RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

08.01.2011 Үҫһен шәжәрәбеҙ

Халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» исемле поэмаһын ҡат-ҡат уҡыным. Күңелемдә төйөнләнгән уй-фекерҙәргә ауаздаш булды ғаилә шәжәрәһе яҙмышы хаҡында бәйән иткән был әҫәр. Поэманы уҡыу барышында уҡ мин үҙебеҙҙең Исламовтар ғаиләһе шәжәрәһе хаҡында уйлана башланым һәм ошо хаҡта яҙыр­ға булдым.
Беҙҙең ғаилә шәжәрәһендә лә яҙмыш тарафынан яһалған өҙөклөктәр бар. Шәхсән миңә атайым яғынан ни бары дүрт быуын ғына билдәле: олатайымдың атаһы – Хәмбәл, уның улы – Ибраһим, Ибраһимдың улы – Юнир, Юнирҙың баш балаһы – Ильвир. Шәжәрәбеҙҙәге кемде генә алма, һәр береһенең яҙмышы ил тарихы менән тығыҙ бәйле. Мәҫәлән, олатайымдың атаһы Хәмбәл фин һуғышында һәләк була. Олатайыма ул саҡта өс йәш кенә булған. Шуға ла ул үҙенең тамырҙарын белмәй... Олатайым Ибраһим – районыбыҙҙың алдынғы малсыһы, хеҙмәттәге уңыштары өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалына, әллә күпме юбилей миҙалына лайыҡ булған. Уның улы Юнир, йәғни минең атайым хеҙмәт юлын ауыл хужалығында механик булып башлай, бүлексә управляющийы, ауыл хакимиәте башлығы вазифаларын башҡара, ә әлеге көндә шәхси эшҡыуарлыҡта үҙ көсөн һынай. Өлкән ағайым Ильвир, БДУ-ны тамамлап, Учалы ҡалаһы элемтә селтәрендә инженер булып эшләй. Мин, ғаиләләге кинйә бала, ағайымдың уңыштарына, ғаилә бәхетенә шатланып бөтә алмайым. Был ҡыуаныс мине яуаплылыҡҡа, киләсәккә өмөт менән ҡарарға саҡыра. Бер йыл элек ағайым атай булды, үҙенә оло, яуаплы вазифа алды. Был беҙҙең өсөн һөйләп бөтөргөһөҙ ҡыуаныс. Беҙҙең нәҫелдең ҡанын йөрөткән Лилиана туғаным хәҙер ике ғаиләгә йәм өҫтәп, шатлыҡ өләшеп йөрөй. ҡыш тыуғанғамы, бите ап-аҡ, торғаны бер бәләкәй ҡар­һылыу инде. Ул бик шаян, үткер, аҡыллы, яйлап теле лә асыла башланы. Үҙенә ярайһы һөнәрҙәре лә бар: көйҙө аңлай, бейеү көйҙәре ишетһә, бейей ҙә башлай. Атайым менән әсәйем ейәнсәрҙәрен һөйөп туя алмай. «Баламдың балаһы балдан да татлыраҡ», – ти әсәйем, туғанымды яратҡанда.
Еңгәмдең Лилиананы, беҙҙең өйҙөң йәмен, бишектә бәүелтеп, йырлай-йырлай йоҡлатҡанын ситтән генә ҡарап ултырҙым. Шул саҡта әсәйем эргәмә килеп ултырҙы ла: «Һин дә ошолай бәләкәй булдың, һине лә шулай итеп йырлап йоҡлата торғайныҡ», – тине. Күҙҙәремә йылмайып, һөйөп ҡараны. Шул мәлдә күңелем тулып китте: ошо бишектә ҡасандыр мин ятҡанмын, ә хәҙер ағайымдың ҡыҙы тәмле, матур төштәр күреп, йылмайып йоҡлай... Үҙебеҙҙең бәхетле ғаилә икәнебеҙҙе бөтә йөрәгем менән тойҙом. Тик бар кеше лә ошондай бәхетте тулыһынса аңлап етмәй. Кемдер, ғаиләһен ташлап, байлыҡ артынан ҡыуып, сит ерҙәргә сығып китә, кемдер, балаларын уйламай, өйҙәгеләренең ҡотон осороп, эскелеккә һабыша. Бындай кешеләр тик үҙҙәрен генә ҡайғырта, башҡаларҙы, тәү сиратта яҡындарын, уйлап та бирмәй. Ғаиләһендә ата-әсә наҙын тоймаған, һөйөүен күрмәгән балалар йыш енәйәт ҡылып төрмәгә ултыра, сыҡҡас, эш таба алмай, «ҡайғырып», тағы эсә башлайҙар һәм тағы енәйәт ҡылалар. Шулай бушҡа үтә ғүмеркәйҙәре. Ғаилә йылыһынан мәхрүм ителгән балалар өсөн йөрәк әрней. Был яҡты донъяға тыуған бөтә ҡыҙ-малайҙарҙы ла яҡты, өмөтлө киләсәк көтһөн ине. Хас та шағир яҙғанса: «Йорттарыбыҙ – бишекле, балаларыбыҙ – атайлы, атайҙарыбыҙ – йортло булһын», – ине.


Юлизә ИСЛАМОВА,
БДУ студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы