RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Байыҡ”? “Байыҡ”!

21.11.2018 “Байыҡ”? “Байыҡ”!

“Байыҡ”? “Байыҡ”!
Популяр телепроект 10 йылдан ашыу респуликабыҙҙың бейеү сәнғәте күгендә яңынан-яңы “йондоҙҙар” ҡабыҙа

1812 йылғы Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡандарҙы ҡаршылап, йөҙйәшәр сәсән Айҙар Байыҡтың халыҡ алдындағы бейеүе хөрмәтенә аталған тәүге “Байыҡ” бәйгеһе Йәүҙәт Бикбирҙиндың башланғысы менән 1996 йылда Баймаҡ ҡалаһында үтһә, 2009 йылда, проект авторы Рита Өмөтбаеваның еңел ҡулы менән, “Байыҡ” телеэфирға сыға. Йәғни, беҙҙең “Байыҡ” төрлө үҙәк телеканалда барған ижади конкурстарҙан әллә нисәмә йыл алдараҡ барлыҡҡа килә. Һәм әлегәсә үҙ юлынан тайпылмай, сәнғәт күгендә “йондоҙҙар” ҡабыҙып, иң алда бара.

“Байыҡ”тың көйө ишетелеү менән халыҡ зәңгәр экрандарға ябырыла: бейеүселәр өсөн янып-көйәме шунда, яңы бейеүҙәр отор­ға тырышамы, баһалама ағзаларының һәр һүҙен йотлоғоп тыңлаймы... Ололар ғынамы, яңы тәпәй баҫҡан бәпестәренә тиклем ҡыҙыға “Байыҡ”ҡа – бейеүсе апай-ағай, өләсәй-олатайҙарына ҡарап, бармаҡ шартлатып, тыпырлатып маташа. Был тапшырыуҙы республика халҡы ғына түгел, хатта ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә белә, яратып ҡарай. Сөнки ун йылда “Байыҡ”та меңдәрсә бейеүсе үҙ көсөн, һәләтен самалаған, ә шул меңдәр­ҙең һәр береһенең туған-тыумасаһы, зат-зәүере, ҡәрҙәше, танышы бар, һәм улары ил-ҡәүемдәр буйлап әллә ҡайҙарға һибелгән. “Беҙҙең ҡыҙыбыҙ (улыбыҙ, киленебеҙ, еңгәбеҙ, бикәсебеҙ, уҡыусыбыҙ, уҡытыусыбыҙ һ.б.) “Байыҡ”та сығыш яһаны”, – тип берәйһенең ауыҙ асыуы була, был хәбәр, һыуға ташланған таштан киткән тулҡындар ише, ауылдан-ауылға, ҡаланан-ҡалаға та­рала, һәм кемдәрҙер мотлаҡ ошо һүҙҙе күтәреп ала: “Беҙҙекеләр ҙә бейене лә баһа!” Ә инде оҫта бейеүселәр, талантлы ансамбл­дәр “Байыҡ”тың лауреаты, еңеүсеһе исеменә лайыҡ булһа, тотош ауыл, район менән һөйөнәләр: “Беҙҙекеләр шулай бит ул, ҡайҙа ла беренселәр!” Өс йәштән алып туҡһан биш йәшкәсә тиклемге бейеүселәрҙе бер ғаиләгә уҡмаштырған, башҡорт бейеүенең милли үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән, бейеү сәнғәтебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индергән “Байыҡ”тың популярлығы ла, абруйы ла шулай көслө. Ҡоласын киңәйткәндән киңәйткән “Ба­йыҡ”тың уңыш сере иһә ябай: халҡыбыҙҙың рухи байлығына таянып, шунан һут, көс, илһам алғанға ул киң танылыу яуланы, шуға ла халыҡтың “Байыҡ”ҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй, арта ғына бара.
Ун йыл элек Рита Өмөтбаева тарафынан ябай тапшырыу ғына булараҡ ойошторолған проект бөгөн талантлыларҙы сәнғәт күгенә сөйгән, илһамлыларҙы ҡанатлы иткән, бейеү сәнғәтенә мөкиббән киткәндәрҙе берләштергән айырым донъяға ойошҡан, осош майҙанына әүерелгән. Был йәһәттән айырыуса “Байыҡ” балалар телевизион конкурсы ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл уның ун йыллығына әҙерләнгәндә Башҡортос­тандың халыҡ артистары Радмир Бәҙретдинов менән Илүзә Ноғоманова, Баш­ҡортостан Республикаһының ат­ҡаҙанған артистары Фәнил Әсә­ҙуллин менән Роберт Хәмиҙул­лин, Башҡортостан Республика­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов, Башҡор­тостан Республикаһының атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, проект етәксеһе Рита Өмөтбаева ике йөҙҙән ашыу бейеүсенең сығышын ҡарап, «иң-иң»дәрҙе асыҡланы, барланы, баһаланы. Еңеүселәр бер нисә төркөмдә билдәләнде, һәм улар­ҙың исемдәре гала-концертта яңғыраны. Бынан тыш, төрлө йылда гран-при яулаған егеттәр­ҙең һәм ҡыҙҙарҙың, ансамблдәрҙең сығышы тамашаға йәм өҫтәне, биҙәк булып яғылды. Уйлап ҡараһаң, ун йыллыҡ арауыҡҡа күпме йоҡоһоҙ төн, алһыҙ-ялһыҙ көн, ашҡыныу, янып-көйөү, өмөт-ышаныс, шатлыҡ һәм һағыш, йән әрнеүе һәм һөйөнөс ингән – һанап бөткөһөҙ... Сәхнәгә сыҡҡан һәр бейеүсенең сығышы ойоштороу­сыларҙың күңеленә берсә hағыш булып ятһа, берсә ҡыуаныс булып яғылған – һәр береһенең яҙмышы “Байыҡ” менән ҡуша үрелгән. Айырым бер нурлы, йәмле донъяға әүерелгән, бейеү сәнғәтенә ғашиҡтарҙы туплаған, халҡыбыҙҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлығын һаҡсыл арттырып, камиллыҡ үрҙәренә артылған телеконкурс ун йылда беренән-бере һәләтлерәк, сағыуыраҡ, иң шәп, дәртле балаларҙың исемен асып, йондоҙҙай балҡытҡан. Сәғәттәр дауамында үксәләренә көс төшөрөп, аяҡ-ҡулдарын талдырып шөғөлләнеп, маҡсаттарына ынтылған йәш бейеүселәр “Байыҡ” сәхнәһенә сығып, уңыш­ҡа өлгәшә, осош ала. Мәҫәлән, 2009 йылда гран-при яулаған Рәфис Иҙрисов “Алтын Майҙан-Эльбрус” халыҡ-ара конкурсында беренсе премия ала; Сибайҙың "Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле “Байыҡ”та еңгәндән һуң “Талант ҡанаттарында” тип исемләнгән халыҡ-ара конкурс-фестивалендә гран-приға лайыҡ була; Әбйәлил ра­йонының "Алтынай" өлгөлө бейеү ансамбле 2017 йылда "Байыҡ" та ла, “Һин йәшәгән төбәк” Бөтә Рәсәй фестивалендә лә гран-при яулай; 2014 йылда конкурс лауреаты булған Ләйсән Золотарева “Зәңгәр ҡош” Бөтә Рәсәй йәш һәләттәр фестивале финалсыһы булып таныла... Тап “Байыҡ”та ҡанат нығыт­ҡан йөҙҙәрсә лауреат киләсәген бейеү менән бәйләп, профессиональ уҡыу йорттарында тырышып белем ала; бәйгенән этәргес көс алған меңдәрсә бейеүсе республикабыҙҙың, илебеҙҙең профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтары составында бейей.
Балалар “Байығы”нда көс һынап ҡараған ҡыҙҙар һәм малай­ҙар, үҫкәс, өлкәндәр конкурсында ла ҡатнаша, олатай-өләсәйҙәр сәхнәгә ейән-ейән­сәр­ҙәре менән сыға, хатта ҡайһы берәүҙәр тотош ғаиләләре менән бейергә төшә. Ошо күренеш башҡорт бейеү сәнғәтенең өмөтлө киләсәге барлығын раҫлай, “Байыҡ” бейеү конкурсының, күңел асыуҙан тыш, тәрбиәүи әһәмиәтен дә асыҡлай: бейеү сәнғәте аша балаларҙа тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә, телебеҙгә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләнә. Ә ижади бәйгелә ҡатнашыусы һәр кем мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлап, рухи байлыҡты арттырыусы булараҡ сығыш яһай. Гала-концертты әҙер­ләгәндә берсә ҡулдарын бөркөт ҡанатындай йәйеп, киң йылмайып, берсә ҡашын төйөп уйланып, дәртләнеп, илһамланып балалар менән эшләгән режиссерҙар Фәнил Әсәҙуллин менән Рәис Низаметдинов ошо фекерҙе һәр йәш бейеүсенең аңына еткерергә, күңеленә һалырға тырыша.
– Ун йыл дауамында барған “Байыҡ” нишләп һис ҡасан ялҡытмай ҙа, тәмен дә юғалтмай? – Рәис ағай үҙе һорау ҡуйып, үҙе үк яуаплай. – Сөнки халҡыбыҙҙың илһам шишмәһе урғылыуҙан туҡтамай. Башҡорт бейеүе нисек ялҡытһын ул? Унда тарих ярылып ята, унда тормош фәлсәфәһе, унда – беҙҙең йәшәйеш, кисерештәребеҙ. Башҡорт бейеүе ялҡытмаясаҡ, ә һәр саҡ тетрәндерәсәк, тулҡынландырасаҡ, һоҡландырасаҡ, яндырасаҡ, ғәжәпләндерәсәк, илһамландырасаҡ.
