RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Музейҙа күргәҙмә-һатыу эшләй

20.06.2018 Музейҙа күргәҙмә-һатыу эшләй

Музейҙа күргәҙмә-һатыу эшләй
БР Милли әҙәбиәт музейының филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы хеҙмәткәрҙәре әленән-әле ҡыҙыҡлы, мауыҡтыр­ғыс саралар ойоштороп тора. Мөдир Светлана Низаметдинова, ғилми хеҙмәткәр­ҙәр – филология фәндәре кандидаттары Ғәҙилә Бүләкова һәм Олеся Әхмәтрәхимованың тырышлығы менән бында ғилми конференциялар, әҙәби осрашыуҙар ғына түгел, ҡыҙыҡлы кисәләр, хатта төрлө ҡул эштәренә өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре лә йыш уҙғарыла.

Күптән түгел музейҙа «Фольклориаданы ҡаршылап... » тигән күргәҙмә-һатыу эш башланы. Унда Өфө ҡалаһында ғына түгел, тотош республикабыҙҙа билдәле оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың биҙәү сәнғәтенә ҡараған бихисап ҡул эш ҡуйылған. Күргәҙмәнең тап ошо темаға арналыуы һис тә осраҡлы түгел. Сөнки, билдәле булыуынса, 2020 йылда баш ҡалабыҙ VI Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәсәк. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, халыҡ-ара кимәлдәге сараға 60 – 80 илдән бик күп ҡунаҡ килеүе көтөлә. Бай фольклорыбыҙҙың бер өлөшөн – биҙәү сәнғәтен тәшкил иткән кәсеп-һөнәр әйберҙәре лә был ҙур, иҫтәлекле йыйындың үҙәгендә буласаҡ.
Күргәҙмә-һатыуҙа үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә ҡул эше оҫталары итеп танытҡан Альбина Исхаҡова, Миңлегөл Килмәкова һәм Рима Абакованың ҡашмау-селтәрҙәре, таҫмалар менән эшләгән картиналары, Ләлә Камалетдинованың балсыҡтан яһаған башҡорт ҡурсаҡтары, Рәлиә Йәһүҙинаның ырғаҡ менән бәйләп, шулай уҡ полимер балсыҡтан эшләгән биҙәнеү әйберҙәре, Фәүзәнә Аҡманованың селтәрҙәре, ҡорамалары, Әнүзә Йомағолованың мәрйендән сиккән картиналары, Рәйзә Әхмәтрәхимованың түшелдеректәре, һуғып эшләнгән япмалары, Рәлиә Аратованың сәйлән менән эшләгән жгут-биҙәүестәре, Әлиә Батраеваның тәңкәле алҡа-беләҙектәре ҡуйылған. Бында һәр кем күңеленә оҡшаған ҡул эше менән танышыу, иң мөһиме, уларҙы һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ сигелгән ҡулъяулыҡтар, янсыҡтар, еҫле һабындар, хатта ҡайын туҙынан ҡайнатылған ҡара һағыҙ ҙа бар. Күргәҙмә июнь аҙағына тиклем эшләйәсәк. Халҡыбыҙҙың матур кәсептәрен, һоҡланғыс ҡул эштәрен күргегеҙ, һатып алғығыҙ килһә, Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейына рәхим итегеҙ!

Г. СӘЛИХОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!


«Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»

23.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Шиғриәт минуттары»


“Байыҡ”? “Байыҡ”!

21.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Байыҡ”? “Байыҡ”!