RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 Тынмаһын сулпы сыңдары

"Тамыр" каналы ойошторған "Сулпылар" республика телевизион конкурсы сирек быуаттан ашыу талантлы балаларҙы үҙенә йыя. Йыл башында республикабыҙҙың төрлө ҡала-районынан 200 самаһы йыр-моңға һәләтле малай-ҡыҙы бәйгелә ҡатнашырға теләк белдергәйне. Интернетта барған онлайн-тауыш биреү һөҙөмтәһендә уларҙың 70-е һайлап алынды. Икенсе турға үткән 30 кешенән 12-һе генә финалға килеп етте.

Конкурс барышын йыл буйына зәңгәр экран аша күҙәтеп барҙыҡ. Жюри ағзалары Гөлнара Хәлфетдинова, Илнур Рамазанов, Венер Камалов һәм башҡалар балаларға актер оҫталығы, тамашасы менән аралашыу, вокал буйынса аҡыллы кәңәштәр бирҙе. Уларға "йондоҙло" эксперттар ҙа ҡушылып, ябай тамашасы күҙлегенән сығып фекерҙәре менән бүлеште. "Сулпылар" республика телевизион конкурсының алып барыусыһы Алмас Таһиров һәр сығарылышты ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо.

Былтыр конкурстың финалы "Өфө уттары" күңел асыу комплексында "Сулпылар йондоҙҙары бейетә" дискотекаһы форматында үтһә, быйыл йәш таланттар тәү тапҡыр ҙур сәхнәгә сыҡты. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залы "Сулпылар" – ҙур ғаилә" тип аталған тамашаны түҙемһеҙләнеп көткән бәләкәй тамашасылар, ата-әсәләр һәм олатай-өләсәйҙәр менән тулғайны. Кескәйҙәр гөж килеп концерт ҡараны – берәүҙәр яратҡан йырсыһына ҡушылып рәхәтләнеп йырланы, икенселәр арығансы бейене.

Йырлап-бейемәйенсә күңел түҙәме, ана, сәхнәлә сығыш яһаған ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен һыуҙағы балыҡ кеүек тота! Әбйәлилдән Айгизә Вәлиева "Бер алманы бишкә бүләйек" йырын башҡарғас, зал уны оҙаҡ алҡышланы. Киләсәктә Айгизәнән бик шәп артист сыҡмаҡсы! Ҡыҙсыҡ барлыҡ залдың күңелен яулап алды, уға һоҡланмаған кеше ҡалманы. Тағы бер талант эйәһе , иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе, Өфө малайы Арыҫлан Ҡырымсурин Ш. Бабичтың “Башҡортостан” йырын башҡарғанда барлыҡ тамашасы ҡушылып йырланы, аяҡ үҙенән үҙе тыпырлауға күсте. Бәләкәстең ошо йәштә ҙур сәхнәгә сығырға баҙнат итеүе – үҙе бер батырлыҡ.

Силәбе ҡалаһынан килгән Артур Асҡаров тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре әйтергә мөмкин. Тәүге сығышы менән сағыштырып ҡарағанда күҙ алдында күренеп үҫте, һәр кәңәште тотоп шөғөлләнде, вокал буйынса ғына түгел, телмәре өҫтөндә лә эшләне, күп итеп башҡортса китаптар уҡыны, ти уның хаҡта ойоштороусылар.

Үтеп барған Ғаилә йылына арналған концертта Венер Камалов ҡыҙҙары Дилбәр һәм Гөлдәр, диджей Булат Сарбаев улы Ирхан, йырсы Илнур Рамазанов ҡустыһы Илшат менән сығыш яһаны. Сарала "Сулпылар" ҙың алмаштырғыһыҙ алып барыусыһы Алмасҡа атаһы актер Илгиз Таһиров ярҙам итте. Тамашаны режиссер Гөлсәсәк Игебаева һәм мөхәррир Асия Шаһмина әҙерләгән.

Шулай итеп, бәйге номинацияларына Айгизә Вәлиева ("Халыҡсан тауыш"), Арыҫлан Ҡырымсурин ("Иң ҡыйыу башҡарыусы"), Диана Бәҙретдинова ("Эстрадабыҙ өмөтө") һәм Айзель Әҙелбаева ("Иң һөйкөмлө башҡарыусы") лайыҡ булды. Өсөнсө урын хужалары булып Сәйҙә Гәрәйшина (Өфө ҡалаһы), Артур Асҡаров һәм Сәлим Ғөбәйҙуллин (Хәйбулла районы) танылды. Икенселектә — Илештән Илнар Ғилметдинов һәм Хәйбулланан Гөлдәр Аллабирҙина булһа, беренсе урынға Әбйәлилдән Ринат Ғаззалов сыҡты. Ә конкурстың төп призы —гран при Миәкә яҡтарына юлланды, сөнки йәш таланттар араһында Искәндәр Тажетдиновҡа етеүсе булманы.

Был конкурста оло юл үткән балаларҙың сара ғүмерлеккә иҫендә ҡаласаҡ. Оло юл тип әйтәм, сөнки баш ҡалаға ҡат-ҡат килеү, йыр яҙҙырыу, телевидение сығарылыштарында ҡатнашыу, үҙ-үҙеңдең өҫтөндә эшләү һис тә анһат түгелдер. Балаларҙың һәр сағыу, оҫта сығышы нигеҙендә ата-әсәләрҙең, музыка белгестәренең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте ята. Ҡатнашыусылар йыр-моңға ҡарата һөйөүен һүрелтмәйенсә, сулпы сыңындай саф тауыштарын артабан да күп тапҡыр яңғыратһын ине.

Лилиә ҺИҘИӘТОВА.




Автор: Л.Хәлитова
Фото: Автор фотоһы






Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы