RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

24.02.2019 “Диуана”лар ҡайҙа?” – “Ватан”да!

1993 йылда “Урал моңо” эстрада конкурсында “Диуана” исемле төркөм еңеп сыҡҡас, гәзит биттәрендә тәнҡит мәҡәләләре сыҡҡанын һаман да хәтерләйем. Сәйер кейенгән, ул ваҡытҡа ят тойолған йырҙар­ҙы башҡарған егеттәр ҡайһы бер тамашасыны аптырауға ҡалдырһа ла, күп йәштәр уларҙы, ҙур яңылыҡ тип, ихлас ҡабул итте. Хатта бәғзе бер оло быуын кешеләре лә: “Йәштәр бит, ни ҡыланһа ла, килешә”, – тип кенә йылмайып ҡуйҙы. Төркөм башланғысында бөгөн популяр музыкант, композитор һәм йырсы булып киткән Руслан Ниғмәтов була.


Әбйәлил районында тыуһа ла, бала сағы Екатеринбург ҡалаһында үткән, башҡорт мөхитенән ситтә үҫкән Руслан тыуғандан алып музыкаға ғашиҡ. Музыка мәктәбенең тынлы ҡоралдар класында уҡый, оркестрҙа уйнай. Ата-әсәһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, ул Асҡар ауылында белем алыуын дауам итә. Башҡорт телен белмәгәс, башлыса Рәсәй эстрадаһы йырҙарын башҡара. Йылдар үтә, Өфө махсус музыка интернат-мәктәбен, аҙаҡ сәнғәт училищеһын тамамлай. Данлыҡлы дирижер Фәрит Иҙ­рисовтың саҡырыуы буйынса Өфө юғары хәрби авиация училищеһының беренсе профессиональ тынлы оркестрында әрме хеҙмәтен үтә. Тап шул йылдарҙа ул хеҙмәттәш дуҫы Вилдан Йомағужин менән, “зәңгәр экран”, радио аша башҡортса йырҙарҙы тыңлап, башҡорт төркөмө ойошторорға хыяллана башлай. Әммә әрме хеҙмәте тамамлан­ғас, дуҫтарҙың юлы айырыла. Руслан тыуған яҡтарына ҡайтып, район транспорт предприятиеһында инженер-технолог булып эшкә урынлаша. Профкомды етәкләүсе ике туған ағаһына “ҡыҙыл мөйөш”тәге музыка ҡоралдарын, тауыш ҡорамалдарын йүнәтеп бирә, бер нисә концерт ойошторорға ярҙам итә. Һәм күңеле төпкөлөндә ятҡан хыялын тормош­ҡа ашырып ҡарамаҡсы була. Ошо уҡ ойошмала эшләүсе, йыр-моңға битараф булмаған Әсхәт Вәлиев, Рөстәм Идикеев менән һөйләшеп, эшкә тотоналар. Етәкселәр ҙә уларҙың идеяһына ҡаршы төшмәй, хатта 25 мең һумға ҡулдан булһа ла “Ямаха” синтезаторы алып бирәләр. Эштән һуң репетициялар башлана. Башта йырҙар ике телдә була, билдәле артистар репертуарынан алына. Тәүге концерт ойошманың Яңы йыл кисәһенә тура килә. Шығырым тулы зал, яңы төркөмдөң йырҙарын тыңлар өсөн хатта ойошмаға ҡағылышы булмаған тамашасылар ҙа байрамға инеү юлдарын таба. Егеттәр дүрт сәғәт буйы көслө алҡыштар аҫтында сығыш яһай. Бар репертуар йырланып бөткәс, программа ҡабаттан башлана. Икенсе көндө улар районда “йондоҙ” булып уяна. Был хәл 1991 йылды ҡаршы алған мәлдә була. Руслан Ниғмәтов ныҡлап башҡорт телен өйрәнә башлай, шиғырҙар­ға көйҙәр ижад итә. “Әбйәлил” йыры “визитка”ларына әүерелә. Районда бер генә концерт та уларһыҙ үтмәй, киреһенсә, йәштәрҙе бейетеп алыу өсөн программаның иң аҙағына ҡуялар. Сибай ҡалаһында һәм Йылайыр районында үткән йәштәр йыйындарында ҡатнашырға саҡырыу килә. Нимәһе ҡыҙыҡ: йыйында 90-сы йылдар башында ойошҡан төрлө төркөм осрашҡас, Руслан үҙенең байтаҡ һабаҡташы уларҙың башланғысында торғанын белә. Элекке дуҫтар яңынан ижади даирәлә аралаша башлай.

