RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

Донъялағы иң бөйөк, иң изге кеше – ул әсәй! Әсәйҙәр хаҡында меңдәрсә йыр йырланған, әҫәр яҙылған, һәйкәл һалынған. Уларҙың барыһын да күңелендә рәхмәт тойғолары йөрөткән балалар ижад иткән. Ә ижад орлоҡтарын да бит күңелдәргә әсәй кеше һала, тимәк, талантлы балалар үҫтереүсе әсәйҙәр икеләтә бәхетле.
Башҡорт эстрадаһы “йондоҙ”ҙары Әсә көнө айҡанлы үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен “Йәшлек” гәзите аша еткерә.



Фирүзә ПАРИЖ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– Әсәйем Флүрә Туйсинаны Башҡортостан халҡы йырсы булараҡ белә. Ә тормошта шаян, йор һүҙле, ихлас кеше. Ул булған ерҙә һәр ваҡыт күңелле, ейән-ейәнсәрҙәре менән дә уртаҡ тел таба белә. Гөл үҫтерергә ярата, телеңде йоторлоҡ итеп ҡомалаҡ әсеткеһенән икмәк бешерә.
Сабый саҡтан балаларының күңеленә моң һалды. Бишек йырын тыңлап, ҙурая килә уны сәхнәлә күреп үҫтек. Әсәй йырынан да моңлораҡ йыр юҡтыр ул донъяла!

Гөлнур ҠАРАБУЛАТОВА, йәш йырсы, “Һылыуҡай” конкурсы еңеүсеһе:
– Донъяла минең бер кешенән серем юҡ. Ул – әсәйем. Һәр ваҡыт аңлаясаҡ, яңылышлыҡтарҙы ғәфү итәсәк, ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Ул һәр ваҡыт үҙенең уңғанлығы, матурлығы, таланты, барлыҡ эше менән миңә өлгө булды. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә, барлыҡ маҡсатын тормошҡа ашыра. Атайыма аҡыллы ҡатын, Ильяс ҡустым менән миңә ныҡлы терәк, килененә өлгөлө ҡәйнә.

Илнур ЮЛАМАНОВ, йырсы, пародия оҫтаһы:

– Кешенең талантына, көсөнә, булдыҡлылығына әсәһенән башҡа бер кем дә ихлас ышанмай. Минең менән дә шулай булды. Артист булыуыма туғандарым ҡаршы төштө, дуҫтарым ышанманы. Бары тик әсәйем генә ҡеүәтләп торҙо, өмөт бирҙе. Уға быйыл 60 йәш тулды, ғүмере буйы ғәҙел, аралашыусан, кешеләргә ҡарата алсаҡ булды һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Оло ғаиләбеҙҙе туплаусы ла, берләштереүсе лә ул. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер насип булһын киләсәктә!

Лилиә ИШЕМЙӘРОВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:

– Һаман да хәтерләйем, студент йылдарында әсәйемдән аҙна һайын һигеҙәр бит хат ала инем. Өфө ҡалаһы алыҫ, килә алмай, аралашыр­ға телефон юҡ. Ул шулай итеп йәшләй генә ауылдан сығып киткән ҡыҙының һағыныуын баҫырға теләгәндер инде. Беҙҙең заманда күп ата-әсә балаһының артист булыуына ниңәлер ҡаршы ине. Әсәйем иһә яратҡан һөнәремде һайлауыма, йырсы булыуыма фатихаһын биреп, бәхетле ғүмер бүләк итте. Уға мәңге рәхмәтлемен, яратыуым сикһеҙ!

Резеда ӘМЕКӘСОВА, йырсы, Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе артисы:
– Һағынып ҡайтыр кешеләрең булыу – иң оло бәхет бит ул. Әсәйем йомшаҡ ҡына ҡулдары менән сәсемдән һыйпап яратһа ла миңә еңел булып ҡала. Һәр ваҡыт борсолоп торһа ла, бер ваҡытта ла белдермәй, бары тик йөрәгем менән генә тоям. Уңыштарыма үҙемдән дә нығыраҡ шатлана, үҙенән өҙөп, ярҙам итергә тырыша. һәр әсә лә шундай матур һыҙаттарға эйә.
Донъялағы һәр бер әсәгә, балаларын бәхетле итеп, сәләмәтлек менән оҙон ғүмер кисерергә насип булһын.

Миңзәлә ЯХИНА, режиссер, йырсы, “Ҡош юлы” фестивале лауреаты:
– Әсәйем Илүзә Заһит ҡыҙы, хеҙмәт юлын мәктәптә пионервожатый булып башлап, мәктәп директоры, Мәғариф министрлығы белгесе дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән кеше, мәғариф алдын­ғыһы. Беҙҙе, өс балаһын, халыҡ педагогикаһы һәм йыр-моң менән тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙы. Миңә әле 37 йәш, ҡыҙым буй еткереп килә, әммә үҙемде әсәйем янында сабый бала кеүек хис итәм. Шуның менән дә бәхетлемен.
Әсәйем кеүек билмән, мантыларҙы бер кем дә бешерә белмәй. уларҙы ҡайҙа ғына тәмләп ҡараманым, әммә уныҡына етмәй. Әсәйем ҡулдары әҙерләгәнгә лә шулай тәмле улар.


Эльмир ӘБҮБӘКИРОВ, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы:

– Ер йөҙөндәге иң матур, яғымлы, эшһөйәр ҡатын – минең әсәйем. Ул Ауырғазы районында тыуып үҫеп, бөгөн Өфө районының Алексеевка ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әсәйемдең матур тәрбиәһе, күңел наҙы беҙгә – ике улына ғына түгел, ә баҡсаға йөрөгән йөҙәрләгән балаға ла етә. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора.
Минең иң ҙур теләгем – тормош юлымды әсәйем ғорурланырлыҡ итеп матур йәшәү. Уны ҡайғыртыуҙан, хафаландырыуҙан ҡурҡам. Донъяның барлыҡ шатлығын татып, оҙон-оҙаҡ ғүмер ит, әсәйем!

Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА, йырсы:

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсәйем, Рәсимә Бәхтегәрәй ҡыҙы, 2015 йылда мәрхүм булды. Был юғалтыу күңелемә мәңгелек яра, һыҙланыу булып уйылды. Һағыныуым ҡайһы саҡта үҙәгемә үтә. Моғайын, уның йәне ожмахталыр, сөнки изге күңелле кеше булды.
Китап яҙырлыҡ ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта өлгө алырлыҡ матур ҙа тормош юлы үтте. Әсәһен бик иртә юғалтҡас, туғандарын аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һала. Шуға күрә бик һуң – 40 йәше тулып үткәс кенә кейәүгә сыға. Тик парлашып оҙаҡ йәшәргә насип булмай: миңә дүрт йәш саҡта атайым баҡый донъяға күсә. Әммә етемлекте тойманым, көслө рухлы әсәйем мине бер нәмәнән дә мәхрүм итмәй үҫтерҙе, белем бирҙе, оло тормош юлына сығарҙы. Оҙаҡ йылдар уҡы­тыу­сы булып эшләне, һәр уҡыусыһының яҙмышы, тормошо өсөн борсолоп йәшәне. Оло йөрәгендә һәр кемгә ҡарата йылы тойғолар йөрөттө.




























Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

23.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»