«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 4 октябрь



04.10.2019 4 октябрь

Балабан Аншель Львович (4.10.1909—13.11.1979), хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1946 йылдан Өфөләге 3‑сө төҙөлөш тресы идарасыһы урынбаҫары, 1956—1972 йылдарҙа — идарасыһы. Башҡортостан Автомотоспорт федерацияһының тәүге рәйесе (1960—1971). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Башҡорт АССР-ының (1965) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Мотоспорт буйынса Бөтә Союз категориялы судья (1959), Халыҡ-ара мотоцикл спорты федерацияһының халыҡ-ара хронометрисы (1970). Ленин (1958), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Тульчын ҡалаһынан.

Максимов Владимир Павлович
(4.10.1934—12.11.1982), ғалим-тау инженеры‑геолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1964 йылдан «Гидротюменьнефтегаз» ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтының бүлек начальнигы, 1969 йылдан КПСС‑тың Төмән өлкә комитетында бүлек мөдире, 1974 йылдан Бөтә Рәсәй нефть һәм газ ғилми‑тикшеренеү институты (Мәскәү) директорының фән буйынса урынбаҫары. Техник фәндәр доктор (1974), профессор (1980). Ленин премияһы (1970), И. М. Губкин исемендәге премия (1967) лауреаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.

Риф Сәйфуллин
(4.10.1949), театр актёры. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Муллаҡай ауылынан.

Усманова Зифа Ғәлимйән ҡыҙы
(4.10.1949), табип-терапевт. Медицина, хеҙмәт һәм кеше экологияһы ғилми-тикшерененеү институтының бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1998).





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға