«Йәшлек» гәзите » Бөгөнгө юбилярҙар » 21 сентябрь



21.09.2019 21 сентябрь

Зорин Сергей Петрович (21.09.1889—20.10.1965), ғалим-инженер‑төҙөүсе. 1948—1960 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1958 йылға тиклем геодезия һәм юғары математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1943), профессор (1944). Сталин премияһы лауреаты (1942). Ленин ордены кавалеры (1944). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.

Сәйфи Ҡудаш (21.09.1894—29.06.1993), шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының II—VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1943—1948 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). Башҡорт АССР‑ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Ленин (1955), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1954, 1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Петропавловский Сергей Анатольевич (21.09.1909—16.08.1958), тау инженеры-геофизик. Сибай баҡыр-цинк колчеданы ятҡылығын асыуҙа һәм өйрәнеп-тикшереүҙә ҡатнашыусы. Сталин премияһы лауреаты (1949). Ленин (1953), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Вологда өлкәһенән.

Әхмәтйәнов Хәнифйән Мәүли улы (21.09.1954), дәүләт хеҙмәткәре. Мәсетле районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Ахун ауылынан.


Юлдашев Владимир Ләбиб улы
(21.09.1954), ғалим-психиатр, йәмәғәтсе. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — психиатрия һәм наркология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2003—2012 йылдарҙа — тәрбиә эштәре буйынса проректор. 1997 йылдан «Башҡортостан Республикаһы психиатрҙар‑наркологтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). Сығышы менән хәҙерге Калуга өлкәһенең Бабынино ҡасабаһынан.





Автор: Нуретдинов Ансар
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға