RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

06.12.2018 Әҙәби уҡыуҙар

Китап уҡырға ваҡыт ҡалдырмаған етеҙ заманда ла тыңлаусыларын әҙәби юҫыҡтан айырмаҫҡа тырышҡан «Юлдаш» радиоһында даими рәүештә уҡымлы әҫәрҙәр тыңлаусыларға еткерелеп килә. Декабрь айында эфир тулҡындарына сығасаҡ исемлеккә иғтибар итәйек.

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлиди, Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай, шулай уҡ танылған әҙиптәр Флүр Ғәлимов, Әнисә Таһирова һәм башҡа яҙыусылар тап ошо айҙа тыуған. Быны иҫтә тотоп, атап үтелгән авторҙарҙың «Хәтирәләр», «Хазина», «Аҙғын тәүбәһе», «Арҡайым фәрештәһе» кеүек әҫәр­ҙәре программаға индерелде. Радио фондынан алынған әҫәрҙәр танылған сәнғәт әһелдәре һәм әҙиптәрҙең үҙҙәре уҡыуында яңғыраясаҡ.
Белеүебеҙсә, радио хеҙмәткәр­ҙәре уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып яҙыусыларҙың тауышын ҡәҙерләп һаҡлай-туплай барған. Был күркәм традиция әле лә дауам итә. «Әҙип әҫәрен уҡый» тигән шәлкемдә Мансур Һи­ҙиәтовтың «Ҡыу ҡарағас», Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ун өс йәштә орден таҡтым» һ.б әҫәрҙәрҙе ишетерһегеҙ.
Ҡыш миҙгелен күптәр һағынып көтөп ала. Әҙиптәрҙең дә тап ошо миҙгел ваҡиғаларын һүрәтләгән әҫәрҙәре бихисап. Өҫтәүенә, халыҡ Яңы йыл мәшәҡәттәренә сума, тирә-йүнгә байрам төҫө инә. Тимәк, радио тыңлаусыларға эфир аша күңелле әҫәрҙәр ҡуйыу ҙа фарыз. Был йәһәттән Мансаф Ғиләжев, Зөлфәр Хисмәтуллин, Юнир Салауатов, Марсель Сәлимовтың сатирик-юмористик әҫәрҙәре, Сабир Шәриповтың уймаҡ хикәйәләре, ҡыҙыҡлы юлъяҙмалар, Фәрзәнә Аҡбулатованың «Ҡыш бабай ҡасан килә?», Хәйҙәр Тапаҡовтың «Зарница», Гөлсирә Ғиззәтуллинаның «Ҡыш бабай бүләге» кеүек новеллистик һыҙаттар менән һуғарылған хикәйәләре халыҡ зауҡына тап килер, тигән өмөттәбеҙ. Уларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе режиссерҙарыбыҙ – Гөлнур Моталлапова һәм Рәмилә Ҡужина. Нәфис әҫәрҙәр эфирға дүшәмбенән алып кесе йомаға тиклем киске сәғәт 9-сы 15 минутта сыға. Ҡышҡы һалҡын кистәрҙә әҙиптәребеҙҙең ижад емештәрен татып кинәнегеҙ, дуҫтар!

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

23.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»