Ваҡыт үтеү менән, Руслан артабан үҫергә, баш ҡаланы яуларға кәрәклеген аңлай. 1992 йылда ул Өфөгә юллана. Хеҙмәттәше Вилдан Йомағужин менән осрашып, эстраданы яулау тураһында кәңәшләшә. Вилдан егетте Руслан Солтангәрәев (синтезатор), Илшат Нурбахтин (гитара), Нәзир Юлбарисов (гитара), Рөстәм Әлүков (һуҡма инструменттар) менән таныштырып, өр-яңы төркөмгә нигеҙ һалына. Һәр кем үҙенең йәки таныштарынан алып торған музыка ҡоралын алып килә, репетиция яһарға урын булмағас, дөйөм ятаҡ бүлмәһе кистәрен студияға әйләнә. Дөйөм ятаҡтарҙа үткән дискотекаларҙа сығыш яһау йышая, яйлап дандары тарала башлай. “Урал моңо” конкурсы тураһында ишеткәс, егеттәр унда ҡатнашып, үҙҙәрен һынап ҡарамаҡсы була.

Конкурста ҡатнашырға ғариза яҙыр мәл еткәс, улар аптырауға ҡала: төркөм бар, исеме юҡ. Нисек яҙырға белмәй, аптырап ултырғанда, “Дәрүиш” төркөмө музыканты Альберт Ғәббәсов Мостай Кәримдең аҡ күңелле образы менән атарға тәҡдим итә. шулай итеп, “Диуана” барлыҡҡа килә. Алдан әйтеүемсә, төркөмдөң сәйер исеме, сәхнә образы һәм йырҙары күптәр­ҙе аптырауға ҡалдыра. Әммә улар­ҙағы музыкаль һәләтте һәм солистарҙың моңло тауышын берәү ҙә инҡар итә алмай. Киреһенсә, ул саҡта бик популяр булған поп-музыка йүнәлешендә эшләргә, патриотик репертуар тупларға тигән тәҡдимдәр килә. Шуларҙың береһен “Ватан” ойошмаһы етәкселеге еткерә.

– Фирғәт ағай менән танышҡас, ул беҙгә эш хаҡы, йәшәргә урын, сәхнә костюмдары, репетиция залы, музыка ҡоралдары һәм гастролдәр вәғәҙә итте. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа төркөмдөң исемен һәм репертуарын тулыһынса үҙгәртергә тейеш инек. Йыл дауамында бәләкәй генә ятаҡ бүлмәһендә үтескә алған гитараларҙа уйнау ялҡытҡанғамы, әллә йәшлек иҫәрлеге менәнме, артыҡ уйлап тормайынса ризалаштыҡ. Төркөмгә йырсы Фәрүәз Урманшин, баянсы Фирдүс Шәрифуллин ҡушылды. “Ватан” исеме, өр-яңы репертуар менән гастролгә сығып киттек. Был аҙым беҙҙе тарҡалыуға килтерҙе лә инде. Репертуарҙы үҙгәртеү тауҙа үҫкән гөлдө һаҙлыҡҡа күсереп ултыртып һулытыуға тиң булды. Сөнки “Диуана”ға рок яратҡан, ошо йүнәлештә эшләргә теләгән егеттәр йыйылғайныҡ. Ә “Ватан”да беҙҙән икенсе “Каруанһарай” эшләргә теләнеләр. Етәкселәрҙе лә аңлайым, улар халыҡ араһында милли үҙаңды, илһөйәрлек тойғоһон үҫтерергә теләне. Тик беҙҙең үҙ фекеребеҙ формалашҡайны инде, – тип хәтерләй ул йылдарҙы Руслан Ниғмәтов.


Егеттәрҙең юлдары айырыла, аралашыу башлыса концерттарҙа дауам итә. Нәзир менән Рөстәм Солтанбаев музыка ҡоралдары магазины асҡан, Рөстәм Әлүков айырым музыкант булараҡ сығыш яһай, саксофонда уйнай. Руслан Ниғмәтов “Туған тел” телеканалында тауыш режиссеры булып эшләй.

Шулай итеп, “Диуана”, аҙаҡ “Ватан” төркөмөнөң ғүмере ҡыҫҡа ғына була. Шулай ҙа уларҙы һаман да хәтерләүселәр бар. “Ә-ә-ә-ә, теге сәйер егеттәрме? Ҡайҙа әле улар?” Һәр хәлдә, улар тураһында һүҙ сыҡһа, минән шулай тип һорайҙар.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: Фотолар ғаилә архивынан






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы