RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Беҙ яңылыҡтар еткерәбеҙ

23.05.2018 Беҙ яңылыҡтар еткерәбеҙ

Беҙ яңылыҡтар еткерәбеҙ
Автобуста китеп барабыҙ.
– Ишеттегеҙме әле бер яңылыҡ? Уны “Юлдаш” радиоһынан хәбәр иттеләр. Улар әйткәс, дөрөҫтөр инде, – ти бер апай эргәһендә торған ағайға.
– Эйе, хәбәрҙарбыҙ. Уларға ышанмай кемгә ышанырға инде? Блогерҙар фәстерә. Ә “Юлдаш” халыҡтыҡы бит ул.
Ысынлап та, “Юлдаш” радиоһында ете ҡат тикшерелгән мәғлүмәттәр генә яңғырай.
Яңылыҡтар – һәр мәғлүмәт сараһының йөҙө. Бигерәк тә радионыҡы. Сөнки ул башҡаларға ҡара­ғанда оперативыраҡ.
“Юлдаш” радиоһындағы эфир һәр сәғәт тиерлек яңылыҡтар сығарылышы менән башлана. Журналистар Башҡортостан, ил һәм донъя хәбәр­ҙәрен тәҡдим итә. Ваҡиғаларға, күренештәргә төрлө өлкә белгестәре баһа бирә. Сит илдәр менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үзбәкстандан Рәилә Ҡәрипова, Чехиянан Ми­ләүшә Годбодь, Италиянан Венера Хурамшина, Миләүшә Сәлимова, Америка Ҡушма Штаттарынан Айгөл Ғимранова-Лайн беҙгә даими мәғлүмәт ебәреп тора.
– Район гәзиттәре лә ярҙам итә, – ти яңылыҡтар хеҙмәте етәксеһе Ирек Әхмәтшин. – Барыһы ла үҙ төбәгендә булған ваҡиғалар хаҡында хәбәр ебәрә. Ҙур рәхмәт! Ә бына Белорет районының “Урал” гәзите журналисы Эльза Мөхәмәҙиева менән Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Зөлфиә За­һитоваға етеүселәр юҡ әле.
Ҡыҙҙар бик әүҙем. Оператив эшләй белә. Бүтән төбәк журналис­тарын да ижади бәйләнешкә саҡырабыҙ.
Интернет – беҙҙең төп ярҙамсыбыҙ. Ер шарының әллә ҡайһы мөйөшөнән тауышлы мәғлүмәтте йәшен тиҙлегендә алабыҙ. Беҙҙең өсөн тауыштар төрлөлөгө мөһим. “Юлдаш” республиканың министрлыҡтары һәм ведомстволары менән дә элемтә булдырған. Әммә үтә “ябыҡ”, мәғлүмәт менән уртаҡ­лашыр­ға, хеҙмәткәрҙәренең комментарий биреүҙәрен теләмәгән ойошмалар ҙа бар.
“Юлдаш” радиоһы халыҡ өсөн эшләй, шуға ла “Халыҡ хәбәрселәре”нең күп булыуын хуплайбыҙ. Яңылыҡтарығыҙ булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Телефоныбыҙ: 8(347) 262-88-02. Бәйләнештә социаль төркөмөндә “Халыҡ хәбәрсеһе: ваҡиғалар, яңылыҡтар, хәбәрҙәр” тигән бүлек асҡанбыҙ. Унда ла мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
Юлдашфм.рф һәм yuldashfm.ru “Юлдаш” радиоһының рәсми сайтын ошо адрестар буйынса таба алаһығыҙ. Яңылыҡтар таҫмаһы даими яңыртыла. Донъя, ил һәм республика хәбәрҙәрен бирә барабыҙ. Яңылыҡтарыбыҙҙа – сәйәсәт, иҡтисад, аналитика, көн картинаһы. Байтаҡ мәғлүмәт сараһы беҙҙең мәғлүмәтте ҡуллана һәм тарата. Ябай ғына итеп әйткәндә, “Юл­даш”тың рәсми сайты үҙе лә айырым мәғлүмәт сығанағына торошло.
Аҙна дауамында булған мөһим ваҡиғаларға, күренештәргә “Даирә” тапшырыуы анализ яһай.
Һәр сәғәт башында, ә йәкшәмбе көндөҙгө сәғәт 12-лә һәм киске 9-ҙа “Даирә”не тыңламай ҡалмағыҙ. Ваҡиғалар ағышын беҙҙең менән күҙәтегеҙ. Яҡшы хәбәрҙәр генә ишетергә яҙһын.
Зөһрә АРСАЕВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар