RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Бейер өсөн дәртле йөрәк кәрәк”

21.05.2018 “Бейер өсөн дәртле йөрәк кәрәк”

“Бейер өсөн дәртле  йөрәк кәрәк”
йәки Теүәллек яратҡан артист

Даны бөтә республикаға таралған “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле тураһында һүҙ алып барғанда, береһенән-береһе талантлы бейеүселәр иҫкә төшә. Урал аръяғының мәҙәни Мәккәһе булған Сибай филармонияһының был ансамбле бик күп артисҡа ҡанат нығытып, оҫталығын арттырып, артабан оло сәхнәләрҙе яулар мәртәбәле мәктәп булды. Ә кемдәрҙер уға тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар дауамында “Сибай”ҙа хеҙмәт юлын дауам итә. Ундайҙар араһында Баймаҡ районының Темәс ауылы таланты Самат МИРАҪБАЕВ та бар.

– Самат, бейеүгә һәләтегеҙ нәҫелдән килә, буғай?

– Эйе, атайым Салауат Мираҫбаев һөнәре буйынса ветеринар булһа ла, йәш саҡта бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Ваҡытында Мәскәү ҡалаһының Кремль һарайында ла сығыш яһағандар. Ҡанда булғанғалыр, мин дә бала саҡтан бейеүгә тартылдым. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә үк “раз-два-три” тип үҙем ритм биреп, бейеп маташа торғайным. 2-се класта Темәс музыка мәктәбенең бейеү класына йөрөнөм. Ришат Санияров, аҙаҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәфҡәт Юнысов уҡытыусыларым булды. Бейей алмай йонсоғанымды хәтерләмәйем, хәрәкәттәрҙе бер күреүҙә үк отоп ала торғайным. Нәҫелдә, ҡанда булғанға еңел бирелгәндер ул.

– Бейеү һөнәрегеҙ булырын ҡасан аңланығыҙ?
– Тәүҙә бейеүсе булырға теләмәнем, ҡы­ҙыҡһыныу тип кенә ҡабул иттем. 10 – 11-се класты Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында, математика йүнәлешендә уҡыным. Олимпиадала ошо фәндән 2-се урын да яулағайным. Әйткәндәй, лицейҙа уҡығанда класташтарымды бейергә өйрәтеп, ансамбль ойоштороп ебәрҙем. Тик белем алыуға етди ҡарай инем, был эш менән артыҡ мауыҡманым. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетына уҡырға ингән ерҙән бейеүсе булырға ҡарар иттем. Август айында Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына имтихандар тапшырҙым һәм яҙмышым ҡырҡа боролош алды.

– Уҡыуы ауыр булдымы?
– Ауыр булғандыр ул, беренсе курста 11 егет уҡый башлағайныҡ, бер үҙем генә диплом алдым. Мәҫәлән, классик бейеүҙең нимә икәнен уҡырға барғансы белмәнем. Әйткәндәй, минең кеүектәр күп булды. Дәрестәрҙән һуң ҡалып, үҙ аллы өйрәнергә тура килде. Шәхсән үҙем уҡыуҙың әллә ни ауырлығын күрмәнем. Сөнки тәртип һәм теүәллек яратҡан кешемен. Бер ваҡытта ла сәбәпһеҙ дәрескә һуңламаным, уҡыуҙы ҡалдырманым. Шуға күрә күп имтиханда уҡытыусылар миңә “автомат” ҡуйҙы. Һаман да дисциплина яратам, эшкә лә, ҡунаҡҡа ла ваҡытында йөрөйөм. Гастролгә сығыр булһаҡ, таң һарыһынан тороп, иң тәүҙә килеп ултырам.

– Яҙмышҡа ышанаһығыҙмы?
– Ышанам, әммә уға һалынып, ҡул ҡаушырып ултыра торғандарҙан түгелмен. Гел алға ынтылам, хыялдарымды тормошҡа ашырыу өсөн алға ҡарап йәшәйем. Яҙмыш тигәндәй, бер осраҡты һөйләп үтергә була. Санкт-Петербург хореография училищеһында уҡыу урынына саҡ инвалид булып ҡалманым. Мәҙәниәт техникумында 3-сө курста уҡып йөрөгән саҡта төньяҡ баш ҡаланан студенттар ҡабул итеү өсөн махсус комиссия килде. Һәр беребеҙҙе ҡарап, энә күҙәүенән үткәреп, әңгәмәләшкәндән һуң мине үҙҙәренә уҡырға саҡырҙылар. Бер нисә аҙнанан имтихандар тапшырыу өсөн юлға сығырға тейеш инем. Тап шул хәл иткес мәлдә ҡала егеттәре дөйөм ятаҡҡа килеп, студенттар менән һуғыш ойошторҙо. Стипендия алған көн икәнен белеп килгәйнеләр. Мине шунда берәүһе тәҙрә аша тышҡа ырғытты. Аяғым һынып (унан да ҙурыраҡ йәрәхәт булмағаны өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлемен), өс ай гипста ултыр­ҙым. Аҙаҡ табиптар, бер йыл тирәһе ял кәрәк, тигәс, ҡасандыр үҙем уҡыған Темәс музыка мәктәбендә хеҙмәт юлымды башланым. Шул мәлдә атай-әсәйем, ҡайһы бер туғандарым, дуҫтарым сәхнәнән китергә, икенсе һөнәр һайларға тәҡдим итте. Тик мин һайлаған юлымды аҙаҡҡаса алып барырға теләнем. Шулай итеп, Санкт-Петербург ҡалаһына юл төшмәне.

– Сибай филармонияһы йәш бейеүсене нисек ҡаршы алды?

– Уҡыу йылдарында уҡ бында практика үтә торғайным, шуға күрә артыҡ ятһыныу булма­ны. Элекке коллектив менән бөгөнгөһө араһында ер менән күк айырмаһы күҙәтелә. Аралашып, ҡунаҡҡа йөрөшөп, дуҫлашып, берегеп эшләй инек. Талаптар ҙа ҡаты булды, әммә берҙәм булғас, эш еңел тойолдо. Ә хәҙер нисектер берҙәмлек етмәй. Мөнәсәбәттәр һәйбәт ул, әммә күңел яҡынлығы юҡ.
Студент йылдарында уҡ беҙҙе, “йондоҙ” ауырыуы менән ауырымағыҙ, тип өйрәттеләр. 17 йыл эшләйем, исем алманым, һоранып та йөрөмәйем. Ә йәштәр эшкә урынлашып та өлгөрмәй, иғтибар талап итә башлай. Әрһеҙлек менән тамашасы һөйөүен яулап булмай бит ул.

– Уҡытыусы һөнәрен алмағанмын, тип үкенгән саҡтарығыҙ бармы?
– Бейеүсегә уҡымаһам, нимә булыр ине икән, тип уйланған бар, әммә үкенес юҡ. 2012 йылда, һаулығым арҡаһында бейей алмаған осорҙа, Себер тарафтарында эшләп ҡараным. Ял иткән саҡта ла бейеү хәрәкәттәре яһай инем. Бейеү йәшәү булмышыма әүерелгән инде ул. Хаҡлы ялға сыҡҡас нимә эшләрмен икән, тип аптырайым.

– Бейеүсе өсөн фигураны һаҡлау, физик формала булыу мөһим. Һеҙ спорт менән шөғөлләнәһегеҙме?

– Бейеү үҙе спорт бит ул. Сәғәттәр буйы репетиция яһағанда күп көс сарыф ителә. Ашауҙа үҙемде сикләмәйем, ит ашарға яратам. Ҡатыным да аш-һыуға оҫта, тәмле ризыҡтар менән һыйлап ҡына тора.

– Күп кеше аҡсаһыҙлыҡҡа зарлана...
– Эшһеҙ ултыра алмайым. Ауыл балаһы булғанғамы, балта эштәрен һәйбәт беләм. Шуға аҡсаһыҙ йонсоп ултырғаным юҡ, эштән ҡайтам да икенсеһенә тотонам. Шәхси йортта йәшәгәс, мәшәҡәттәр ҙә күп, рәхәтләнеп эшлә лә эшлә. Мәҫәлән, балыҡҡа йөрөргә яратмайым, уны эшһеҙҙәр шөғөлө тим. Бәхет аҡсала түгел, тип үҙемде йыуатам да, зарланып ултырмайым.
– Ә һеҙҙең өсөн бәхет нимә ул?
– Ғаиләмдең именлеге, өс баламдың иҫән-һау, бәхетле булып үҫеүе. Кесеһенә исемде Әнүәр тип ҡатыным һайланы, ә ҙурҙарына үҙем ҡуштым. Оло улымды Хәмзи тип ҡартатайым хөрмәтенә атаныҡ. Ҡатыным менән филармонияға эшкә килгәс танышҡайныҡ, ғаилә ҡороуыбыҙға 14 йыл булды. Оҙаҡ йылдар костюмдар цехы мөдире булып эшләне, артист тормошоноң барлыҡ ауырлығын аңлай, белә. Шуға ла, ҡатынымдан уңдым, тип ныҡлы әйтә алам. Ә ижад кешеһенең уңыштары, эше ҡатынынан тора бит ул.
Нимәһе үкенесле, атайым минең үҙ аллы тормошомдо, балаларымдың тыуғанын күреп өлгөрмәне. Эшкә килеү менән, йорт күтәрергә тип, Иҫке Сибай ауылынан ер алдым, концерттарҙа ҡатнаша башланым. Был шатлыҡтарымды кисергәндә ул мәрхүм булғайны инде.

– Балаларығыҙ бейейме?
– Эйе, ололары бейеү ансамблендә шөғөлләнә. Тик уларҙың сәнғәт юлынан китеүенә ҡырҡа ҡаршымын. Мәҫәлән, былтыр көҙ ҡала ойошторған мәҙәни сарала улар­ҙың ансамбле бейергә тейеш ине. Балалар үҙ сығыштарын өшөй-өшөй бер сәғәт тирәһе көттө. Юл мәшәҡәттәренән үҙем дә арыным, уларға ундай яҙмыш теләмәйем. Таланттары булғас, бе­йеһендәр, ҡаршылығым юҡ. Тик ғүмер буйы түгел, икенсе һөнәр һайларға кәрәк. Хәҙерҙән үк уларға аңлатыу эше алып барам.

– Бейеүселәрҙең сәхнә ғүмере ҡыҫҡа ғына бит ул, инде танылыу яуланы тигәндә генә хаҡлы ялға китә лә баралар. Һеҙ сәхнәнән китергә әҙерләнә башланығыҙмы?
– Йылдар үтә, беҙ яйлап ҡартаябыҙ (көлә). Йәш бара, хаҡлы ялға, ысынлап та, күп ҡалманы инде. Шуға тиклем сәләмәтлек булып, бейергә насип булһын, тип теләп кенә йөрөйөм. Ә ялға сыҡҡас, балалар менән эшләрмен, тип уйлайым. Быға тиклем дә сәнғәт мәктәбендә бейеү дәрестәре алып барҙым ул. Тик ике ерҙә эшләп өлгөрөп булмай, китергә тура килде. Шулай ҙа ата-әсәләрҙең һорауы буйынса бер нисә балаға шәхси дәрестәр биреп торам. Бейеүҙәр ҙә һалғаным булды. Шуға күрә хаҡлы ял мине артыҡ ҡурҡытмай.

– Бейеүсе булыу өсөн талант ҡына етәме?

– Юҡ, бик күп фактор мөһим роль уйнай. Иң мөһиме – һаулыҡ һәм дәртле йөрәк кәрәк. Һыҙланып, насар кәйеф менән бейеп булмай ул. Яңы программаларҙы өйрәнгәндә сабырлыҡ, булған репертуарҙы башта тотор өсөн яҡшы хәтер ҙә талап ителә.
Бейеүсе булырға теләп, күп йәштәр мәҙәниәт техникумдарына, хореография училищеларына уҡырға инә. Тик уларҙың һирәктәре генә сәнғәт юлынан китә. Был үҙе үк бейеүсе һөнәренең еңел булмауы тураһында һөйләй. Бейеү сәнғәтенә ғашиҡтар ғына эшләй ала.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы