RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла

08.02.2011 Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла

Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағылаРеспубликабыҙҙа 150-нән ашыу милләт көн итә. 60-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия эшләп килә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Рустар Соборы, БР сыуаштары канашы халыҡ мәнфәғәттәрен, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай.
Бынан тыш, удмурт, йәһүд («Кохав»), украин («Кобзарь»), латыш, керәшен, чечен («БАРТ»), төркмән, әрмән («Севан»), әзербайжан, белорус («Спадчына»), ҡаҙаҡ («Ак Бата») милли-мәҙәни үҙәктәре, сыуаш мәҙәниәте ойошмаһы, мари («Марий Ушем»), мордва милли-мәҙәни автономиялары, поляк мәҙәни-ағартыу үҙәге, тажик һәм фарсы телле халыҡтар ассоциацияһы («ПАЙВАНД»), Ш. Руставели исемендәге грузин мәҙәниәте үҙәге бар. Һәр береһендә милләт вәкилдәре үҙ-ара йыйылып, теле, мәҙәниәте һәм тарихын өйрәнә, аралаша, таныша.
Өфөлә 1995 йылдан БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы эшләй.
Республикала баҫылған йөҙҙән ашыу гәзит-журналдың төрлө телдә булыуы ла бында йәшәүсе халыҡтар­ҙың күңел талабына ярашлы булыуы хаҡында һөйләй. 60-тан ашыу рус телендә, 56 – башҡорт, 32 – татар, өсәр – мари һәм сыуаш, удмурт телен­дә бер гәзит-журнал бар. Бер журнал өс телдә – урыҫ, башҡорт, инглиз телендә сыға. 2006 йылдан дубляж гәзиттәре үҙаллылыҡ алып, милли баҫмалар һаны тағы ла артты.
Милли йолалар һаҡланыу, үҙаң тергеҙелеү республикала тарихи-мәҙәни үҙәктәр асылыу менән тағы ла көсәйҙе. Халыҡ ынйыларын, быуат­тар­ҙан тапшырылып килгән йолалар­ҙы, үҙенсәлекле традицияларҙы һаҡлаусы усаҡ бит улар. Баш­ҡортостандағы бындай тәжрибәне Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә өйрәнә, сөнки уларҙа әлегә бындай үҙәктәр юҡ. Республикала эшләгән «Урал» башҡорт халыҡ үҙәген, «Аҡ тирмә»не, Башҡорт йәштәре иттифағын, «Сәхипжамал» татар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларын да, милләттәр мәнфәғәтен яҡлаусылар тип, миҫалға килтерергә мөмкин. Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан – ысынлап та, татыу милләттәр гөлләмәһе. РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. Путиндың Президент сағында уҡ һоҡланып әйткән һүҙҙәре хәҙер матур баһа булып телдән-телгә йөрөй: «Башҡортостанда бер тамсы һыу кеүек үҙенең мәҙәниәттәр, дин, тел төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән күп милләтле Рәсәй сағыла».

А. ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы