RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

21.03.2018 Йәшәү – үҙе бәхет

Йәшәү – үҙе бәхет
«Юлдаш» радиоһында «Йәшәү йәме» тапшырыуы һәр шәмбелә эфирға сыға.
Уның геройҙары – тормош һынауҙарына бирешмәгән, «йәшәү – үҙе бәхет» тигән фекергә инанған кешеләр. Үҙенең генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең көндәлек тормошон йәмләгәндәр, рухын күтәргәндәр әленән-әле осрап тора. Мәҫәлән, Баймаҡ районының аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе, яҙыу­сы, һәүәҫкәр композитор Бо­рис Хәйретдинов, Сибай ҡа­лаһында йәшәүсе, 40 йыл буйына республикабыҙға ҡурайсылар әҙерләгән Нурғәле Ке­йекбирҙин, Ауырғазы районынан сығып, әле Ташкент ҡалаһында башҡорт мөхитен башҡа милләттәргә арымай-талмай танытып йәшәүсе Люциә Рәхимова, Өфөлә шәхси балалар баҡсаһы асып, тик хәләл ризыҡтар менән тәьмин итеүсе, кескәйҙәр күңеленә милли рух бөркөүсе Айҙар Сәфәрғәлин, балаларым тип йән атҡан изге әсәләр Әлфиә Ишбаева, Рузидә Үтәшева һ.б.
Радиотыңлаусыларҙы алда ла йәнле тапшырыуҙар көтә. Геройҙар ижад һәм ғилем донъяһынан да, һынлы сәнғәт, мәғариф, медицина өлкәһенән дә буласаҡ. Әйтәйек, тиҙҙән 90 йәшен билдәләйәсәк ғалим Зиннур ағай Нурғәлиндың яҙмышы күптәргә фәһем бирерлек. Ябай ауыл малайы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ат ҡараусы ла, комбайнсы ла булып эшләгән. Аҙаҡ мәктәп уҡытыусыһынан алып академик дәрәжәһенә тиклем үҫкән-үрләгән! Йә булмаһа, рәссам Ишморат Дәүләтбаев. 10 йәшендә етем ҡалып та бәғере ҡатмаған, киреһенсә, ҙур белемгә эйә булып, нескә ҡыл ҡәләме менән Урал аръяғындағы халыҡтың эстетик зауығын ҡандырған шәхес ул!
Быйыл Ғаилә йылы булараҡ, татыу йәшәгән, ырамлы аҙымдар менән алға барған йәштәргә лә иғтибар ҙур буласаҡ. Мәҫәлән, буласаҡ табиптар – Нурания һәм Фәһим Ир­назаровтар. Көндөҙгө бүлектә тик «бишле»гә уҡып, бер юлы дауаханала эшләп тә өлгөрә улар. Йәки фармацевт һөнәре алған Юлиә Хәсәнова. Ул ситтән тороп 6 йыл уҡырға ла, дарыухана ла эшләргә лә, шул йылдар арауығында бер-бер артлы ике балаға әсәй булырға ла өлгөргән.
Тыңлаусылары тарафынан иң халыҡсан тип нарыҡланған «Юлдаш» тулҡындарында халыҡ араһында йәшәгән тырыш, яҡты күңелле кешеләр тураһында «Йәшәү йәме» тапшырыуын тыңлағыҙ, дуҫтар.

Әнисә МУЛЛАҒОЛОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар