RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

31.08.2017 “Сәләм, студент!”

“Сәләм,  студент!”
1 сентябрь. Салауат батыр майҙаны.
Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Баш ҡаланың юғары һәм махсус һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттары был әйтем менән, һис шикһеҙ, килешәлер. Ғилем тауына артылыр алдынан, йәйге ялдың аҙаҡҡы шауҡымы булып Өфөлә 16-сы тапҡыр “Сәләм, студент!” исемле сара үтә. 1 сентябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янында йәштәр өсөн кисәләр ойоштороуҙың үҙенсәлекле йолаға әүерелгән сираттағыһы ла кәйефтәрҙе күтәрер, күңелдәргә дәрт-осҡон һалыр ваҡиға булырына шик юҡ.

Йыл һайын студенттар байрамына ун меңләп кеше килә. Батыр һәйкәле янындағы майҙанға Өфөлә белем эстәгән егет-ҡыҙҙар ғына түгел, баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ла йыйыла. Быйыл “Сәләм, студент!” кисәһе төрлө милләт вәкилдәрен саҡыра. Баш ҡалабыҙҙа байтаҡ ил һәм төбәк вәкилдәре белем ала, һәм тап шундай шарттарҙа, йәштәр мөхитендә күркәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә нигеҙ һалына. Быйылғы студенттар байрамы халыҡ-ара татыулыҡты нығытыу, баш ҡалабыҙҙа уҡыған һәр халыҡ вәкиленең дә мәҙәни зауыҡтарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатын ҡуя. Дуҫлыҡ-татыулыҡ, үҙ-ара аңлашыу­санлыҡ булған ерҙә энә менән ҡойо ҡаҙыу ҙа ул тиклем ауыр түгел.
Ә белем тауына үрләгәндә, ике тәгәрмәскә атланһаң, еңелерәктер. Шуға күрә быйыл да байрамдың төп бүләге – велосипед иң зирәк, иң етеҙ һәм иң тапҡыр ҡатнашыусыға инселәнгән. Унан башҡа кисәгә килгән ҡунаҡтарҙы шәп приздар, эстрада “йондоҙ”ҙарының сығыштары, кү­ңелле уйындар, флешмоб көтә. Сара киске сәғәт биштә “Тамыр” студияһы балаларының концерты һәм квест менән башлана. Теүәл алтыла байрам­ға йыйылған бөтә Өфө студенттары йәштәр гимнын башҡарасаҡ, “Уфимская волна” конкурсы еңеүселәре менән яҡындан таныша ала, ә сәғәт етенән һуң иркен майҙанда “Юлдаш” каналы ойошторған бай йөкмәткеле концерт-дискотека йәштәрҙе һәм күңеле менән йәш ҡалғандарҙы бейетәсәк, кәйефтәрҙе күтәрәсәк. Яңы башланған уҡыу миҙгеленә дәрт һәм сәм тупларға теләгән егет һәм ҡыҙҙар, ялын күңелле үткәрә белгән һәр кем байрамға рәхим итһен!

Ғәзиз ӘБДЕЛМӘНОВ,
“Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Иң-иң”дәр “Байыҡ”та кемдәр?!


"Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!

18.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Йөрәк һүҙе" тамам! Хайсаровтар еңеүсе!


Туған тел

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туған тел


Нәркәс сәхнәгә ҡайта!

14.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Нәркәс сәхнәгә ҡайта!


«Яҙмыштарҙа – ил тарихы»

13.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Яҙмыштарҙа – ил тарихы»


Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!

07.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Ал да нур сәс халҡыңа, Радик!


Тынмаһын сулпы сыңдары

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Тынмаһын сулпы сыңдары


Әҙәби уҡыуҙар

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Әҙәби уҡыуҙар


Актер булмаған йырсы

06.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Актер булмаған йырсы


Элвин Грей «Татнефть-Арена» ны ла тултырҙы!

“Артист булмаһам, артист булыр инем”,

02.12.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Артист булмаһам, артист булыр инем”,


«Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй

30.11.2018 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Иман» яҡшылыҡҡа әйҙәй