RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » “Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”

13.10.2017 “Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”

“Нимә оҡшамай, Рафиҡ?”
«Юлдаш» радиоһының тапшырыу яҙҙырыу студияһы. Пультта режиссер Гөлнур Моталлапова эшләй.
– Зөһрә, ошо урында етеҙерәк уҡы. Ә бында ҡатыраҡ әйтергә кәрәк. Рафиҡ, ә һин яңылыҡтар форматын онотоп тор. Ябайыраҡ, тормошта нисек һөйләшәһең, шулайыраҡ уҡы. Яраймы!
Студияға күҙ һалам. Микрофон алдында – хәбәрселәр Зөһрә Арсаева һәм Рафиҡ Әхмәтшин. Улар уртаҡ проекттарын яҙҙырып ултыра. «Юлдаш» радиоһында донъя күрәсәк рубрикаларҙың береһе «Нимә оҡшамай, Рафиҡ?» тип атала.
Уның маҡсаты – тормоштағы проблемаларҙы шаян формала асыу.
Беренсе сығарылыш өсөн «Ни өсөн мәктәптә ата-әсәләрҙән аҡса һығалар?» тигән тема һайланған.
«Парталар, ултырғыстар өсөн дәүләт аҡса бүлә, ә ата-әсәләр түгел. Класты ремонтлау ҙа мәктәп иҫәбенә башҡарыла. Иҙән йыуыусыға, ҡа­рауылсыға эш хаҡы түләнә. Федераль стандарттар буйынса ҡаралған дәрестәр бушлай үткәрелә. Белем усағы биләмәһен төҙөкләндереү ҙә ата-әсә иңенә ятмай. Аҡса йыябыҙ икән, ул класс фонды өсөн генә. Байрам үткәреү, балаларға бүләк алыу, киноға, театрға барыу өсөн. Һәр класта ата-әсәләр комитеты эшләй һәм ул аҡсаны дөрөҫ тотоноу өсөн яуаплы...
Әгәр ата-әсәләр балаһы уҡыған класты ремонтларға, мәктәп биргәнгә ҡарағанда яҡшыраҡ, уңайлыраҡ мебель алырға теләй икән, бындай мөмкинлек бар», – ти Зөһрә.
Был Зөһрә менән Рафиҡтың тәүге уртаҡ проекты түгел. Улар 90-сы йылдарҙа, студент саҡтарында, «Баш­ҡортостан» радиоһында «Етегән» (авторы – Ф. Баһауетдинова) тапшырыуында махсус рубрика алып барған.
– Ул саҡта рубрикабыҙ һәләтле студенттар тураһында ине. Ә бында Рафиҡҡа кәмселектәрҙе, хаталарҙы күргән, ҡайһы саҡ хатта «мыжығыраҡ» ир роленә инергә тура килә. Мин, киреһенсә, эшлекле һәм тыныс, бөтә һорауҙарға ла яуап биргән ҡатын сифатында. Образға инербеҙ, яныбыҙҙа беҙгә ышанған, беҙҙе өйрәткән үҙ эшенең оҫтаһы Гөлнур Мирза ҡыҙы бар бит, – тип йылмая Зөһрә.
Хәбәрселәр киләһе тапшырыу­ҙарында «Термометр: терегөмөшлөмө, электронмы», «Иҫерек водителдәр», «Һаҡ булығыҙ, эштә киҙеү», «Үтескә алынған энергия» тигән темаларҙы яҡтыртмаҡсы.
Ижади парға уңыштар теләйбеҙ!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй