RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Юлдаш” та – Яңы йыл

10.01.2018 “Юлдаш” та – Яңы йыл

“Юлдаш” та – Яңы йыл
йәғни “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап…”
Йыл һайын декабрь аҙағында “Юлдаш” радиоһы коллективы радио тыңлаусыларға мөғжизәле һәм тылсымлы байрам әҙерләй.
28 декабрь иртәһе…
“Юлдаш”та байрам, “Үткәндәрҙе барлап, Яңы йылға ҡарап…” исемле яңы йыл марафоны үҙ эшен башланы. Серле һәм мөғжизәле эфир тулҡындары… Шыл­тыратыуҙар, ҡотлауҙар, ҡыҙыҡлы уйындар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙан бүләктәр – барыһы ла күптән әҙер. Эйе, юлдаштарыбыҙ ҙа әҙер ине. Улар марафон көнөн оло түҙемһеҙлек менән көттө. “Алмаш-тилмәш” проектының һөҙөмтәһе билдәле булып, ат уйнатыуҙарын ишеткәс тә, “Юлдаш” төркөмөнә хәбәрҙәр яуа башланы ғына. Уларҙың һаны-иҫәбе лә юҡ, 68 меңдән ашыу кеше “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә инде.
Көн дауамында барған эфирҙа “Юл­даш”тың алып барыусылары ат эйәһен эҙләүҙәре хаҡында иҫкәртеп барҙы. Шарттар ябай – “Юлдаш”ты тыңлап, “Бәйләнештә” селтәрендәге яҙманы үҙ сәхифәңә беркетеп ҡуйырға кәрәк ине. Махсус программа буйынса улар араһынан автоматик рәүештә бер исем һайланды. Уйынға, йәғни атҡа дәғүә итеүсе юлдаштарыбыҙҙың һаны 3823 булһа, шуларҙың 2360-ы был мәғлүмәтте үҙенә беркетеп, бәхетле минуттарҙы көттө. “Яңы йылды көткән ваҡытта мөғжизәгә ышанырға кәрәк, әҙәм балаһын өмөт, ышаныс йәшәтә”, – ти “Юлдаш” хеҙмәткәрҙәре лә.
Әйткәндәй, сентябрь айында “Юлдаш” радиоһы “Алмаш-тилмәш” проектын иғлан итте. Иртәнге эфирҙы алып барған егеттәр – Филүс, Йәмил һәм Ғәзиз ҡулдан-ҡулға тапшырылған әйберҙәр сылбырын ручканан башланы. Тыңлаусылар интернетта тәҡдимдәрен яһаны. “Юлдаш” яҙыулы ручкаға Айнур Күскилдин эйә булды, ә проектҡа ул фитнес-беләҙеген ҡалдырҙы. Шулай итеп, алмашыуҙар ҡуласаһы әйләнә башланы. Һәм, ниһайәт, ул атҡа ла барып етте. Уны Хәйбулла районы фермеры Урал Таймаҫов электр көтөүсегә алмаштырҙы. Бына шулай “Юлдаш”тар атлы булды. Был уйын ябай булһа ла, көсөргәнешле барҙы. Ат хужаһы 21 сәғәт 30 минуттан һуң билдәле булды. Ул – Ейәнсура районының Бикбирҙе ауылынан Әминә Исхаҡова. Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Атыбыҙ төп бүләк булһа, был көндө эфир­ҙа үткән башҡа уйындарҙа ла һәр кем ҡатнашып, “Юлдаш” радиоһының бүләген ота алды, үҙенең яҡындарын Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. Ә ҡала буйлап сәфәргә сыҡҡан “Юлдаш” Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы радио тыңлаусы дуҫтарыбыҙ, улар араһында билдәле шәхестәр – Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр диктор-ветераныбыҙ Лира Фәйзуллина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллинға байрам бүләген өләште. Шулай уҡ Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу Өфө ҡалаһының Ирекмәндәр ойошмаһы менән Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан республика балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютына инеп, балаларға байрам кәйефе, күңел йылыһы өләште.
Серле, мөғжизәле Яңы йыл марафонының һәр сәғәтендәге ҡунаҡтар үҙҙәренең йыл уңыштары тураһында һөйләне, яңы йыл ҡотлауҙарын еткерҙе. Улар араһында 2017 йылда төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанған билдәле замандаштарыбыҙ, көнитмешебеҙҙә күптәрҙе борсоған актуаль һорау­ҙар­ға яуап бирерлек белгестәр ҙә булды. Моңло, байрам йырҙары менән үрелеп барған эфирыбыҙ кисен дәртле бейеү көйҙәре менән дауам итте. Был марафон бар тыңлаусыларыбыҙға бер йылға етерлек дәрт-көс өҫтәп, мөғжизәгә ышанғанда, ерҙә дуҫлыҡ-татыулыҡ, берҙәмлек булғанда, килер йылдар ҙа мөбәрәк булыр, тигән изге хис-тойғолар уятты.
Сәриә РАМАЗАНОВА.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы


Йырҙарынан йәндәр таба дауа

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йырҙарынан йәндәр таба дауа


Республика байрамына оло бүләк

13.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Республика байрамына оло бүләк


«Бар донъяны бүләк итер инем...»

08.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бар донъяны бүләк итер инем...»


Ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН: «Бөрйән балын ғына ашайым»