Әйткәндәй, быуаттарҙан-бы­уаттарға тапшырыла килгән аҫыл ҡомартҡы – бейеүҙәребеҙҙе беҙ үҙебеҙ генә һанламайбыҙ бит ул, донъяның һәр тарафында ла гүзәл сәнғәт өлгөләребеҙҙе таң ҡалып ҡарайҙар, бейеүселәребеҙҙе аяғүрә баҫып алҡышлайҙар. Атай-олатайҙар­ҙың бейеү хәрәкәттәрен юғалтмай, оҙаҡ йәшәтеү маҡсатында “Байыҡ” бейеүенең генә лә ете төрө йәшәп килә икән, быға “Байыҡ” проекты ла үҙ өлөшөн индергән: фондта мәшһүр сәсәнебеҙгә арналған “Түңгәүер Байығы”, “Үҫәргән Байығы”, “Тамъян Байығы”, “Ҡыҙҙар Байығы”, “Атайым Байығы”, “Ушан Байығы”, “Кинйә” кеүек бе­йеүҙәр­ҙән торған тотош бер эпопея һаҡлана. Шулай уҡ ошо тиҫтә йылда “Байыҡ” тарафынан иллеләгән “Генерал Игзаков”, “Заһиҙә” сәхнәгә сығарылған. Мәҙәниәтте, сәнғәтте байытҡан иҫ киткес оло өлөш бит был!
Шул да мәғлүм: баһалап бөткөһөҙ эш-бурыстар атҡарған “Байыҡ”тың тамашасылары тапшырыуҙарҙы, концерттарҙы ҡа­рап, һаулығын нығыта, хатта йәшәрә. Бейеүсе балаларға ҡарап йылмайғандарҙың бит һырҙары кәмей, матур бейеүҙәр­ҙе күреп, ҡыуаныстан ҡан баҫымы рәтләнә, паспорттағы һан­дар­ҙы онотоп, бала саҡтарына, йәшлектәренә әйләнеп ҡайтып кинәнәләр. Йәғни, “Байыҡ” хазина һандығы ғына түгел, был йәһәттән йәшлек эликсиры ла ул.
Бейеүгә битараф булмаусылар гүзәл тамашаның өлгөргән “емешен” татып хушланһын, күңел рәхәтлеге алһын, ял итһен өсөн ойоштороусылар бик күп көс һала. “Байыҡ”тың гала-концертын ойоштороу – ҡатмарлы, оҙайлы процесс икәненә үҙебеҙ шаһит. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһе менән һөйләшеүҙәр, етәкселәрҙе көйләүҙәр, ҡунаҡ­тар­ҙы саҡырыу, тиҫтәләрсә кешенең һәр береһен урынлаштырыу, тамағын туйҙырыу, бағыусылар эҙләү, тотош концерт майҙансығын, сәхнәне, яҡтыртыуҙы, тауышты хәстәрләү, тамашаның режиссураһы, сценографикаһы, дөйөм бейеүҙәр буйынса эштәр, репетициялар... Рита уйынлы-ысынлы, гала-концертты үткәреп ебәргәнсе йоҡо эләкмәй, сәс ағарып бөтә, һырҙар арта, тигәйне. Әҙерлек барышында уларҙың ысынлап көндө төнгә ялғап эшләүҙәрен күреп, хайран ҡалдыҡ. Хәҙер “Байыҡ” тапшырыуын ҡараған һайын, Рита Өмөтбаева, Рәис Низаметдинов, Фәнил Әсәҙул­лин, Альбина Ғәлекәйева, Айзилә Ҡотошева, Фидалиә Бай­мө­хәмәтова, Лариса Ҡужа­гилдина, Лилиә Ишмуллина, Максим Байков, Гөлниса Сафина, Айназ Низаметдинов, Рөстәм Баһаув һәм башҡаларҙың тамаша юғары кимәлдә уҙһын өсөн йүгереп йөрөгәне күҙ алдына баҫыр ҙа торор инде, тибеҙ.
...Ноябрҙә “Байыҡ”тың сираттағы гала-концертына әҙерлек башланды. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында декабр­ҙә уҙасаҡ. Ниндәй яңы исемдәр асылыр, кемдәр еңеүселәр сафына баҫыр – быны тамаша мәлендә беләсәкбеҙ. Ә әлегә, халҡыбыҙҙың бай тарихын сағылдырған, милли йөҙ-һыҙатыбыҙҙы кәүҙәләндергән бейеүҙәребеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә, камиллаштырыуға үҙ өлөшөн индергән “Байыҡ” республика телевизион конкурсы киләсәктә лә мәҙәниәтебеҙҙе байытып, илаһи сәнғәт күгендә яңынан-яңы йондоҙҙар ҡа­быҙһын, күңелебеҙҙе сафландырһын, донъяны яҡтыртһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. “Байыҡ" конкурсына дәрт һәм өмөт тейәп, ҡала-райондарҙан ылау-ылау булып килгән, башҡорт бейеүен йәне-тәне менән яратып, уға тоғро ҡалған талантлы халҡыбыҙға мең рәхмәт!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!