RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт дирижеры – Ҡытайҙа!

06.11.2018 Башҡорт дирижеры – Ҡытайҙа!

Башҡорт дирижеры – Ҡытайҙа!
Башҡорт милләтле дирижерҙарҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ошо иҫәпле генә һөнәр эйәләренең береһе – Учалы егете Ринат Камалов. Бәләкәй сағынан үтә тырыш һәм маҡсатлы, үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, тура ярып һөйләшкән яҡташым әлеге ваҡытта Ҡытайҙың Далянь (элекке Порт-Артур) ҡалаһында Dunshan оркестрын етәкләй.

Ринат Уральск ҡасабаһында йәшәүсе Гөлниса һәм Марс Камаловтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Бала сағы ҡасабала мәҙәни тормош гөрләгән осорға тура килгән егет “Ирәмәл” өлгөлө балалар бейеү ансамблендә лә, ҡурай буйынса түңәрәктә лә шөғөлләнергә өлгөрә. Танылған музыкант, бейеүсе, режиссер Рәис Низаметдинов ошо мәлдә әле бөрөләнгән генә талантты күреп (талантты талантлылар ғына күрә, тиеүҙәре хаҡ!), уның асылыуына, үҫешенә булышлыҡ итеп ебәрә. Рәис ағайҙан этәргес көс алған, һәләте ташып сығып барған улдарының киләсәген хәстәрләгән ата-әсә уны туҡһанынсы йылдар аҙағында Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге мәктәпкә уҡырға ебәрә. Флейта буйынса Гөлфиә Сафуанованың класын уңышлы тамамлағас, Ринат Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Морат Әхмәтовтың йоғонтоһонда классик музыкаға мөкиббән киткән, опера-симфоник дирижерлыҡ менән ҡыҙыҡһынған йәш музыкант артабан белемен Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында дауам итә. Уны “Алтын битлек” юғары театр премияһы лауреаты, опера әҙерлеге кафедраһы доценты Виктор Соболев, Санкт-Петербург филармонияһының симфоник оркестры дирижеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Владимир Альтшулер кеүек данлы шәхестәр уҡыта. Бынан тыш, Юрий Симонов, Жюльен Леруа, Виктор Ямпольскийҙа ла оҫталыҡ дәрестәре ала. Һәр педагог уның музыкант булараҡ та, дирижер-башҡарыусы булараҡ та талантын юғары баһалай. Абруйлы заттарҙың елкендергес һүҙҙәренән һуң кем генә ҡанатланмаҫ ине! Ринат та илһамланып, сәнғәт үрҙәрен яулай. Уның, йәш опера дирижерының, “йондоҙло” юлы 2012 йылда Санкт-Петербург консерваторияһының опера һәм балет театрында П. Чайковскийҙың “Иоланта” әҫәренән башлана. Камиллыҡҡа ынтылған Ринатты шул уҡ йылда Францияның Мец ҡалаһындағы консерваторияға уҡырға алалар. 2013 йылдың ғинуарында дирижер Ринат Камалов Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры менән сығыш яһай. Был тандем бик уңышлы була, сөнки бер йылда ғына ла тамашасыларға утыҙҙан ашыу яңы музыкаль әҫәр тәҡдим ителә. Өфөлә бер юлы дирижер булып та эшләгән, сәнғәт академияһында уҡытып та өлгөргән Ринат 2016 йылда ҡабаттан Санкт-Петербургҡа әйләнеп ҡайтып, “Карамболь” дәүләт музыка театрына дирижер булып эшкә урынлаша. Үҙҙәренә “иң-иң”дәрҙе йыйған ҡытайҙар быйыл талантлы яҡташыбыҙҙы Далянға саҡырғас, Ринат ике уйлап тормай, шунда юллана.
– Күптәр ни өсөн дирижер һөнәрен һайлауыма аптырай, музыкант булараҡ та эшең ырар ине бит, тиҙәр, ә мин үҙемде башҡа һөнәр­ҙә күрмәйем дә, – тип һөйләй Ринат Марс улы. – Әйтәйек, архитекторға хыялы тор­мош­ҡа ашһын өсөн йылдар талап ителә. Шул уҡ яҙыу­сыға ла, композиторға ла, уҡытыусыға ла тигәндәй. Ә мин идеяларымды шул уҡ көндө бойомға ашыра алам. Ҡытай ҙа шуға оҡшаны: унда уйлай­ҙар ҙа, оҙон-оҙаҡҡа һуҙып, һуҙылып йөрөмәй, эш­ләп тә ҡуялар. Бик тиҙ ҙә эшләйҙәр, эштәрен сифатлы ла итеп башҡаралар, һәм барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә. Маҡтаныу, шаштырыу, арттырып күрһәтеү юҡ. Был илдә тәртип ныҡ ҡаты. Эш тәртибе үҙенсәлекле: иртән килеү менән эшкә тотонмайҙар, ә план төҙөйҙәр. Сәғәт ун икегә тиклем план төҙөйбөҙ, шунан һуң бер сәғәт ял иткәс, эшкә тотоноп, планлаштырғанды атҡарып ҡуябыҙ.
Оркестрым менән ҡытай көйҙәрен, классиканы уйнайбыҙ. Порт-Артурҙы япондар­ҙан ҡурсалағанда бик күп башҡорт ир-егете башын һалған бит. Батыр яугирҙарыбыҙ хөрмәтенә киләсәктә оркестрыма башҡорт халыҡ йыры “Порт-Артур”ҙы өйрәтеп, башҡарырға теләгем бар. Милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа уйнап күрһәткәйнем, ҡытайҙар һоҡланыуҙан телһеҙ ҡалды. Сит-яттар араһында йәшәп ятҡанда, үҙ милләтең вәкиле булараҡ, теләй­һеңме-юҡмы, үҙ тамырҙарың, булмышың, халҡың тураһында уйланаһың. Мине ерле халыҡ йыш ҡына урыҫҡа оҡшатып, русса сәләмләй. Шулай ҙа күпселек, уйғыр, тип уйлай. Мин йәшәгән районда ике генә сит милләт кешеһе бар: береһе мин булһам, икенсеһе – серб. Үҙемде, башҡорт, тип танытам, милләтем менән ғорурланам. Башҡорттар (мәҫәлән, япондар кеүек) – яугир холоҡло халыҡ. Һалдат түгел, ә тап яугир. Йәғни яугирлыҡ ваҡытлыса бурыс түгел, ә ҡаныбыҙға һеңгән сифат. Яугир холоҡло булараҡ, беҙ үҙ принциптарыбыҙ, идеябыҙ өсөн үлемгә лә бара алабыҙ. Ҡайһы бер кешеләр­ҙе ҡоллоҡҡа тиҙ алалар, ә беҙ булмышыбыҙ менән азат халыҡ, ҡол түгелбеҙ. Тик һуңғы тиҫтә йылдар­ҙа холҡобоҙҙа йомшаҡлыҡ барлыҡҡа килгән, шунан ҡотолоп, үҙ асылыбыҙға ҡайтыу кәрәк, тип иҫәпләйем. Ата-бабаларҙың сифатын уларҙан һуң килгән быуынға ҡарап баһалайҙар. Беҙҙән һуң яҡшы, көслө быуын ҡалһын өсөн күпме эшләргә лә эшләргә кәрәк әле ул... “Сит ерҙә солтан булғансы...” тигән мәҡәлде заманға яраҡлаштырып, сит ерҙә лә, үҙ илеңдә лә солтан булырға ынтылырға кәрәк, тим. Йәғни кеше булырға, олтан түгел.
Бына шундай уйҙар солғанышында Ҡытайҙа эшләйем, йәшәйем. Эштән бушағанда, ялымда, ғәҙәттә, йә йоҡлайым, йә провинция буйлап сәйәхәт итәм. Июндә бер аҙна буйына балыҡсылар утрауында йәшәнем. Унда, ресторандағы кеүек, ҡабырсаҡтар менән туҡландым. Урындағы халыҡ ярат­ҡан ҡорттарҙы ла тәмләп ҡараным (боросҡа манһаң, бара инде). Ҡытайҙа хәләл ризыҡ ашайым. Ылымыҡ һәм йомортҡанан манты, сычуанса әҙерләнгән балыҡ та оҡшай. Ә улар балыҡ аҙыҡтарын, йәшелсә ашарға ярата. Минең өсөн иң ғәжәбе – һалҡын ҡыштан ҡурҡалар. Ләкин бар нәмәгә лә йәһәт кенә яраҡлашалар. Кешеләр уй-хистәрен белдермәй, тура әйтмәй, ни уйлағанын белер, аңлар өсөн үҙеңде уларҙың тулҡынына көйләйһең. Әгәр ни тойғаныңды асыҡтан-асыҡ күрһәтһәң, улар һине иҫәргә лә һанауы мөмкин.
Тәүге көндәрҙә үк Далянда теләнселәрҙең юҡлығы күҙгә салынды. Урамда, беҙҙәге кеүек, бер кем дә үбешмәй (кеше күҙенән йәшенеп кенә үбешеүҙәре ихтимал), хатта етәкләшеп йөрөүселәр ҙә бик һирәк. Шулай уҡ унда барғас, илебеҙҙә музыка белемен биреү бик көслө икәнен аңланым: бушлай музыка мәктәбендә уҡыйһың, аҙаҡ колледж, училищела, һуңынан консерваторияла. Ә унда аҡсаң булһа ғына уҡый алаһың. Йәғни уларҙа ла, беҙҙә лә өлгө итеп алырлыҡ нәмәләр бар.
“Йәшлек” гәзитен уҡыу­сыларға шуны әйтер инем: тормош бик тиҙ үҙгәреүсән, шуға ла “хәүефһеҙлек яҫтығың” – күпмелер сумма аҡсаң, һөнәри мөхитеңдән алыҫ торған, һине нисек барһың, шулай ҡабул иткән дуҫтарың булыуы шарт. Эшеңдә мотлаҡ ҡаҙаныштар яуларға ынтылырға кәрәк. Улар үҙ-үҙеңә ышаныс өҫтәй (аҙаҡ кем ни әйтһә лә, уларҙың фекере һине артыҡ яраламаясаҡ). Көс, тырышлыҡ һалғанда, барыбер уңышҡа өлгәшәһең. Бер ташты ҡыбырлат­һаң, башҡалары ла ҡыбырлаясаҡ бит ул. Минеңсә, бер-береңә ярҙам итеү, һиңә ярҙам иткән кешеләргә рәхмәтле була белеү ҙә – уңышлы тормош сере.
...Тыуған илдән алыҫта эш башлағанда, Һары диңгеҙ ярына сығып, “Порт-Артур”ҙы ҡурайҙа уйнап йырлаған Ринат әңгәмәне, иң мөһиме, ҡайҙа йөрөһәң дә, кем булып эшләһәң дә, тәү сиратта кеше булып ҡалыуың зарур, тип тамамланы. Йыр менән, гүйә, ауаздаш ине уның был һүҙҙәре:
Ирҙәр үлә, башын һала,
Бөтмәҫ дандары ҡала...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар