RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бер ғаиләлә – өс баянсы

11.11.2017 Бер ғаиләлә – өс баянсы

Бер ғаиләлә – өс баянсы
йәки Ынйы Вәдүтова ҡабат сәхнәгә сығырмы?

Һомғол буйлы, нескә билле, сибәр, нәзәкәтле генә ҡыҙ баланың сәхнәлә үҙе ауыр, үҙе ҙур баянды күтәреп уйнап торғанын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Әгәр ҡасандыр күргәнегеҙ булһа, тимәк, һеҙ Ынйы Вәдүтованың ижады менән яҡындан таныш. Уны атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле музыкант Рәжәп ағай ВӘДҮТОВ алты йәшенән үк музыка мәктәбенең баян класына уҡырға биргән.

– Ынйы, музыка мәктәбендә шөғөлләнә башлағас та сәнғәткә, музыкаға һөйөү уяндымы?
– Атайым көн һайын эштән тыш өйҙә лә яңы көйҙәр, әҫәрҙәр өйрәнә, репетиция яһай торғайны. Гел генә баян моңдарын ишетеп үҫкәнгәме, бала саҡтан йыр-моңдо яраттым. 4 – 5 йәштә үк атайым, музыка ҡоралдарын уйынсыҡ итеп уйнатҡанымды күреп, бәләкәй генә гармун алып бирҙе. Ҡустым менән икәү шуны уйнаттыҡ. Музыка мәктәбенән тыш, бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм. Тик йәш музыканттар конкурстарында ҡатнаша башлағас, ваҡыт етмәү сәбәпле, уны ташларға тура килде. Ике тапҡыр баянды ла ташларға тырышып ҡараным, әммә өйгә килеп өгөтләгән уҡытыусыларҙың һүҙен йыға алманым. Ә һөнәргә килгәндә, олатай-өләсәйҙәрем уҡытыусы булып эшләне. Мин ниңәлер уларға оҡшар­ға тырыша инем, уларҙың юлын дауам итермен, тип уйланым. Бер осор табип булырға ла хыялландым. Тик мәктәптә 9-сы класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға барырға булдым. Был үҙ теләгем менән яһаған аҙымым ине. Тырышлығым да булды, талант та юҡ түгелдер. Һәр хәлдә, училищены ҡыҙыл дипломға тамамлап, сәнғәт институтында уҡый башланым.
– Һинең билдәле шәхес балаһы икәнеңде курсташтарың белә инеме?
– Әлбиттә. Тик талаптар барыбыҙға ла ҡаты булды. Танышлыҡ менән уйнап булмай бит, тырышлыҡ кәрәк. Киреһенсә, атайымдың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйем тип, икеләтә, өсләтә күберәк эшләргә тура килде.
– Ҡыҙ бала өсөн баян ауыр бит ул...
– Әлбиттә, ауыр. Күтәрергә лә ауыр, уйнарға ла. Сәнғәт училищеһында насарыраҡ уҡыған студенттарҙы хор-дирижерҙар бүлегенә күсереү менән янайҙар. Хәҙер уйлап ҡуям, насар уҡырға ла, шунда күсергә кәрәк булған. Шулай ҙа институттың тәүге курсын уҡып бөткәс, күңелдә тартҡылашыу башланды. Эстрада вокалы бүлеге беҙҙә юҡ ине әле, Ҡазанға күсеү өсөн ғариза яҙғайным (унда күсеү мәсьәләһе хәл ителеп бөткәйне инде, хатта дөйөм ятаҡ бүлмәһендә урын да бирелгәйне), тағы ла уҡытыусыларымдың өгөтләүе башланды. Ебәргеләре килмәгәс, уҡыуымды Өфөлә, тик думбыра класында дауам итергә булдым.
– Рәжәп ағай бына инде 45 йыл буйы йән дуҫы – баянынан айырылмай. Ә һинең баянсы стажың бармы?
– Бер көн дә эшләмәнем. Институттың беренсе курсынан бирле уны ҡулыма ла алғаным юҡ. Институтты тамамлағас, филармонияға думбырасы булып эшкә урынлаштым. Элек баянда сәхнәлә йыш уйнаным, атайым йыш ҡына ижад кисәләрен ойоштора ине. Беҙ унда һәр ваҡыт ғаилә менән сығыш яһаныҡ. Әйткәндәй, 13 йәшемдә данлыҡлы бейеүсе Рәүилә Хажиева ярҙамы менән “Бишбармаҡ”ты өйрәнеп, бейеү менән сәхнәгә сыҡтым.
– Ә йыр менән ҡасандан ҡыҙыҡһынаһың?
– Училищела уҡығанда башланды. Шул йылдарҙа уҡ тәүге йырҙарымды ижад иттем, “Йәшлек-шоу” бәйгеһендә ҡатнашып ҡараным. Арта­бан инде “Гәлсәр һандуғас” телефестивалендә ҡатнашып, ижади тормошҡа сумдым. Хатта атайымдан гастролдәре мәлендә тамашасылар: “Һеҙ Ынйы Вәдүтованың атаһымы әллә?” – тип һорай башлағандар.
– Рәжәп ағай йырлаймы һуң?
– Эйе, һәр ваҡыт тигәндәй йырлап, көйләп йөрөй. Тик кеше алдында бөтөнләй йырламай, ояла шикелле. Миңә уның тауышы оҡшай, моңо бар.
– Сәхнә һағындырамы?
– Һағындыра ла кеүек, шул уҡ ваҡытта икенсе һөнәр тураһында ла уйланам. Кейәүгә сығып, бер-бер артлы өс балам тыуҙы, ете йыл декрет ялында ултырам. Һуңғы тапҡыр 2015 йылда, “Гәлсәр һандуғас” проекты үҙ эшен тергеҙгәс, сәхнәгә сыҡҡайным. Йырлағы килә, тик донъя мәшәҡәттәре баҫып бара шикелле.
– Әсәйең ниндәй һөнәр эйәһе? Белеүемсә, ҡустың Илсаф та сәнғәт юлынан киткән...
– Әсәйем – иҡтисад белгесе, Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса сәнғәттән алыҫ булһа ла, йырға, баян моңона битараф түгел. Әйтеүе буйынса, ул иң тәүҙә атайымдың гармунда уйнауына иҫе киткән, аҙаҡ ҡына үҙенә ғашиҡ булған. Беҙҙе элек-электән үҙе менән бергә концерттарға, спектаклдәргә йөрөттө, сәнғәткә ылыҡтырҙы. Ҡустым да баян буйынса белем алды, көйҙәр, музыкаль әҫәр­ҙәр ижад итә. Ике тапҡыр Германияла үткән халыҡ-ара фестивалдә лауреат булды, Европа илдәрендә сығыш яһаны.
– Рәжәп ағай тормошта ниндәй кеше? Беҙ белмәгән ниндәй таланттары бар?
– Үтә лә тырыш һәм талантлы кеше. Бала саҡ йылдары ауыр ваҡытҡа тура килгән. Ул, беләһегеҙме, нисек баянда, гармунда уйнарға өйрәнгән? Дәфтәр битенә телдәрҙе төшөрөп, һандар яҙып. Сөнки уйын ҡоралы алырлыҡ мөмкинлеге булмаған. Үҙенә маҡсат ҡуйып, уны мотлаҡ тормошҡа ашырып йәшәй ул. Бер уйлап ҡараһаң, атайға музыкаль белем алыу кәрәкмәгән дә кеүек: былай ҙа баянда уйнай белә, мәжлестәргә саҡырылып йөрөгән. Етмәһә, көйҙө бер тыңланымы, отоп та ала, уйнап та ебәрә. Әммә профессиональ белем алып, ноталар өйрәнеп, хыялын тормошҡа ашырҙы, тәжрибә тупланы. Классиканы ла, халыҡ ижадын да, эстраданы ла берҙәй булдыра алған музыканттар бик-бик һирәк була. Етмәһә, тиҫтәнән ашыу халыҡ көйәнә, йырына эшкәртмәләре бар, улар махсус музыка уҡыу йорттарының программаһына индерелгән. Хәҙер ҙә көн һайын шөғөлләнә, мин быны беләм, тип үҙенә ялҡауланырға ирек бирмәй. Тағы ла һүрәт төшөрөргә ярата, ваҡыты булғанда йорт йыһаздарын ҡайтанан тергеҙә, йәғни реставрация яһай. Иҫке баяндарҙы, гармундарҙы, башҡа музыка ҡоралдарын йүнәтә.
– Атайығыҙ һеҙгә ҡарата талапсан булдымы?
– Һәр ваҡыт гастролдә йөрөгәс, атай һағынып ҡайта ла, беҙҙе иркәләп, яратып ҡына торҙо. Тәртип һәм уҡыу буйынса әсәй талапсаныраҡ булды. Ғөмүмән, ижад кешеһенең донъяуи мәшәҡәттәргә артыҡ ҡыҙыҡһыныуы булмай. Шуға күрә әсәйем атай­ға рәхәтләнеп эшләрлек бөтөн мөмкинлекте булдырыр­ға тырышты. Йорт эштәрен, балалар тәрбиәләүҙе күберәк үҙ иңенә алды. Атай беҙгә музыкант булараҡ ҡына талапсанлыҡ күрһәтте. Әйткәндәй, бала саҡта ул беҙҙе үҙе менән бергә бер нисә тапҡыр гастролгә лә алып сыҡты. Матур тәбиғәт, ят кешеләр, ауыл клубы иҫемдә ҡалған. Ә йәй көндәребеҙ олатай менән өләсәй янында үтте. Хәҙер инде улар янына бүлә-бүләсәрҙәр ҙә ҡайта.
– Характерың буйынса кемгә нығыраҡ оҡшағанһың?
– Әсәйемә шикелле. Һәр хәлдә, беҙ уның менән әхирәттәрсә аралашабыҙ. Барлыҡ серҙәремде лә ул белә, аңлай, кәңәштәрен бирә.
– Ә ирең ниндәй һөнәр эйәһе?
– Рәис менән танышҡанда ул журналист булып эшләй ине. Сәнғәттең әсе-сөсөһөн белгән, йыр яратҡан кеше булараҡ, минең ижади тормошомдо аңлап ҡабул итте. Йыр­ҙарыма ла битараф түгел.
– Балаларыңдың сәнғәт юлынан китеүен теләйһеңме? Уларҙа талант бармы?
– Талант тип әйтергә әле иртәрәктер, ҡысҡырып илауҙарына ҡара­ғанда, Хоҙай тауышты йәлләмәгән кеүек тойола (көлә – авт.). Теләктәре булһа, музыка мәктәбенә, бейеүгә йөрөтөргә ризамын. Тик тормоштарын сәхнә менән бәйләүҙәрен теләмәҫ инем. Сәнғәт – ул көслө кешеләр донъяһы. Һәр ваҡыт алға барырға, тик ундағы тормош менән генә йәшәргә кәрәк. Шул осраҡта ғына ниндәйҙер уңыштарға ирешергә мөмкин. Балаларға килгәндә, иң мөһиме, иҫән-һау, бәхетле, изгелекле булып үҫһендәр. Ә беҙ ҡулдан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Илдә тыныс, күңелдә нур булһын!
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ынйы! Шулай ҙа, яҡын киләсәктә һине яңы йырҙар менән сәхнәлә күрербеҙ, тип ышанғы килә! Ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын үҙеңә!

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы