RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Егеттәрсә бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы

19.09.2018 Егеттәрсә бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы

Егеттәрсә  бәхәс, «эйе» лә «юҡ» тимәҫкә, «Сертауыш» һәм башҡаһы
Һәр миҙгелдең үҙ йыры булған кеүек, йырлы радио ла миҙгелдәр менән йәшәй. «Юлдаш»тың эфиры тулҡын булып бер өҙлөкһөҙ ағыла, шуға күрә ундағы үҙгәрештәр ҙә күҙгә, ә дөрөҫөрәге, ҡолаҡҡа артыҡ салынып бармай. Шулай ҙа, сентябрь башынан «Юлдаш» яңыса эшләй, шул иҫәптән иртәнге уятҡыс тапшырыуҙа. Алып барыусылар сафтары үҙгәрешһеҙ ҡалды, халыҡты шул уҡ Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз уята. Яңылыҡтар иһә башлыса уйындарға һәм тапшырыу барышындағы сәхифәләргә ҡағыла. Мәҫәлән, шишәмбе көнө егеттәр «Әйтмә һүҙ» уйынында тыңлаусыларҙы иғтибар көсөн һынап ҡарарға саҡыра. Уның шарттары ябай кеүек: ни бары алып барыусылар менән бер минут аралашып, «эйе», «юҡ», «аҡ» һәм «ҡара» тигән һүҙҙәрҙе әйтмәҫкә, ымлыҡтарҙы ысҡындырмаҫҡа. Ысынында иһә, тәжрибә күрһәтеүенсә, был бер минутлыҡ әңгәмәнең аҙағына күптәр етә алмай.

Көндәлек уйындарҙан башҡа, «Иртәнсәккәй тороп» тапшырыуының командаһы тыңлаусылар өсөн дауамлы уйын да әҙерләне. Уның исеме – «Сертауыш» һәм ул есеменә тап килә. Егеттәр эфирҙа һәм интернетта билдәһеҙ тауышты тыңлап ҡарарға ла, уның сығанағын билдәләргә тәҡдим итә. «Юлдаш»тың «Бәй­ләнештә» социаль селтәрҙәге төркөмөндә дөрөҫ һәм теүәл яуап еткергән тыңлаусы бүләк ала.
Ҡомарлы уйындар яҡшыға килтермәй, әммә пари – ысын ир-егеттәр уйыны. «Иртәнсәккәй тороп» егеттәре лә көн һайын үҙенсә бәхәс ҡора. Ул бәхәс башланған көндөң теге йәки был ваҡиғаһына, көтөлгән күренешенә ҡағыла. Әгәр алып барыусы фаразында яңылыша икән, мәрәй ала. Аҙна дауамында иң күп мәрәй йыйған алып барыусы тыңлаусылар еткергән наказды башҡара. Тәүге аҙнала, мәҫәлән, яза Ғәзизгә эләкте. Уға чили боросон ашарға тура килде. Әйткәндәй, «Әгәр ҙә мәгәр» тип аталған был сәхифәнең видеояҙмаларын шулай уҡ «Юлдаш»тың рәсми төркөмөндә табырға мөмкин.
... Көҙҙө күптәр төшөнкөлөк һәм бушлыҡ миҙгеле тип белһә лә, «Юлдаш» радиоһында ул яҙға тиң. Сөнки тыңлаусыларҙы йырҙарҙың да, тапшырыуҙарҙың да яңырыуы көтә. Эфирҙағы ваҡытыбыҙ ғына үҙгәрешһеҙ ҡала: өс егет һәр иртә етенән унға тиклем яҡшы кәйефтә уята, күңелле әңгәмәләр, уйын-көлкө менән көндө ыңғайға көйләй!
«Юлдаш»тың интернеттағы адресы http://www.yuldashfm.ru/, тура эфир телефоны 285-77-85. Көнөгөҙҙө «Юлдаш» менән башлағыҙ!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!