RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”

16.03.2018 Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”

Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Беҙ был һылыу актрисаны романтик образдары аша беләбеҙ. Һомай, Аҡйондоҙ, Гөлнәзирә, Тәңкәбикә, Фәғилә, Өммөлхаят, Сәрүәрә, Сабира – был ролдәрҙең барыһы ла Сара БУРАНБАЕВАның талантлы булмышы аша сәхнәгә сыҡты. Рәмил Ҡолдәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов кеүек билдәле шәхестәр үҫтергән Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы театр сәнғәте өсөн дә сағыу “йондоҙ” тәрбиәләгән.

1) Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек. Атайым ғүмер буйы совхоз эшендә йөрөп, төшкө, киске ашҡа һуңлап ҡала ине. Әсәйем ҡоймаҡ ҡоя йәки майға икмәк бешерә лә, сәй эсергә атайҙың ҡайтҡанын көтөп ултырабыҙ. Самауыр йыры, тәмле ризыҡ еҫе, ишек алдында тауыҡтар йөрөй, йәшел үлән – бала саҡ тап ошолай күҙ алдыма килә.
Атайым сәнғәтте бөтөнләй ҡабул итмәгән кеше ине, артист булыуыма ризалыҡ бирмәне. Табип булыуымды теләгәйне, тик яҙмыш мине сәнғәт юлынан алып китте. Сәхнәлә уйнауымды бер генә тапҡыр – “Буш сәңгелдәк” спектаклендә күрҙе. Ә әсәйем – бала йәнле, барлыҡ ынтылышыбыҙҙы ҡеүәтләгән, яңылыштарҙы ғәфү иткән яҡын кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эш менән тыуған яҡтарға йыш ҡайта алмайым, уның менән һирәк күрешәбеҙ.

2) Мәктәпте тамамлағанда әсәйем ауырып киткәс, бер йылға ситкә китмәҫкә, уға ярҙам итергә булдым. Тап шул мәлдә билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов менән бейеүсе Рәүилә Хажиева ауылға концерт менән килгәйне, мине күреп, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға барырға ҡоҙаланылар. Хатта Рәүилә апай студент булып киткәнсе хәлемде белешеп торҙо, аҙаҡ уҡыуым менән ҡыҙыҡһынды. Имтихандарҙы етди ҡабул итмәнем, конкурстан үтә алмаған ҡыҙҙарҙың илауына бер аҙ аптырап торғаным хәтерҙә ҡалған. Бары тик үҙемдең исем-шәрифемде студенттар исемлегендә күргәс кенә ниндәй бәхеткә эйә булғанымды аңлай башланым. Курсташтар үҙ-ара дуҫ, татыу булдыҡ. Яҙмыш тарафынан иркәләнгән бала булдым, тип әйтә алам, уҡыу еңел бирелде. Уҡытыусыларым Гөлли Мөбәрәкова, Тамара Хоҙайбирҙина тәүҙән үҙ күрҙе. 3-сө курста уҡығанда уҡ академтеатр артистары менән бергә 40 көн гастролдә йөрөп ҡайттым.

3) Диплом алғас, беҙ – “йәшел” генә актерҙар яңы асылған Йәш тамашасылар театрына эшкә килдек. Тәүге ролем “Иҙеүкәй менән Мораҙым” спектаклендә Кинйә булды, беҙ уның менән театр эшен башлап ебәрҙек. Бер-бер артлы премьералар, улар араһында гастролдәр – ваҡыт шул тиклем тығыҙ ине. Республиканың барлыҡ районын йөрөп сыҡҡанбыҙҙыр ул. Шуға күрә тиҙ арала актер булараҡ өлгөрөп еттек. Гастролгә күп йөрөү ролдәрҙе камиллаш­тырырға, актер булараҡ шымарырға ярҙам итте. Артабан “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”ҙа төп ролде башҡарыу бәхете тейҙе. Режиссеры Азат Нәҙерғолов академтеатрға эшкә күскәс, бер нисә актерҙы шунда саҡырҙы. Улар араһында мин дә бар инем. Шулай итеп, 1998 йылда мәшһүр театрҙа эш башланым.

4) Сәнғәт институтында уҡығанда уҡ миңә ниндәйҙер концертты алып барырға саҡырыу булды. Артабан төрлө конкурс, мәҙәни сараны, хөкүмәт концерттарын алып барырға тура килде. Хәҙер тексты папканан уҡырға рөхсәт ителә. Ә элек ятлап һөйләү мотлаҡ булды. Ауыр булһа ла, миңә был эш оҡшай. Сәхнәлә үҙеңде тоторға өйрәнәһең. Көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, юғалып ҡалмайынса, унан сығыу юлдарын эҙләй башлайһың. Концерттың ярты уңышы алып барыусынан тора, тиҙәр. Залды үҙеңә йәлеп итергә кәрәк, партнерың менән диалог ҡораһың, шул уҡ ваҡытта сәхнә артындағы тормошто ла күҙ уңында тотаһың. ҡытыршылыҡтар булһа ла, күп осраҡта тамашасы уны һиҙмәй ҡала.
Кемдәр менән генә бергәләп концерттар алып барырға тура килмәне миңә! Хатта концерт башланыуға бер сәғәт ваҡыт ҡалғас ҡына сәхнәгә сығасағымды әйткәндәре лә булды. Бындай саҡтарҙа бергә эшләгән кешең менән бер-береңде күҙ ҡарашынан аңлау мөһим. Фирҙәт Ғәлиев партнерым булһа, эшемдең уңышлы буласағына ышанам. Ниндәй генә хәл булмаһын, ул һәр осраҡтан сығыу юлын таба белә, тамашасыға ла, партнерына ла ихтирамлы кеше. Алып барыусы булыу – үҙе бер айырым сәнғәт, тип әйтер инем.

5)Ҙур кисерештәр менән уйналған роль булһа, оҙаҡ ваҡыт күңелемә тынғылыҡ таба алмайым. Хатта спектакль тамамланып, шаршау ябылғас та башҡарған образ тураһында уйланам, туҡтала белмәйем. Туҡтарға кәрәкмәй ҙә ул, роль бит баш­ҡар­ған һайын ка­миллаша бара. “Ай тотолған төндә” трагедияһында Тәңкәбикә ролен сығарғанда үҙ-үҙемә йомолоп бөттөм, һөйләшеүҙән, аралашыуҙан туҡтаным. Эске күңелде аҡтарып, күп уйланыу талап ит­кән ҡатмарлы образ ул. Яңғыҙлыҡ той­ғоһо, кисерештәр мотлаҡ. Ләкин ошон­дай трагик ролдәрҙе башҡарып, эмоцияларҙы сығарып, тулышҡан күңелде бушатып алам. Йыйылған стресс, күҙ йәштәре сыға. Шуғалыр ҙа тормоштағы ауыр осраҡтарҙа тыныс ҡала алам.
Ижад менән генә йәшәп булмай, ҡайһы саҡта бөтә ролде онотоп, донъя мәшәҡәттәренән арынып алырға ла кәрәк. Бындай саҡта тәбиғәттә ял итергә яратам. Филүс менән икәүләп йыш ҡына машинала сәйәхәт итеп алабыҙ.

6) Ирем Филүс (бейеүсе, балетмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе) менән беҙҙе актер Нәғим Нурғәлин таныштырҙы. Әммә ул мине алданыраҡ, концертта алып барыусы булғанымда күргән булған. Тәү күргәндән уның күңелемә яҡын кеше икәнен аңланым. Ғаилә ҡороуыбыҙға 23 йыл да булып киткән. Тормошҡа ҡарашы, бер аҙ талапсан булыуы, ярҙамсыллығы оҡшай. Эше тынғыһыҙ булһа ла, өй мәшәҡәттәрен үҙе башҡарырға ярата.
Улым Рамаҙандың бәхетле булып үҫеүен теләйем. Эшкә алданып, ваҡытында һылыу ғына, иркә генә ҡыҙ бала тапмағаныма үкенәм. Ғаиләлә күп бала булырға тейеш икәнен һуң аңланым.

7) Ваҡыт үтә, күңел йәш булырға тартылһа ла, реаль тормошта мин ниндәйҙер кимәлдә хөрмәт яулаған, мәртәбәле ханым. Шулай ҙа улым менән бергә йүгереп уйнап та алам. Әгәр театрҙа ҡарсыҡтар роле бирелһә, уны ла башҡа­рыуҙан баш тартмаясаҡмын.
Муллаян ағай Һөйәрғолов цитаталар яҙып, төрлө ергә элеп ҡуя торғайны. “Был тормошта иң ауыры – үкенестәр” тигән яҙмаһы хәтерҙә уйылып ҡалған. Күп осраҡта бәндәселеккә барып, кешегә үпкәләп, өндәшмәй ҡалыуҙы өҫтөн ҡуябыҙ. Күңелдәге йылы хистәрҙе, йылы һүҙҙәрҙе үҙебеҙҙең яндағы кешеләргә ваҡытында әйтмәйбеҙ. Шуға ҡайһы саҡта күңелде үкенес тойғоһо биләй. Әммә тормошом үкенерлек түгел: яратҡан эшем һәм яратҡан ғаиләм менән бәхетлемен.


Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”
Башҡортостандың халыҡ артисы Сара БУРАНБАЕВА: “Тормошом үкенерлек түгел”








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Тормошто гөрләтә тырыштар

04.01.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тормошто гөрләтә тырыштар


«Ҡабан йылына табан»  «Юлдаш»тар менән юллан!

«Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»

20.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Юлдаш» тәҡдим итә: «Тәүһын»


Дәрткә һуғарылды күңелдәр

19.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Дәрткә һуғарылды күңелдәр


“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар