RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Яңыса»һы оҡшап етмәй...

08.02.2011 «Яңыса»һы оҡшап етмәй...

«Яңыса»һы оҡшап етмәй...Башҡортостан юлдаш телеканалы программаһын яңырттылар. Һәммә яңылыҡтан матур нәмә өмөт итәһең бит инде. Тик бына яңы форматтағы БСТ халыҡ файҙаһына булманы, буғай. Беренсенән, иртән тапшырыуҙарҙы Баш­ҡортостан гимны менән башлап ебәреү ҙә һәйбәт булыр ине, юҡһа әлеге лә баяғы – бөтөнөһө лә ялҡып бөткән реклама «фатиха» бирә. Рубрикалар көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана, алып барыусылар хәҙер икешәрләп эфирға сыға башланы. Көн дә, көн дә бер үк нәмә ҡабатлана. «Истории», «Орнамент» кеүек тапшырыу­ҙарҙы анонслағанда ҡайһы төбәктән, кемдәрҙе күрһәтеүҙәрен дә әйтһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. «Бауырһаҡ»та ла йыш ҡына бер үк нәмә ҡабатлана.
Төрлө райондарҙа, башҡа өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо тураһында бөтөнләй күрһәтмәйҙәр. ҡыҫҡаһы, элекке «Сәләм»де һағынабыҙ. Яңы форматта күҙ эйәрмәҫ графика, ҡыҫҡа ғына ҡабалан сюжеттар калейдоскоптағы кеүек бара. ҡайһы ваҡыт БСТ каналы беҙ, һалым түләүселәр, форма­лаштыр­ған бюджет аҡсаһына түгел, ә реклама иҫәбенә йәшәйҙер, тигән уй килә башҡа. Ә бит һәләтле журналистар бар. «Яңы йыл тамашалары», «Планеталар парады» үҙенсәлекле генә булды. Һуңғыһы беҙҙең таланттарыбыҙҙың Мәс­кәүҙекеләрҙең танауына сирткән кеүек булды.
Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡ өсөн эшләргә тейеш. Бөгөн иһә күп кеше уны ҡарауҙан баш тарта. ҡаш төҙәтәбеҙ тип, күҙ сығарҙыҡмы әллә?

Зөфәр АЛТЫНСУРА.
Мәләүез районы,
ҡотош ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы