RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радио аша – юрист кәңәштәре

04.10.2018 Радио аша – юрист кәңәштәре

Радио аша – юрист  кәңәштәре
Радиобыҙ үҙ тыңлаусыһының төрлө зауығын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. «Юлдаш»ҡа мөрәжәғәт иткән һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала. Берәүҙәргә яңы йыр һүҙҙәре кәрәк, икенселәренең яҡындары-туғандарының сабыйҙары тыуыу шатлығы менән уртаҡлашҡыһы, тыуған көндәре менән ҡотлағыһы килә.

Аш-һыу рецептары һораусылар ҙа шылтырата беҙгә. Һәм, әлбиттә, күптәрҙе көнитмешебеҙ, килеп тыуған сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдары кеүек ғәмәлдәр ҙә борсой. Эйе, юристарға барып консультация алырға мөмкин. Тик ике мәл. Беренсенән, тыңлаусыбыҙ башлыса ауылда йәшәй. Квалификациялы ярҙам артынан юл үтергә кәрәк. Икенсенән, барыһының да ғәҙеллек-дөрөҫлөк эҙләп йөрөр хәле юҡ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, «Юлдаш» радиоһы махсус рубрика булдырҙы. Йәғни борсоған һо­рау­ҙарҙы өйҙән сыҡмай ғына еткерергә, яуап-кәңәштәр алырға мөмкин. Ипотека алыу мәсьәләләренән башлап күрше менән мөнәсәбәттәргә тиклем төрлө мөрәжәғәт ҡабул итәбеҙ.
Һәр дүшәмбелә иртәнге 9 сәғәт 32 минутта эфирҙа – «Юлдаш» яуап бирә» (йомала 11 сәғәт 45 сәғәттә – ҡабатлау). Хөрмәтле тыңлаусыларыбыҙ, һеҙҙән килгән һорау­ҙарҙы даими экспертыбыҙ – адвокат Урал Ишбулатов асыҡлай. Эфирҙа ла яуаптар­ҙы үҙе үк ишеттерә. Әгәр унан тәғәйен ярҙам, консультация алырға теләһәгеҙ, адресын бирербеҙ. Үҙегеҙ ҙә һорауҙарығыҙҙы «Бәйләнештә» төркөмөндәге һылтанмаларға еткерегеҙ: https://vk.com/topic-4647320 39357461
Бәйтулла Фәтҡуллин, https://vk.com/id90524866 .
«Юлдаш»ты интернет селтәрендә юлдашфм.ру адресы буйынса табырһығыҙ.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

23.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»


“Байыҡ”? “Байыҡ”!

21.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Байыҡ”? “Байыҡ”!