RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йырсы менән бейеүсе – шул тиклем пар килгәнсе

22.05.2019 Йырсы менән бейеүсе – шул тиклем пар килгәнсе

«Аһ, икегеҙ, икегеҙ,
Икегеҙ пар килдегеҙ!» – тип башланған туй йырын хәтерләйһегеҙме? Ул йыр тап Лиана менән Динарға арнап яҙылған кеүек. Нефтекама дәүләт филармо­нияһында эшләп йөрөүсе был ғаилә парына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел: икеһе лә берҙәй талантлы һәм матур, уңған һәм тырыш. Тормош ҡороуҙарына аҙ ғына ваҡыт үтһә лә, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған йәштәрҙең киләсәге яҡты, матур булыуына шикләнмәйем. Юҡҡа ғынамы ни Башҡортостандың ике мөйөшөндә тыуып үҫкән кешеләрҙе яҙмыш бөтөнләй сит ҡалала ҡауыштырған?!

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Лилиә һәм Рөстәм Ғәлиндарҙың күҙ ҡараһындай күргән ҡыҙҙары Лиана хроник бронхит менән ауырый башлағас (бала дауахананың реанимация бүлегенә лә эләгә), табиптар хафаға ҡалған ата-әсәгә: “Балағыҙ йә спорт, йә йыр менән шөғөлләнһен”, – тип кәңәш бирә. Атай кеше ҡыҙын етәкләп каратэ секцияһына алып барһа, әсәһе уны йыр ансамбленә яҙҙыра. Лиана ике йүнәлеште лә үҙ итә, шулай ҙа үҫә килә артист булыу тураһында хыяллана башлай. Кон­курстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай, ансамблдә солист булып китә. Атаһының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, 9-сы класты тамамлағас, Сибай сәнғәт колледжына имтихандар тапшыра. Студент йылдары елдәй елеп үтеп тә китә. Ә инде юғары белем алыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Рөстәм Яхъя улы ҡәтғилек күрһәтә:
– Тормош көтөү өсөн етди һөнәр кәрәк. Быға тиклем ҡаршылык күрһәтмәнем. Әммә һин юғары белемде хоҡуҡ белгесе булараҡ алырға тейешһең!

Тик атаһына оҡшаған Лиана ла үҙ һүҙен бирмәй, Өфө дәүләт сәнғәт институтына ла документтарын тапшыра. Бәхетенә күрә, талантлы ҡыҙ институттың бюджет урындарының береһенә эләгә һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев класында уҡый башлай. Атаһы алдында үҙенең булдыҡлылығын иҫбатларға теләү­ҙәнме, Лиана студент йылдарында тик уҡыу тураһында ғына уйлай. Ғаилә ҡороу түгел, хатта егеттәр менән дуҫлашыу өсөн дә ваҡытын йәлләй. “Уҡып бөтөп, эш башлағас, кейәүгә сығырмын әле”, – ти ул һәр ваҡыт. Институттың һуңғы курсына еткәс, ҡыҙ эшкә урынлашыу тураһында уйлана башлай. Өфөлә ҡалыу мөмкин, әммә торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Етмәһә, яңы ҡалаларҙы яулау, яңы кешеләр менән танышыу ынтылышы күңеленә тынғы бирмәй. 2017 йылдың мартында Лиана эш белешеү өсөн Нефтекама дәүләт филармонияһына юллана. Ә бында йәштәрҙе һәр саҡ ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы директор – Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев бар. “Бөгөндән үк эшкә сығырға риза булһаң, алам!” – ти ул студентҡа. Шулай итеп, Баймаҡ ҡыҙы хеҙмәт юлын башлап ебәрә.
Саҡмағош районында йәшәүсе Гөлфиә һәм Азамат Йыһановтарҙың ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнә. Бала саҡта бейеүсе булырға хыялланған, ул мәлдә дауаханала эшләп йөрөһә лә, бейергә яратҡан Гөлфиә апай алты йәшлек улы Динарҙы сәнғәт мәктәбенә алып килә. Малай алты йыл буйына сәхнәнән төшмәй, тип әйтһәк, һис кенә лә хата булмаҫ: балалар район мәҙәниәт йортонда үткән барлыҡ концертта сығыш яһай, байрамдарҙы биҙәй. Бейеү класын уңышлы тамам­лағас, Динар бер нисә йылға был шөғөлөн онотоп тора. Ә инде һөнәр һайлау тураһында һүҙ сыҡҡас, ул әсәһенең кәңәше буйынса Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография учили­щеһына барып ҡарарға була. Өс йыл буйы сәхнәгә сыҡ­мағас, егет наса­рыраҡ сығыш яһай. Оҙон буйына ҡа­рап ҡына, ярты йылда курсташтарын ҡыуып етеү шарты ме­нән, уны уҡырға алалар. Һүҙендә тора Динар, уҡыуын уңышлы тамамлап, ҡулына диплом ала. Нефтекама филармо­нияһының “Түңгә­үер” бейеү ансамбленә эшкә урынлаша, әрме сафында ла булырға өлгөрә.

Лиана эш башлау менән тап ошо талантлы егет – Динар менән таныша ла инде. Тәү ҡараштан итәғәтле йылмайыуына, зәңгәр күҙҙәренә иғтибар итә. Аралаша башлағас, тәүәккәл һәм шаян булыуын аңлап ала. Ҡала хакимиәте, йәш хеҙмәткәр булараҡ, уға торлаҡ биргәс, обой йәбештерергә ярҙам­лашырға Динарҙы саҡыра. Көнө буйы бергә булыу үҙенекен итә: ҡыҙ менән егет ныҡлап таныша, бер-береһен һынай. Айырыуса егет Лиананың ихласлығына, сабыйҙарса эскерһеҙ күңеленә, уңғанлығына иғтибар итә. Ошо көндән йәштәр араһында мөхәббәт уты тоҡана.

– Һәр ҡыҙ хыялында буласаҡ иренең образын йөрөтә. Ди­нар менән дуҫ­лаша башлағас, уның холҡо ла, тышҡы ҡиә­фәте лә хыя­лымдағы егет­кә тап килеүен аңланым. Тик үҙем, сәхнәне һайлаһам да, бу­ласаҡ иремдең икенсе һөнәрҙән булыуын теләй инем. Йәнәһе, икебеҙ ҙә гастролдәрҙә йөрө­һәк, кем донъя көтә? Шуғалыр ҙа тиҙ генә кейәүгә сығыу тураһында уйланманым. Тик Динар эште ҡыҙыу тотто, дуҫлаша башлауға ярты йыл ғына ваҡыт үткәйне: “Был ялда мин һине атай-әсәйем менән танышырға алып ҡайтам”, – тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Оялып, хатта бер аҙ ҡурҡып ҡына юлға сыҡтым. Алсаҡ, ҡунаҡсыл һәм ихлас ғаилә менән яҡындан танышҡас, икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты, – ти Лиана. – Буласаҡ ҡәйнәм мине бигерәк тә яҡын күрҙе. Шуға ла, Динарға кейәүгә сыҡһам, бәхетле буласағымды аңланым.

Ә егет буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға ныҡлы әҙерләнә. Егет кеше атһыҙ булмаҫ, тип машина алып ебәрә. Бүләк-күстәнәстәрен алып, 700 саҡрымдағы (таныҡлыҡ алыуына өс ай ғына үткән булыуына ҡарамаҫтан) Баймаҡ ҡалаһына юллана. Белорет һәм Әбйәлил райондарының бейек тауҙары ла ҡурҡытмай уны. Ҡыҙҙарына ҡарата иғтибарлы булған Динарҙы Лилиә апай менән Рөстәм ағай оҡшата. Ғаилә башлығы буласаҡ кейәүен эш менән дә һынап ҡарай: бергәләп ҡар көрәйҙәр, машина йүнәтәләр. Йор һүҙле, шаян күңелле булыуына ҡарамаҫтан, кәрәк урында етди холҡон күрһәткән, төплө фекер йөрөткән егет ата-әсәнең күңеленә хуш килә.

Өйләнешергә теләгән йәштәргә ике яҡтан да ата-әсәләр шатланып фатиха бирә. Бигерәк тә 25 йәшкә еткән егеттең тормошо өсөн борсолған олатай-өләсәйҙәре шатлана. Ҡыҙының йырсы булыуына ҡаршы төшкән Рөстәм ағай ҙа туйҙан һуң: “Бына хәҙер һинең өсөн күңелем тыныс. Сит яҡта терәк булырҙай ирең, эшләргә яратҡан эшең бар!” – тип, хафаһының юҡҡа сығыуын белдерә.

Бөгөн йәш ғаилә матур итеп донъя көтә, ижад итә. Динар, төп эшенән тыш, филармония янындағы балалар бейеү студияһында кескәйҙәргә бейеү сер­ҙәрен өйрәтә, Ҡырым-Һарай ауылы мәҙәниәт йортондағы “Урал” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә лә уҡыта. Филармония бригадалары менән бик йыш гастролгә сыға. Ә Лиана, музыкаль лекторийҙа эшләгәс, башлыса балалар алдында сығыш яһай, гастролдә лә һирәк була. Алыҫ юлдан ҡайтҡан ирен тәмле ризыҡтар, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала.

– Лиана – бик уңған ҡатын, һәр ерҙә тәртип ярата. Бер яҡтан, был холҡо миңә ныҡ оҡшай: өйҙә ҡот бар, ҡайтып инһәң, күңелгә рәхәт. Тик ул, үҙе эш яратҡас: “Эш бөткәс, уйнарға ярай!” – тип, миңә лә ялҡауланырға ирек бирмәй. Шуға хәҙер мин дә булдыҡлы хужа булып киттем, – ти Динар шаярыу ҡатыш.– Шаяртыуҙы аңлай белеүе лә беҙҙе яҡынайтты, юғиһә ҡайһы бер кешеләр үпкәләүсән була. Ир-егеттәр, ғәҙәттә, әсәһенә ҡарап ҡатын һайлай, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай: Лианала әсәйемдең барлыҡ матур һыҙаттары йыйылған. Сабыр, шаян һәм ышаныслы кеше. Миңә генә түгел, барлыҡ туғанға, дуҫҡа ҡарата иғтибарлы. Ниндәй генә осраҡта ла ул кешене аңлай белә, – тип ҡатыны менән ғорурланыуын да йәшермәне.

Эштә лә, өйҙә лә төрлө саҡ була. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, был ижади ғаилә уларҙы матур һәм тыныс үтергә тырыша. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған парға ҡарап, уларҙы кәм тигәндә тиҫтә йыл бергә йәшәгән тип уйларға була. Киләсәккә аҡ хыялдар ҡорған, юғары маҡсаттар ҡуйған Лиана менән Динарға матур тормош, уңыштар һәм үҙҙәре кеүек талантлы, аҡыллы сабыйҙар теләп хушлаштыҡ.


Лиана Рөстәм ҡыҙы ҒӘЛИНА, йырсы, Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы.
Тыуған ере: Баймаҡ ҡалаһы.
Белеме: Сибай сәнғәт колледжы, Өфө дәүләт сәнғәт институты.
Йондоҙнамә: Уҡсы.
Яратҡан ризығы: мейестә бешкән өйрәк.
Ижадтан тыш шөғөлө: китап уҡыу.
Яратҡан миҙгеле: ҡыш.
Сәйәхәт итергә теләгән ерҙәр:
Доминикана, Италия, Франция.

Динар Азамат улы ЙЫҺАНОВ, бейеүсе, Нефтекама дәүләт филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле солисы.
Тыуған ере:
Саҡмағош районының Саҡмағош ауылы.
Белеме: Рудольф Нуриев исемендәге Өфө хореография училищеһы.
Йондоҙнамә: Уҡсы.
Яратҡан ризығы: былау.
Ижадтан тыш шөғөлө: компьютер уйындары.
Яратҡан миҙгеле: барыһы ла.
Сәйәхәт итергә теләгән ерҙәр: Байкал күле.



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Ғаилә архивы




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк