RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

02.05.2019 Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

йәки “Ҡыҙыл йондоҙ”ҙа бейегән башҡорт егете
Уның хеҙмәт юлына күҙ һалһаң, ғүмере буйы Нефтекама дәүләт филармонияһында ғына эшләй кеүек. Әммә таланты Ағиҙел ҡалаһына ла, Татарстанға ла, хатта Мәскәү өлкәһенә лә ҡағыла. Был турала ентекләберәк ҡунағыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Юнир Ғаяз улы НОҒОМАНОВ менән әңгәмәлә уҡығыҙ.


– Юнир, һиндәйҙәрҙе, ғәҙәттә, атламаҫ элек бейеп киткән, тиҙәр. Бейеүсе булып китеүең хыял булдымы, әллә осраҡлылыҡмы?


– Осраҡлы хәл булғандыр. Архангел районының иллеләп кенә йорто булған Ҡыҙғы ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләбеҙ талантлы: әсәйем йырлай, атайым бейей, уларға эйәреп, мин дә концерт­тарҙа ҡатнашып йөрөнөм. Уҡы­тыусы Наза Хәлим ҡыҙы минең өсөн бейеүҙәр һалды, тирә-яҡ ауылдарҙа ла сығыш яһай инек. Ауыл кескәй генә булһа ла, тормоштоң гөрләп торғаны хә­терҙә ҡалған. Башланғыс клас­тарҙы тамамлағас, Уҫаҡлы ауылына йөрөп уҡый башланым. Унда бейеү буйынса ниндәйҙер конкурста еңгән өсөн мәктәп директоры 100 һум премия ла тапшырғайны.
6-сы класта уҡығанда, мәктәпкә бер төркөм апай-ағай килеп төштө. “Хореография училище­һына балалар йыялар” тигән хәбәр таралды. Нимә икәнен аңлап та етмәнем, шулай ҙа сиратҡа баҫтым. Класҡа инһәм, гармунсы юҡ. “Бейе, ҡустым!”– тиеүҙәренә: “Музыка кәрәк”, – тип яуапланым. Көлөштөләр, бер аҙҙан музыкант табылды. Бейенем дә, сығып киттем. Артабан медицина тикшереүе үттем, һуңғы турҙа тәндең һығылмалығын тикшерҙеләр. Райондан бер үҙем генә бар этапты ла уңышлы үтеп, Өфөгә саҡырыу алдым. Шул саҡта атайым минең менән ололарса (11 йәшлек малай инем) әңгәмә ҡорҙо. “Улым, ныҡлап уйла: бейеүсе булғың киләме? Ауылды, беҙҙе һағыныуға түҙерһеңме?”. “Уҡыйым, атай. Көтөүсе булғым килмәй!”– тип яуапланым. Илке-һалҡыраҡ йөрөһәк, беҙҙе һәр ваҡыт: “Ярай, уҡыма, мал ҡарар­һың, көтөүсе булырһың!” – тип әрләйҙәр ине. Ә икенсе ауылға йөрөп уҡыған малай­ҙарҙың хәлен аңлайһығыҙҙыр...
Шулай итеп, Өфө хореография училищеһының балет класында уҡый башланым. Көндәр уҡыу менән тиҙ үтте ул, ә бына кис­тәрҙе, төндәрҙе тәүге осорҙа илап үткәрергә тура килде. Шулай ҙа уҡыу теләге көслө ине.

– Белеүемсә, һин 15 йәшеңдә үк хеҙмәт юлыңды башлағанһың.

– Был да осраҡлылыҡ. Хореография училищеһы директоры Әхәт ағай Фәсхетдинов Нефтекама филармонияһына эшкә күсте. Яңы асылған ойошма, әле ныҡлы ижади коллектив йыйыл­маған. Бер көн Әхәт Әхмәт улы Өфөгә килгәнендә беҙҙең янға инеп, үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Имтихандарҙы алдан тапшырырға була, тигәс, беҙ, өс егет – мин, Данил Вавилов, Ренат Хәсәнов – ғүмерҙә күрмәгән ҡалаға барып төштөк. 1998 йылдың сентябрь айы ине. Шунан бирле ошо ҡалаға, филармонияға тоғро ҡалдым.

– Сит мөхиткә нисек өйрәнеп киттең?


– Балалыҡ менән. 15 йәштә артыҡ уйланылмай бит: йәшәргә урын бирелде, эш хаҡы бар, коллектив йәш, дуҫтар янда. “Тағы ни кәрәк һуң?” – тип уйланым. Тормош асылы хаҡында уйлана башлағанда, аяғыма ныҡлы баҫ­ҡайным. Аҙаҡ Өфөгә ике тапҡыр эшкә саҡырыу булды, яратып өлгөргән ҡаланы, коллективты ташлап китергә теләмәнем. Ни тиһәң дә, беҙ Нефтекама филар­монияһының тәүге артистары бит...
Аллаға шөкөр, йылына бер генә ҡайтһаҡ та, атай-әсәйем йышыраҡ килергә мөмкинлек таба. Бер туған Аяз ҡустым да был ҡалала төпләнде – яңғыҙ түгелмен.

– Әрме сафына ла үҙең теләп бейергә барғанһың, тиҙәр...


– Егет кеше ил алдындағы бурысты атҡарырға тейеш, тип тәрбиәләндем. Мөмкинлек булһа ла, әрменән ҡалырға теләмәнем. Мәскәү өлкәһенең Одинцово ҡалаһындағы “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле тураһында һәр кем белә, ә миңә ул хыял ине. Бер йылы филармония менән Мәскәү өлкәһендә ойошторолған һабантуйҙа ҡатнаштыҡ. Тағы ла өс дуҫ, юл төшкәндә тип, күстәнәстәр алдыҡ та, ошо ансамблдә хеҙмәт иткән курсташ егетте күрергә барҙыҡ. Тик ул хәрби заданиеға киткәйне, осрашып булманы. Шунда уҡ ансамбль етәксеһенә барып, тап ошонда хеҙмәт итергә теләк белдерҙек. Бейетеп ҡарағас та, кәрәкле документтар тултырылды. Көҙгөлөккә саҡырыу ҡағыҙы килде. Ғәҙәти хеҙмәт булды ул: күнекмәләр, хәрби әҙерлек, таңдан тороп йүгереү, ҡаты дисциплина. Шулар ара­һында репетиция яһарға, кон­церттарҙа ҡатнашырға өлгөрә инек. Ике йылда Кореяла, Польшала, Чехияла сығыш яһарға тура килде. Шулай итеп, хәрби хеҙмәт тә бейеп кенә үтеп китте. Әлбиттә, айырым партиялар булманы, шулай ҙа репертуарҙағы барлыҡ бейеүҙә лә ҡатнаша инем.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң ине?

– Ҡатыным – Рүзилә, Тәтешле башҡорто. Бейергә ярата, бер осор хатта филармонияла ла эшләп алды. Юғары белем алыу тураһында уйланып йөрөнөм дә, Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалына барырға булдым. Башҡорт телен 6-сы класҡа тиклем генә уҡыуыма ҡарамаҫтан, филология факультетын һайланым. Шулай итеп, алты йыл студент булып йөрөлдө. Уҡыу йортоноң бейеү ансамбле бар, унда ла сығыш яһаным, бейеүҙәр һалырға ярҙам иттем. Ҡатыным менән шунда таныштыҡ та инде. Ул рус филологияһы бүлеген тамамланы. Әле Ислам һәм Кәрим исемле балалар үҫтерәбеҙ.

– Улдарыңда бейеүгә һәләт бармы?

– Эйе. Олоһо миңә эйәреп килә лә, ҡайтҡас, әсәһенә һәр бейеү хәрәкәтен эшләп күрһәтә. Уға эйәреп Кәрим дә, яңы атлай башлауына ҡарамаҫтан, бейергә маташа. Йөрәктәрендә осҡон бар. Ә бына сәхнәгә сығырға теләктәре булырмы – әлегә билдәһеҙ.

– Һинең өлгөрлөгөңә һоҡланмау мөмкин түгел. Бер осор Аҡтаныш ансамблендә лә эшләп алғайның. Моғайын, хәҙер ҙә филармониянан тыш ҡайҙалыр эшләйһеңдер?

– “Түңгәүер” бейеү ан­сам­бле­нең тәүге етәксеһе Рифғәт Саттаров Аҡтаныш бейеү ансамбленә башҡорт һәм татар халыҡ бейеү­ҙәрен һалырға ярҙам итә тор­ғайны. Төрлө трюктарҙы өйрәтер- гә беҙҙе лә үҙе менән алып йөрөнө. 2009 йылда Рифғәт Миҙхәт улы Өфөгә күскәс, урынына мине саҡырҙылар. Бер аҙ ике урында йүгереп йөрөп эшләнем, нисектер өлгөрә инем. Тәүге улым тыуғас, ике арала сабыуҙы туҡтаттым. Гастролдәр менән былай ҙа һәр саҡ юлдамын, исмаһам өйҙә саҡта ҡатыныма бала ҡарашырға кәрәк, тип уйланым. Шулай ҙа тынғыһыҙлыҡ булмышымда барҙыр, күрәһең: Ағиҙел ҡалаһына балалар ансамбле менән эшләргә саҡырыу булғас, ризалаштым. Әле лә шунда эшләп йөрөйөм.

– Филология факультетында юғары белем алдым, тигәйнең. Тимәк, хаҡлы ялға сыҡҡас, уҡытыусы булып эшләргә ниәтең бар?


– Юҡтыр. Әйткәндәй, 36 йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, хаҡлы ялдамын инде. Шулай ҙа әле сәхнәнән китергә теләк юҡ. Киткән хәлдә лә, балалар өсөн бейеү уҡытыусыһы булып ҡына эшләргә ризалашырмын ул. Сәхнәне, бейеүҙе яратам.

– Яратҡан кешеңдең кире яҡтары ла матур булып күренә, тиҙәр. Ә яратҡан эштең ауыр яҡтары күренәме?


– Йәш саҡта бөтөнләй күрен­мәне. Хәҙер бер генә нәмә ауыр: оҙайлы гастролдәр мәлендә ныҡ һағынам. Ҡатынымды, улдарымды юҡһыныу тойғоһо артҡандан-арта бара. Һағыныуҙан һарғайыу тигәндең нимә икәнен хәҙер генә аңлай башланым. Хатта Ағиҙел ҡалаһындағы ансамбль балаларын да һағынам. Улар ҙа, класҡа барып инһәм, йүгерешеп килеп мине ҡосаҡлап ала.

– Тимәк, һин уларҙың күңелендә бейеүгә мөхәббәт уята алған­һың...

– Тырыштым. Был балалар ансамбле дөйөм көс менән упланды. Мәктәптән мәктәпкә йөрөп, атай-әсәйҙәр менән айырым һөйләшеп. Әммә эш башлауы ауыр булһа ла, бөгөн һөҙөмтә бар.
Бейеүҙең һаулыҡҡа, физик үҫешкә файҙаһы тураһында һөй­ләп тороу кәрәкмәй. Бынан тыш, ул балаларҙа коллективта эш­ләргә, ҡыйыу булырға, дисцип­линаға һәм сыҙамлыҡҡа өйрәтә. Барыһы ла профессиональ бейеүсе булмаҫ, шулай ҙа таланты һәм теләге булған берәүһе генә лә сәхнә юлынан китә икән, мин шатмын. Сөнки мин дә бит остаздарым ярҙамында талантым менән халҡыма хеҙмәт итәм.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!



Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Т. Аманов




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»