эшем «Иң яҡшы фильм» номинацияһында еңде.
Киностудияла проектымды тормошҡа ашырыуға ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Әлбиттә, был мине бик ныҡ ҡанатландырҙы. Яңы идеялар менән яна башланым…

Тырышҡан – кино төшөргән!
«Минең йондоҙом» йәштәр фильмы тураһында һөйләп тораһы түгел. «Туған тел» һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналдарында уны йәй башында күрһәттеләр, ә хәҙер башҡорт йәштәре бер-береһенә интернет селтәре буйлап ебәрә, ҡыҙыҡлы комментарийҙар яҙа. Һүҙ – уның режиссеры Таңсулпан Бураҡаеваға:
– Был – аҙ бюджетлы фильмдар төшөрөү буйынса беҙҙең икенсе проектыбыҙ. Тәүгеһе «Рәхмәт» комедияһы булды. Унда ҡазағстандан Әнүәр Райбаев тигән режиссерҙы саҡырып эшләнек, тәжрибә тупланыҡ. Шул уҡ төркөм менән йәштәр фильмына тотондоҡ. Әлбиттә, эш еңелдән булманы, финанс ҡытлығы арҡаһында кино ла өс йыл буйы эшләнелде. Әммә барыбер һөҙөмтәһе бар, теләгән фекер­ҙәребеҙҙе еткерә алдыҡ. Иң мөһиме – беҙҙең команда тағы ла киңәйә төштө, йәш артистар, рок-музыканттар һәм башҡа бик күп ижади кешеләр менән ныҡ дуҫлаштыҡ. Кино көнөндә тәү сиратта, юҡтан бар итеп, беҙҙең хыялдарҙы тормош­ҡа ашырырға ярҙам иткән киностудия етәкселегенә, ижадташ дуҫтарыма һәм, әлбиттә, беҙҙе бар иткән тамашасыға ҡотлау һүҙҙәрен еткергем килә.

Мәҡәләм аҙағында тағы бер йыш бирелгән «Башҡортостан» киностудияһы киноларын ҡайҙа күрергә була?» тигән һорауға яуап бирәйем. Киностудия үҙенең фильмдарын һәм шул уҡ рәттән республика театрҙары спектаклдәрен дискыларҙа сығара. Телевидение менән дә, ниһайәт, мәсьәләләр хәл ителә башланы. Иң мөһиме – булғанды юғалтмайыҡ, булғандың ҡәҙерен беләйек, бер-беребеҙгә терәк булайыҡ. Был инде «үрҙәге»ләргә лә, ижади кешеләргә лә ҡағыла.

Зөһрә БУРАҡАЕВА,
«Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире, сценарист, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы