RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йырланы, моңланды “Иҙел”

27.12.2017 Йырланы, моңланды “Иҙел”

Йырланы, моңланды “Иҙел”Республикала йәнә бер йыр бәйгеһе үтте

Быйыл Өфө ҡалаһында етенсе тапҡыр ике туғандаш республика – Башҡортостан һәм Татарстандың йәш таланттарын таныштырған, дуҫлаштырған, мәҙәни майҙанға туплаған, ике милләт араһында йыр сәнғәтен күтәргән “Иҙел” халыҡ-ара йыр фестиваль-конкурсы үтте. Ике көн барған йыр байрамында һайлап алыу турын үткән 27 профессиональ белем алыусы йәш йырсы һәм 10 – 14 йәштәге балалар төрлө номинацияла үҙ көсөн һынаны.

Был бәйгенең үҙенсәлеге шунда: тамашасылар бер нисә сәғәт арауығында халыҡ, эстрада, классик йырҙарҙы тыңлай ала. Ә бына жюри ағзаларына һис кенә лә еңелдән түгел, улар һәр йүнәлеште профессиональ кимәлдә баһаларға тейеш. Флүрә Килдейәрова, Зилә Сөнәғәтуллина, Альберт Шаһиев, Илһам Вәлиев, Урал Иҙелбаев кеүек билдәле йыр сәнғәте әһелдәре, йәш, әммә ҙур уңыштарға өлгәшкән йырсылар Айгөл Һағынбаева, Филүс Ҡаһиров йәш таланттарҙың сығышына үҙ фекерен еткерҙе. Жюри рәйесе вазифаһын йыл һайын Рәсәйҙең һәм Татарстандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Ринат Ибраһимов башҡарып килде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйылғы фестивалдә ҡатнаша алманы, был еңел булмаған миссия Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиевҡа тапшырылды.
Бәйгеселәргә ҡарата талаптар ҡаты булды. “Башҡорт халыҡ йыры”, “Татар халыҡ йыры”, “Автор-башҡарыусы”, “Башҡорт эстрада йыры”, “Татар эстрада йыры”, “Академик йырлау” һәм “Балалар йырлай” номинациялары буйынса сығыш яһаусылар тәүге көндә баһалама ағзалары алдында һынау тотто. Ике республиканан тыш, унда Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Грузиянан һәм Үзбәкстандан да ҡатнашыусылар үҙен һынаны. Ябай тамашасы булараҡ фекер йөрөткәндә, һәр йырсы матур сығыш яһаны, улар­ҙың барыһы ла еңеүсе исеменә лайыҡ булырлыҡ ине. Әммә профессиональ йырсылар һәм педагогтар бөтөнләй икенсе төрлө фекер йөрөттө. “Башҡорт халыҡ йыры” номинацияһына бер юлы ике егет – ике Алмас лайыҡ булды. Нимәһе ҡыҙыҡ, улар икеһе лә Баймаҡ районынан, икеһе лә Өфө дәүләт сәнғәт институтының 1-се курс студенты (профессор Фәр­зәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класы). Алмас Хөсәйенов – Сибай сәнғәт колледжын, Сирусин иһә Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Егеттәрҙең икеһе лә “Татарстан. Яңы быуат” телеканалында башланасаҡ яңы проектҡа саҡырыу алды. Алмас Хөсәйеновҡа шулай уҡ Татарстан Мәҙәниәт министрлығының махсус бүләге тапшырылды. “Автор-башҡарыусы” номинация­һында Баймаҡ егете Денис Илсебаев еңеүсе тип табылды. Ул да Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз бүлегендә белем ала.
Ҡазан ҡалаһынан килгән 10 йәшлек Камила Михайлова татар халыҡ йыры “Һандуғас”ты йырлап, “Балалар йырлай” номинацияһында еңеү яуланы. Яҡташыбыҙ Элина Хәкимова – 3-сө, Ҡазан таланты Илсаф Ғилмутдинов 2-се урын алды. “Татар эстрада йыры” номинацияһында еңеүсе тип яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ егете Раушан Сөләймәнов табылды. Ә бына талапсан жюри ағзалары “Татар халыҡ йыры” һәм “Башҡорт эстрада йыры” номинацияларында 1-се урынды тапшырмаҫҡа ҡарар итте. Уларға тәғәйен бүләктәр икенсе йылдың еңеүсеһенә тапшырыласаҡ. Иң көсөргәнешле бәйге “Академик йырлау” номинацияһыда булғандыр. Иң күп һәм иң талантлы бәйгеселәр тап ошо исем өсөн көрәште. Был ғәҙәти, сөнки профессиональ йырсылар тап ошо йүнәлештә үҙҙәрен һынап ҡарарға теләй. Айырыуса Ҡазан дәүләт консерваторияһы студенттары әүҙемлек күрһәтте. Еңеүсе исеменә тап ошо уҡыу йортонда белем алыусы Алиса Мамина лайыҡ булды. Ә Грузиянан килгән Ия Тепнадзе менән Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Лиана Иҙрисова 2-се урынды бүлеште.
Гала-концертты асып, тамашасыларҙы, еңеүселәрҙе, сәнғәт әһелдәрен Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, “Татар моңо” конкурсын ойоштороусы, Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институты доценты Илһөйәр Шиһапова, Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Марс Туҡаев тәбрикләне. Улар ошо конкурсты ойоштороуға, үткәреүгә ҙур көс һалған Лилиә Бәҙәмшинаға рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен юлланы. Йыр сәнғәтенә яңы исемдәр алып сыҡҡан, башҡорт һәм татар йырҙарын популярлаштырған фестивалдең әһәмиәте ҙур. Әммә ундай ҙур сараны үткәреү өсөн бик күп сығым, ваҡыт һәм көс талап ителә. Ул мәшәҡәттәрҙе йырып сығып, матур байрам яһаған Лилиә Әхмәт ҡыҙы.
– Яңғыҙ кешегә был сара – йырып сыға алмаҫлыҡ ҙур эш. Фестиваль ойошторолғандан алып ярҙам иткән ике республиканың да Мәҙәниәт министрлыҡтарына, Бөтә донъя татар конгресына, Баш­ҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына, Өфө ҡала хакимиәтенә, барлыҡ бағыусыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Шундай терәк булғанда, фестивалдең тарихы туҡталмаҫ, йылдар буйына дауам итер, – тине ул.
Гала-концертта ҡатнашҡан, фес­тивалдең үткән йылдарҙағы лауреаттары Нурзидә Әбизова, Руслан Ғәббәсов, Лилиана Ғәзизова һәм Рәфис Сирусиндың йырҙарын тыңлаған һәр кем уларҙың юҡҡа ғына еңеүсе исемен йөрөтмәгәнен аңлағандыр. Ете йыл буйы кемдәр генә ҡанат нығытмаған “Иҙел”дә?! Фестиваль үтте лә, бер йылға эшен туҡтатты, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Еңеүселәрҙе Ҡазан ҡалаһы ҡунаҡҡа көтә: конкурс лауреаттары апрель айында ҡан ҡәрҙәштәребеҙ алдында сығыш яһаясаҡ. Тимәк, фестиваль йәштәр өсөн ҙур йылғаның башлан­ғысы – шишмә генә булып тора. Шул шишмәләр бергә ҡушыла-ҡушыла, даръялар­ҙай киң, йырға мул “Иҙел” барлыҡҡа килә!

Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Йырланы, моңланды “Иҙел”
Йырланы, моңланды “Иҙел”
Йырланы, моңланды “Иҙел”
Йырланы, моңланды “Иҙел”
Йырланы, моңланды “Иҙел”










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы