RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты

30.10.2015 “Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты

Өфөлә “Юлдаш” йыры – 2015” конкурсының гала-концерты үтте.

Николай Расторгуев, Надежда Бабкина менән бер сәхнәлә сығыш яһаусы Бүздәк егете Филүс Вәлиев, 20 йыл ҡояшлы Ташкентта ғүмер итеп, ниһайәт, тыуған яғына ҡайтып төпләнеүсе Римза Бай­сурина, ветеринар Фәрит Йосопов, музыкант Резеда Әхмәтова, студенттар Руслан Солтанбәков менән Салауат Фәтҡуллин, эшҡыуар Ринат Тулыбаев, төҙөүсе Фәриҙә Әх­мәтнурова, тәрбиәсе Рәсимә Ди­нисламова, иң дәртле егеттәр Фәрүәз Камалетдинов менән Рус­лан Фазлетдинов, инженер Эльвир Ишкилдин, һатыусы Раушания Сынбулатова, ҡурайсы Әхмәт Мө­хәмәтйәнов, директор Зөмәрә Хызырова, Нуримандан килеүсе Нәғилә Шөғәйепова… Был исемлектә “Юлдаш” йыры” конкурсы асҡан “йондоҙҙар” барланған. Алты йыл рәттән Башҡортостан радиоһының “Юлдаш” каналы “Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел” девизы аҫтында һәүәҫкәр йырсыларҙы сәхнәгә сығара, халыҡҡа таныта. 16 йәштән 60 йәшкә тиклемге үҙенсәлекле талант эйәләре көсөн һынап, ғүмерҙәрендә бер тапҡыр булһа ла баш ҡала сәхнәһендә сығыш яһап, онотолмаҫлыҡ хәтирәләргә күмелә. Ә башҡорт йыр сәнғәте ошо арауыҡ эсендә әллә күпме яңы исемгә, йырға байыны. Айгиз Ханов, Илдар Жамалов, Фәнис Сирбаев, Эльвира Ҡолоева, Илнар Миранов кеүек “Юлдаш” ҡабыҙған йырсылар – бөгөнгө көндә сәхнә биҙәге. Конкурста еңеү яулауҙан ҡанатланып, тормошон йыр менән бәйләүселәр, төрлө ҡалаларҙың сәнғәт училищеларына уҡырға инеүселәр күп.

“Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты“Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты“Юлдаш” йыры”ның үткән йылдарҙағы еңеүселәре лә быйыл­ғы концерттан ситтә ҡалманы. 2013 йылғы лауреаттар Ле­нар Солтанов, Дәүләкән ҡыҙы Айгөл Ғәзиева, Рифат Шәрәфетдинов, гимназия уҡыусыһы Рүзилә Ишмө­хә­мәтова, Рита Вахитова, хоҡуҡ белгесе Римма Исламова менән бергәләп сығыш яһаны. Ә Ғафури таланты Светлана Сөләй­мәнова яҡташы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин менән дуэт башҡарҙы.
Концертта, “Төйәләҫ”, “Со­ҡан батыр”, “Хан ҡыҙы” кеүек халҡыбыҙҙың мәшһүр йыр­ҙары менән бер рәттән, “Мәтрүш­кәләр”, “Ел, ерәнем”, “Аҡсарлаҡлы күл” кеүек киң билдәле ретро йыр­ҙар ҙа яңғыраны. Сибай ҡалаһынан килеүсе Ринат Тулыбаев Ишмулла Дил­мөхәмәтов мираҫы булған “Йыр­ҙарым”ды башҡарғас, тамашасылар уны көслө алҡыштарға күмде. Үҙешмәкәр ижадсылар Светлана Сөләймәнова, Рәсимә Динисла­мова, Фәриҙә Әхмәт­нуро­ва үҙҙәре ижад иткән йырҙар менән сығыш яһаһа, “Асы” төркөмө ҡыҙҙары дәртле йыр башҡарып, йәштәр­ҙең күңелен яуланы.
Тәүләп ҙур сәхнәлә сығыш яһарға батырсылыҡ иткән та­ланттарға билдәле йырсылар, башҡорт йыр сәнғәте “йондоҙҙары” Хәсән Усма­нов, Лилиә Бикти­мерова, Рөстәм Шаһыба­лов, Ве­нера Юлгилдина, Фәнүнә Сиражет­динова, Резеда Шәрә­фетдинова, Әлим Ҡәйүмов, “Юлдаш” йыры” – 2014” конкурсы еңеүсеһе Дилбәр Нурғәлиев фатихаларын йыр-моңдары менән еткерҙе.
Тамаша залында күпләп әбйә­лилдәрҙе, көйөргәҙеләрҙе күрергә була ине. Улар үҙҙәренең яҡташ бәйгеселәрен дәртләндерер өсөн машиналар, хатта автобустар яллап килеп еткән. Тәнәфес ваҡытында улар, етеҙлектә лә, отҡорлоҡта ла, талантта ла көс һынашып, “Юлдаш” радиоһынан тәмле бүләктәр отто.
Йырҙың бәҫе, ҡото, матурлығы сәхнәлә йырлағандан ғына артмай. Һуңғы арала йырсылар конкурстары күбәйҙе, тип тәнҡит һүҙҙәрен күп әйтәбеҙ. Әммә уларҙың һәр береһенең үҙ урыны, үҙ кимәле һәм үҙ ҡатнашыусыһы бар. Халыҡ араһында йырлап йөрөүселәр оло сәхнәне, ошондай бәйгеләрҙе маҡсат итеп ҡуйып, алға ынтыла, үҫешә икән, тимәк, йыр сәнғәте лә камиллаша барасаҡ. Конкурста ҡатна­шыр­ға теләк белдергән 50-нән ашыу йырсының финалға үтә алмағандары араһында үпкәләүселәр булһа ла, күптәрҙең, үҙҙәренең хаталарын танып, икенсе йылда еңеү яулау өсөн тағы ла сәмләнеберәк, тырышыбыраҡ йыр өйрәнгәнен беләм. Һәр йылтыраған алтын булмағандай, бөтә ҡатнашыусыларҙы ла ысын йырсы тип әйтеп булмай, әлбиттә. Был концертта үҙ ауылында, үҙ төйәгендә генә билдәле булып йөрөүсе таланттар менән тамашасы таныша алды.
“Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты“Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡытты“Юлдаш” “йондоҙҙар” балҡыттыБашҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, шағирә, Шә­йехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тамара Юлдашева, “Юлдаш” йыры – 2014” конкурсы еңеүсеһе Сәлимә Ғари­фуллина, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы директоры Фәнүр Йәғә­фәров­тан торған баһалама комиссияһы йыл дауамында һәр бәйгесенең йырҙары менән генә түгел, репетициялар ваҡытында үҙҙәре менән дә танышып, аралашып, үҙҙәренең уй-теләктәрен, тәнҡит һүҙҙәрен еткер­ҙе. “Иң-иң”дәр ара­һынан “иң-иң” берәүҙе һайлау еңел түгел. Ә шулай ҙа оҙаҡ фекер алыш­ҡандан һуң улар урындарҙы шулай билдәләне:

Гран-при – Күгәрсен районы егете Эльвир ИШКИЛДИН.
1-се урын
Ринат ТУЛЫБАЕВ, Сибай ҡалаһы,
Филүс ВӘЛИЕВ, Бүздәк.
2-се урын
Резеда ӘХМӘТОВА, Балтас,
Рәсимә ДИНИСЛАМОВА, Хәйбулла,
Нәғилә ШӨҒӘЙЕПОВА, Нуриман.
3-сө урын
Рүзилә ИШМӨХӘМӘТОВА, Бөрйән,
Руслан ФАЗЛЕТДИНОВ, Учалы,
Зөмәрә ХЫЗЫРОВА, Әбйәлил,
Рима ИСЛАМОВА, Өфө ҡалаһы.
Номинациялар
“Йондоҙло миҙгел”
Светлана СӨЛӘЙМӘНОВА, Ғафури,
Салауат ФӘТҠУЛЛИН, Стәрлебаш.
“Асыш һәм ихтирам”
Фәриҙә ӘХМӘТНУРОВА, Краснокама,
Римза БАЙСУРИНА, Бүздәк.
“Өмөт”
Айгөл ҒӘЗИЕВА, Дәүләкән ҡалаһы,
Руслан СОЛТАНБӘКОВ, Салауат ҡалаһы,
Әхмәт МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Дәүләкән районы.
“Йырға тоғролоҡ”
Фәрүәз КАМАЛЕТДИНОВ, Архангел,
Раушания СЫНБУЛАТОВА, Көйөргәҙе.
“Тыуған яҡ йырсыһы”
“Асы” төркөмө, Белорет.
“Илһөйәрлек рухы”
Фәрит ЙОСОПОВ, Баймаҡ.
“Тамашасы һөйөүе”
Раушания СЫНБУЛАТОВА, Көйәргәҙе районы.

Шулай уҡ конкурста ҡатнашҡан, әммә финалға үтә алмаған Силәбе ҡыҙы Миңһылыу Тойғонова, Йы­лайыр районынан Фәрит Аман­таев, Яңауыл ҡалаһынан Хәлисә Наси­бул­лина, Миәкә районынан Мар­сель Йосопов Һәм Мәсетленән Илүзә Әхмәтйә­новаға ла дипломдар тапшырылды. Былтыр финалға үтеп тә, гала-концертҡа килеп өлгөрмәгән Бөрйән таланты Гүзәл Сырлыбаева ла сәхнәгә сыҡты.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бағыусылар – “Йоматау” шифаханаһы, “Сәләмәт ғаилә” медицина үҙә­ге, “Урал батыр” тур-операторы, “Хазина-тур” агентлығы, Нефтекама икмәк заводы, Элла Карамова етәкселегендәге Өфө визажистар клу­бы, “Зили-арт” матурлыҡ салоны, “Посуда-центр” магазины һәм “Ҡурай” телеканалы әҙерләгән ҡиммәтле һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бәйге тамам. Әммә күк йөҙөндә ҡабынаһы йондоҙҙарға урын етерлек булған кеүек, сәхнәгә сығараһы халҡыбыҙ таланттары ла күп әле. Һау бул, “Юлдаш” йыры – 2015”, хуш киләһең, “Юлдаш” йыры – 2016”!

Нургөл ШӘРИПОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы