RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәхнәгә арналған ғүмер

07.03.2018 Сәхнәгә арналған ғүмер

Сәхнәгә арналған ғүмер
Ғүмер юлында төрлө ауырлыҡ кисереп, һынауҙар үтеп тә үҙ һөнәр­ҙәренә тоғролоҡ һаҡлаған сәнғәт әһелдәре һоҡландыра.
Ҡуйған маҡсаттарынан дүнмәйенсә, гелән алға барыуҙарын дауам итә улар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың байрамын билдәләргә әҙерләнгәндә айырыуса гүзәл заттарыбыҙҙың фиҙакәрлеген, ҡаҙаныштарын телгә алғы килә. СССР-ҙың халыҡ артистары тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Зәйтүнә Бикбулатованың, Гөлли Мөбәрәкованың тормош юлы гел генә шыма булмаған бит. Бөгөнгө быуын өсөн улар – хеҙмәткә, һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡ һаҡлаусыларҙың асыҡ кәүҙәләнеше. Сөнки улар башҡорт милли сәнғәтен театрҙа ғына түгел, кинола ла күрһәтергә өлгәштеләр. Заманында СССР тип аталған ҙур ил башҡорт халҡы менән ошо күркәм заттарыбыҙ уйнаған фильмдар аша танышты бит әле. Заман үҙгәрә, хәҙер беҙҙең киноматографтарыбыҙ ҙа, кино сценарий яҙыусыларыбыҙ ҙа етерлек. Башҡортостандың егет-ҡыҙҙары төшөргән фильмдарҙы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҡарайҙар. Үткәндәр менән нимә бәйләй һуң беҙҙе? Ҡайһы осор ижадсыларын алмайыҡ, һәр береһенең һөнәренә тоғролоғон күрербеҙ. Милләткә хеҙмәт итеүҙәре, милләтте һөйөүҙәре менән бүтәндәрҙең күңел усағын дөрләтә алған шәхестәребеҙ менән нисек ғорурланмайһың ти инде?! Тап шундай әһелдәр, шундай оҫталар тураһында һөйләй, тап шундайҙар менән таныштыра ла тыңлаусыларҙы "Сәхнәгә арналған ғүмер" тапшырыуы. Төрлө быуын вәкилдәре, төрлө яҙмыштар менән осрашабыҙ беҙ был проектта. Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева менән әңгәмә шулай уҡ онотолмаҫ тәьҫир ҡалдырҙы. Заманында театрҙа төп ролдәрҙе башҡар­ған, киноларҙа төшкән актрисаның педагог эшмәкәрлеген һайлауы шулай уҡ иғтибарға лайыҡ күренеш. Уның уҡыусылары хәҙер бөтә Рәсәй буйлап таралған, тип әйтә алабыҙ. Хәҙер инде уны "Бабич" кинофильмы сценарийын яҙған авторҙарҙың береһе булараҡ та йыш телгә алабыҙ. Бабич рухын фильм аша ҡабаттан терелтеүҙә үҙ өлөшөн индергән Т. Бабичеваның тормош юлы фәһемле. Уның шәкерттәре – элек электән Бабич шиғырҙарын яттан һөйләгән оҫталар. Халыҡ рухы сәнғәттә сағыла. Ошо рухты һүндермәй һаҡлаусылар бар һәм буласаҡ. Танылған артистарыбыҙ Зәйтүнә Ғәзизова, Миңзәлә Хәйруллина, Сара Буранбаева, Зифа Дәүләтбаева һәм башҡа бик күптәр "Сәхнәгә арналған ғүмер" тапшырыуында күңел серҙәре менән ихлас бүлеште.
Ғәҙәттә, ҙур кәүҙәле артистарҙы күҙ уңында тотоп, ул тотош сәхнәне тултыр­ҙы, тип әйтәләр. Ә бәләкәй сибек кенә кәүҙәле оҫтаның сәхнәне тултыра алғанын беләһегеҙме? Бына шундай талант эйәләренең береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова. Һөнәрҙәштәре был сағыу актриса тураһында: "Миңниса Бакирова – залды тотошлайы менән үҙенә ҡарата белгән сәхнә оҫтаһы. Уның һәр бер өнө, һәр әйткән һүҙе иң артта ултырған тамашасыға ла барып етә", – тиҙәр. Уның да тормош юлы үҙенсәлекле. Эш башлаған тәүге йылдарында театр талаптарына, ҡалыптарына ярап бөтмәгәнлектән, режис­серҙарҙың да мөнәсәбәте уға төрлөсә була. Бөгөн иһә ошо бәләкәй буйлы актриса Стәрлетамаҡ театрында йөҙөп йөрөп эшләгән һәм сәхнәне күтәрә белгән оҫталарҙың береһе булып иҫәпләнә. Йәш быуын артистары уны, үҙҙәренең остазы, тип атай.
Ғаиләләре менән ғүмерҙәрен театрға арнағандар күпме! Һәр ғаиләнең ярған үҙ юлы, үҙе һалған сағыу төҫө бар. Стәрлетамаҡ филармонияһының "Аш­ҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмөндә эшләгән Райхана һәм Миң­леғәле Хәсәновтар быға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, оҫта бейеүсе һәм ҡурайсы Хәсәновтар үҙҙәренең юбилей кисәләрен үткәрергә әҙерләнеп йөрөй. "Сәхнәгә арналған ғүмер" тапшырыуының сираттағы сығарылышы уларҙың тормош юлына арналасаҡ. Алда пландар ҙур. "Бейеүҙәре минең асылым" тип белдерә Башҡортостандың халыҡ артисы Дамира Амангилдина. Уның менән дә бейеү серҙәре тураһында һөйләшербеҙ әле. "Сәхнәгә арналған ғүмер" тапшырыуының сираттағы сығарылышын 3 мартта эфирға тәҡдим итәсәкбеҙ.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй


«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме биреләсәк

Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!

25.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Рәхмәттәрем сикһеҙ, ҡәҙерлем!