RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Ҡыҙыл мәсет” Мораҡта, Йыры яңғырай йыраҡҡа...

09.11.2018 “Ҡыҙыл мәсет” Мораҡта, Йыры яңғырай йыраҡҡа...

“Ҡыҙыл мәсет” Мораҡта, Йыры яңғырай йыраҡҡа...
1990 йылдарҙағы популяр төркөмдәрҙе барлағанда, Күгәрсен районында ойошторолған “Ҡыҙыл мәсет”те һис кенә лә оноторға ярамай. Уның башлан­ғысында Мораҡ ауылында тыуып үҫкән талантлы егет Ғәлим Кинйәбулатов тора. Ул мәктәпте тамамлағас, 1981 йылда уҡ район мәҙәниәт һарайында эш башлай. Әрме хеҙмәтен үтә, Силәбе дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт институтын тамамлай. 90-сы йылдарҙа талантлы егеттәр менән “Ағиҙел”, “36 и 6” ансамблдәрен ойоштороп, тәжрибә туплай.

Ғәлим өсөн 1991 йылда “Мораҡ” нефть ҡыуҙырыу станцияһы етәксеһе Рәүеф Хәсәнов менән танышыу мөһим роль уйнай. Ул Эдуард Төхвәтуллин, Илдус Шәрипов, Ринат Рахманғолов, Илһам Йы­һаншин һәм Ғәлим Кинйә­булатовтан торған төркөмгә “Ҡыҙыл мәсет” исемен тәҡдим итә. Был тарихи аманат – 1935 йылға тиклем Мораҡ ауылы тап ошо исем менән аталған. Үлемһеҙ йырҙар менән Рәүеф Йосоп улы хәтер яңыртырға, “Ҡыҙыл мәсет” исемен тергеҙеп, мәңгеләштерергә теләй. Йыр-моң, халыҡ ижадын яратҡан етәксе талантлы егеттәрҙе үҙ ойошмаһына эшкә ала, төрлө конкурс, фестивалдә ҡатнашыу мөмкинлеге бирә, музыка ҡоралдары, сәхнә костюмдары алыу­ға матди ярҙам күрһәтә. Район күләмендә сығыш яһаған төркөмдөң даны тиҙ арала республика буйлап тарала. Халыҡ йырҙары менән бер рәттән, эстраданы ла, үҙҙәре ижад иткән йырҙарҙы ла башҡарған егеттәр Ейәнсура, Көйөргәҙе, Мәләүез, Йылайыр, Федоровка һәм башҡа райондар буйлап гастролгә сыға. Шулай уҡ репертуар башҡорт, татар һәм рус телендәге йырҙар менән байытыла.
“Яҙғы моңдар”, “Урал моңо”, “Мең йыллыҡтар артылышында” һәм башҡа конкурстар, республиканан тыш, Татарстанда, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Мәскәү ҡалаһында, Ҡаҙағстанда, Эстонияла сығыш яһау “Ҡыҙыл мәсет”кә халыҡ-ара билдәлелек яуларға ярҙам итә. Нефть ятҡылыҡтарына бай Себер тарафтары ла ситтә ҡалмай, ундан ашыу ҡалала эшләп йөрөүсе яҡташтар уларҙың концертына килеп, тыуған яҡ моңдарын тыңлай. Үҙҙәре менән бергә сығыш яһарға саҡырған Башҡортостандың халыҡ артистары (хәйер, ул ваҡытта улар үҙҙәре лә йәш ижадсылар булған) Иҙрис Ғәзиевҡа, Фәдис Ғәниевҡа, Әлфиә Юлсуринаға һәм башҡа йырсыларға рәхмәтле егеттәр.
– 27 йыл дауамында төрлө мәл булды. Йылдар менән бергә тамашасылар ҙа, беҙ ҙә үҙгәрҙек. Элек гастролдәргә күп сыға инек, хәҙер зал тултырып тамашасы йыйыу мөмкин түгел. Шуға күрә күберәк һабантуй, йыйын кеүек ҙур байрамдарҙа һәм район мәҙәниәт йорто ойошторған концерттарҙа сығыш яһайбыҙ. Егеттәрҙең ҡайһылары бөтөнләй сәхнәнән китте, ә Ринат Рахманғолов Өфө ҡалаһына күсте. әле ул Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп йөрөй. Хәҙерге ваҡытта “Ҡыҙыл мәсет”тә мин, Радик Краснощеков, Илдус Шәрипов эшләйбеҙ. Төрлө йылдарҙа төркөм менән егерменән ашыу клип төшөрөлдө, 2010 йылда уларҙы туплап, диск сығар­ҙыҡ. Ике аудиоальбомға төрлө йылдағы репертуар тупланған. Уңыштарыбыҙ өсөн 2009 йылда “халыҡ коллективы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдыҡ. Бер осорҙа ижад итә башлаған төркөмдәрҙең күбеһе тарҡалды. Аллаға шөкөр, беҙ бына 27 йыл буйы үҙ йырҙарыбыҙ менән тыуған төйәгебеҙҙе данлайбыҙ. Бында беҙҙең эште аңлаған, йырға булған һөйөүҙе бүлешкән ғаиләләребеҙҙең өлөшө бик ҙур. Өйҙә тыныс мөхит булмаһа, күңелдә лә сәхнәгә ынтылыш булмаҫ ине. “Ҡыҙыл мәсет” беҙҙе – йыр-моңға, сәхнәгә ғашиҡ егеттәрҙе берләштерҙе. Күңел һаман да ижадҡа тартыла. Бына быйыл да төркөм менән яңы концерт программаһы сығарырға, тип ниәтләп торабыҙ. Әүҙем ижад миҙгеле башланып тора, моғайын, ойоштороу эшенә тотонорбоҙ. Төрлө йылдар­ҙағы йырҙарҙы тергеҙеп, репертуарҙы барлап, 2019 йылда ҙур тамаша эшләргә була. Яңы йырҙар ҙа әҙерләйбеҙ, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлим Кинйәбулатов.
Тимәк, “Ҡыҙыл мәсет” йырҙарына ғашиҡ тамашасыларға яратҡан төркөмө менән ҙур концерт программаһында осрашыу мөмкинлеге бар. Ике тиҫтәнән ашыу йылда йырҙарҙан айырылмаған, төпкөл тип һаналған Күгәрсен ерен сит тарафтарҙа данлап йөрөгән егеттәргә “афарин!” тип кенә әйтке килә. Йырҙарың тағы ла оҙаҡ йылдар яңғырап торһон, “Ҡыҙыл мәсет”!

Гөлнур ҠЫУАТОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар