RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы, түргә үт!

31.08.2010 Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы, түргә үт!

– Кино төшөрәбеҙ, килегеҙ! – кемгә нисектер, миңә режиссер Айгиз Ғабдуллиндың был һүҙҙәре йыр кеүек ишетелде. Ниндәйҙер роль башҡарыу өсөн түгел (әртистәрҙең икмәген ауыҙҙарынан һыпыра тартып алып булмай бит!), ә ни бары ситтән күҙәтеүсе булып саҡырылдым Әбйәлил районының Байым ауылына, ә шулай ҙа тулҡынланыуым хаттин ашҡайны – хас та серле кино донъяһына ишекте аса бирҙеләр: «Рәхим итегеҙ!». Шул ишектән режиссер-оператор, уларҙың ярҙамсыларының эшен, актерҙарҙың уйынын бер күҙ менән генә булһа ла – фотообъективтан – күҙәтер өсөн елдереп барып еттем тәғәйен урынға. Тәүҙә фотоаппаратты көйләп, ҡолаҡты ҡарпайтып, режиссерҙың артынан бер тотам ҡалмай, ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе, писарь ишеләй, ҡағыҙға теркәп йөрөй инем ул... тик һуңынан кино төшөрөү процесына шундай ныҡ әүрәп, үҙемдең ниндәй маҡсат менән килеүемде лә онотҡанмын. Геройҙар өсөн бер ҡыуанам, бер ҡайғырам... Бигерәк ҡыҙыҡ икән ул кино төшөрөү тигәндәре!
Әйткәндәй, «Алмабикә» исемле был ҡыҫҡа метражлы киноның сюжеты ябай һәм аңлайышлы: йәш уҡытыусы ҡыҙ (Азалия Ялмырҙина башҡара) ауылға эшкә килә, унда бер фырт егеткә (Фәнил Толонғужин) ғашиҡ була, әммә бер аҙҙан үҙенең ни бары бәхәс объекты икәнен белеп ҡала – ике дуҫ уның һөйөүен яулап алыр өсөн телефонға бәхәсләшкән, имеш... Ошо һөйөү-көйөү араһында мәктәп проблемалары ла күтәрелә, ир-ҡатын мөнәсәбәттәре лә яҡтыртыла, мәңгелек ҡиммәттәрҙең асылы асыла.
Ситкә шылығыҙ, сит ил кинолары, башҡорт фильмы,  түргә үт!
– Бер ваҡыт Рафиҡ Сәлмәновтың Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом» тигән йырын ишеттем һәм шунан алып тыныслығымды юғалттым, – Айгиз Раил улы камераһын рәтләй-рәтләй фильм төшөрөү идеяһының нисек тыуыуы хаҡында иҫләне. – Ятһам да, торһам да тигәндәй, уйымдан китмәне Фәттәх һәм Фәннүр Аралбаевтар, Хәбир Раев башҡарыуындағы йыр. Күңелдә үҙенән-үҙе ошо йырға һалынған сюжет линияһы тыуҙы. Идеямды тормошҡа ашырыр өсөн сценарист эҙләй башланым. Миңә үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Радик Өмөтҡужинды тәҡдим иттеләр. Телефонын табып, шылтыраттым, үҙемдең идеям менән бүлештем. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, сценарий әҙер ине. Әммә ул тулыһынса ҡәнәғәтләндермәне. Нимә әйтергә теләгәнемде яңынан аңлатып хушлаштым һәм, күп тә үтмәй, Радик ағай тулыһынса минең концепцияға тура килгән сценарий килтерҙе.
Сценарий әҙер булғас, режиссер актерҙар йыйыу хаҡында иғлан тарата. Был проект өсөн Голливудтағы кеүек миллиондарса һумлыҡ бюджет ҡаралмаған, актерҙарға ла мул гонорар вәғәҙә ителмәгән, ә шулай ҙа байтаҡ кеше үҙен һынап ҡарау маҡсатында кастингҡа килә. Кинола төшкөм килә, тип әйтеүе генә анһат, камераның ҡыҙыл уты ҡабыныу менән кемдер, ҡурҡыуынан иҫе китеп, бөтөнләй хәрәкәтһеҙ ҡатып ҡала, кемдер кәрәгенән артыҡ яһалма ҡылана, кемдер тотлоға башлай... Нисек кенә булмаһын, ролдәргә Фәнил Толонғужин, Азалия Ялмырҙина, Денис Нурғәлин, Резеда Ғайсина, Рәшиҙә Хашимова, Динә Нәбиуллина, Ринат Жамалов һайлап алына, һәм Айгиз үҙенең бер туған ҡустыһы Илгиз менән төп эшкә тотона. Ауыл режиссеры тө­шөрһә лә, кино кино инде ул, нескәлектәре һәләк күп: төрлө яҡлап ҡат-ҡат бер үк күренеште төшөрәләрме, актер­ҙар уйынына төҙәтеү индерәләрме, яҡтылыҡ менән проблемаларҙы хәл итәләрме... Тимер юлы буйында күренеште төшөргәндә милиционерҙар менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа: бында төшөрөргә ярамай, ти тәртип һаҡсылары – саҡ эш туҡтамай! Шул арала Айгиздең һеңлеһе Таңсулпан йә режиссерҙы, йә кәрәк-яраҡты машинаһында тегендә-бында ташый; администратор Рәзилә Ғәсҡәрова кәрәкле кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып бара, йә иртән тәмле төштәр күреп йоҡлап ятҡан актер­ҙарҙы йомшаҡ мендәрҙәренән, йылы юрғандарынан айырып, фильм төшөрөлгән майҙансыҡҡа килтерә; үҫмер Алинур Ялмырҙинға ла эш табылып ҡына тора – фотограф ролен дә ул башҡара, яҡтыртыусы ла була ала. Ана шулай тырыша торғас, ниһайәт, егерменсе августа «Алмабикә» фильмы тулыһынса төшөрөлдө. Әле тауыш өҫтөндә эшләргә, монтаж яһарға кәрәк, әммә кино төшөрөүселәрҙең үҙҙәренә өҫтәренән ауыр йөк төшкәндәй тойола.
Режиссер үҙенең өйөн ваҡытлыса ҡуртымға бушлай биргән Ишбикә Фазлетдинова, ярҙам ҡулы һуҙған Ишморат Әминев, Рита Шәйҙуллина, шулай уҡ Гөлсөм Йәһүҙина, Дим Исламов, Динә Фазлетдинова, Рәшиҙә Хашимова, Рәис Ғайсин, Мәҙинә Ғәскәрова, Нәфисә Мәғәсүмова, Сания Ҡорманаева, Зилә Зарипова, Зөһрә Әхмәҙиева, Йәлил һәм Гүзәлиә Зәйтүновтар, Марс Сәйетғәлин, Нәғим Нурғәлинға рәхмәтле. Фильмды шулай уҡ Элнар Ғәлиәстановтың йыры биҙәйәсәк. Уға ла рәхмәт. Күмәкләгән – яу ҡайтарған!
Беҙҙең күпселек, ысынбарлыҡ менән килешеп, тормош нисек бар, шулай ҡабул итеп йәшәй. Ә ҡайһы бер ғәжәп кешеләр (хислеләр, хыялға бирелеп йәшәүселәр) тирә-яҡты үҙгәртер, байытыр, нимәгәлер иғтибарҙы йәлеп итер өсөн үҙҙәренең айырым бер донъяһын булдыра – повесть-роман яҙа, кино төшөрә. Донъяға үҙенсәлекле ҡарашы менән башҡаларҙан айырылған Айгиз дә Төркиәлә социолог белемен алғандан һуң (аспирантура тамамлаған), бала саҡтан үҙенә ылыҡтырған һөнәрҙе үҙ аллы махсус китаптарҙан, белешмәләрҙән, мәҡәләләрҙән үҙләштерә башлай. Режиссура нигеҙҙәре, сценарий яҙыу нескәлектәре, оператор оҫталығы – режиссерҙан бар нәмәне лә белеү талап ителә. Иң беренсе ижад емеше 1998 йылда тыуа – Шәжәрә байрамына арналған фильм Ғабдуллиндар, Ғәлиндар, Мәхийәновтарҙың ғаилә тарихын һөйләй. Һуңынан Айгиз төрлө клиптар, туйҙар, юбилейҙарҙы төшөрә, һәләтен шымарта. Байрамға өлгөртәйем тип, ауылына нигеҙ һалыусыға арнал­ған «Байым тархан» презентацион фильмын хатта бер төн эсендә эшләй. Һәләтле, бар нәмәне еренә еткереп башҡарып өйрәнгән, уйсан тәбиғәтле режиссерҙың яратҡан өлкәһендә уңыштары ла бар. Мәҫәлән, шағир Эдгар Уйылдановҡа арналған «Малай булғым килә» проекты өсөн Айгиз Ғабдуллин «Автор киноһы» өлкә-ара фестивалендә беренсе урынға лайыҡ булған. Ҡустыһы, менән бергә ойошторған AvI студияһында, «Алмабикә»нән тыш, башҡа проекттар ҙа тыуыр кеүек, сөнки егеттәр бик етди тотонған. Америка блокбастерҙарына, Бразилия сериалдарына торошло уҡ булмаһа ла, ярайһы ғына дәғүәселек тыуҙырырға тейештер ҙә һуң үҙебеҙҙекеләр. Ә «Алмабикә»не тиҙҙән Башҡортостан юлдаш каналында күрергә яҙһын – ҡыҙыҡ бит!

Резеда ҒАЙСИНА, БДУ-ның тарих факультеты студенты:
– Аһылайҙан (Өскүлдән) Туйышҡа өләсәйемә ҡунаҡҡа килгәйнем, шунда Айгиз ағайҙың актерҙар йыйыуы хаҡында иғлан күрҙем. Бала саҡтан сәхнәгә ғашиҡмын, тамашаларҙа йыш уйнаным. Яңыраҡ спектакль ҡарарға килгәйнем, бер инәй, мине танып, һин үҙең дә әртис бит, икенсе әртистәрҙе ҡарарға килдеңме, тип һорай хатта. Айгиз ағай мине кастингҡа саҡырҙы. Тулҡынланып, спектаклдә уйнағандай, ролемдән өҙөктө уйнаным. Режиссерға оҡшаны. Үҙемде аҙаҡ экрандан күрһәткәйне, көлөп һыным ҡатты – бигерәк мәрәкә күренәм икән! Шунан тәбиғиерәк уйнарға кәрәклеген аңланым.
Барыбыҙға ла киноға төшөү оҡшаны. Режиссерыбыҙ шәп булып сыҡты! Уның һәр һүҙен иғтибар менән тыңлап, ихлас уйнарға тырыштыҡ. Бынан нимә килеп сыҡҡанын тамашасылар үҙҙәре күрер һәм фекерен әйтер.

Денис НУРҒӘЛИН, Сибай драма театры актеры:
– Нәфис фильмда төшөү отпуск мәленә тура килде, шуныһы уңайлы булды. Быйыл Уҡытыусы йылы бит, кино ла ошоға арналған. Фильмда әшәкелек, бысраҡлыҡ юҡ. Тик таҙалыҡ, сафлыҡ, һөйөү. Ә донъяла мөхәббәттән дә юғарыраҡ тойғо юҡ. Минеңсә, Айгиз Ғабдуллиндың фильмы уңышлы килеп сыҡты.
Театр менән кино – икеһе ике нәмә, улар ныҡ айырыла. Үҙемдең мөмкинлектәремде тулыраҡ асыр өсөн тағы ла фильмда төшөр инем. Ҙур һәм бәләкәй ролдәр булмай, тип иҫәпләйем, ә шулай ҙа үҙемде икенсе амплуала һынағым килә.

Азалия Ялмырҙина, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика студенты:
– Ата-әсәйемдең тыуған ауылына килгәс, гәзиттән Ғабдуллиндарҙың студияһы тураһында уҡып, студияға килдек. Кино хаҡында ишеткәс тә, эшемдән һорап, Байымға ҡайттым һәм кастингты үттем. Әйткәндәй, минең геройым Дилбәрҙең мулла ҡушҡан исеме – Алмабикә. Шуға ла, бәлки, ул алма яраталыр. Үҙһүҙле, тапҡыр ҡыҙҙың образын тыуҙырыуы оҡшаны, сөнки беҙ оҡшағанбыҙ.
Быға тиклем дә сәнғәт донъяһына тартылдым, шуға ла актриса булараҡ эшләп ҡарау хыялы күңелемдә гел йәшәне. Теләгемдең бойомға ашыуына бик шатмын.

Фәнил ТОЛОНҒУЖИН, Стәрлетамаҡ драма театры актеры:
– Үҙебеҙҙең ауылда, ауылдашым төшөргән фильмда ҡатнашыу – үҙе бер бәхет. Тағы ла кемдең ауылдашы кино төшөрә?! «Алмабикә»лә Илһам ролен, Дилбәр-Алмабикәнең һөйгәнен бар күңелемде һалып башҡарҙым. Партнерҙарым менән ауырлыҡтар тыуманы, улар менән дуҫлашып өлгөрҙөк, шуға ла айырылышыуы моңһоуыраҡ. Әгәр һөнәрең, эшең оҡшай икән, бер ауырлығын да тоймайһың, ваҡыт та бик тиҙ үтә. Бына фильм­ды төшөрөп бөткәнде лә һиҙмәй ҡалдыҡ. Ә күңелдә тик матур, йылы тәьҫораттар ғына ҡалды. Ғөмүмән, тотош фильмдан да шулай йылылыҡ бөркөлөп, яҡтылыҡ һирпелеп тора.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар